НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә йәнебеҙ әрней

Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә йәнебеҙ әрней


йәки Тыуған илебеҙ өсөн башын һалған яугирҙарҙың етем үҫкән балаларын бер кем дә хәстәрләмәй
Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ  өсөн дә, үҙебеҙ  өсөн дә йәнебеҙ  әрнейАтайым һуғышҡа киткәндә ике генә йәштә ҡалғанмын. Китер алдынан төшкән фотола мин уның алдында ултырам. Ҡәҙерле кешем Минһаж Ғиләжетдин улы Ҡоҙаҡаев Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында колхоз рәйесе булған. Тарантасына ултырып, «Ерән ҡашҡа» йырын көйләп йөрөй ине, тип хәтерләй уны ололар. Әлбиттә, мин у­ға «атай» тип өндәшеүемде лә иҫләмәйем. Үкенескә күрә, атайға фронттан имен ҡайтыр­ға яҙманы. Беҙгә шулай ярты етем, күңел китек булып үҫергә тура килде. Беҙ – һуғышта һәләк булған яугирҙарҙың балалары Еңеү байрамында ике төрлө тойғо кисерәбеҙ: иларға ла, шатланырға ла белмәйбеҙ. Хәҙер инде 68 йыл шулай.
Еңеү байрамы илебеҙҙә йыл һайын бер төрлөрәк үтә: һуғышта ҡатнашҡан, әлеге көндә иҫән булған бабайҙарҙы байрам кисәһенә саҡырабыҙ ҙа, уларға ғына рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ, хөрмәт күрһәтәбеҙ. Ә беҙҙең һәләк булған атайҙар онотола һәм онотолдо ла. Еңеүҙе яҡынайтыуҙа улар ҡатнашмаған кеүек булып тойола. Яуҙа һәләк булған яугирҙарҙың етем ҡалған балаларын иҫләүсе лә юҡ. Беҙҙән башҡа байрам итәләр. «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!» тигән һүҙҙәр ҡағыҙҙа ғына эленеп тора. Ә беҙгә, атайһыҙ ҡалған, етемлектә, ас, ялан­ғас үҫкән балаларға, иғтибар юҡ. Беҙ ҙә иғтибарға мохтажбыҙ. Әле «һуғыш балалары»на 70 – 75 йәш. Бала сағыбыҙ ауыр тормошта үткәс, төрлө сиргә дусарбыҙ. Беҙгә профилакторийҙарҙа, дауаханаларҙа бушлай дауаланыу мөмкинлеге булдырһалар, матди ярҙам күрһәтһәләр, исма­һам, ҡулға бер сәскә, Еңеү таҫмаһы тотторһалар ҙа, күңелгә йылы булыр, илебеҙ беҙҙе онотмаған икән, тип шатланыр инек.
Һуғыш башланғанда 1 – 5 йәшлек булған балалар ни өсөн бер ниндәй иғтибарһыҙ ҡалдырылған һуң? Беҙҙән саҡ ҡына өлкәнерәктәрҙе лә бит «һуғыш ветераны» иттеләр. Баҡһаң, беҙҙең «һуғыш балалары» тигән статус юҡ икән. Бәлки, 68 йыл үткәс, ул статусты булдырырҙар?
Атайым 1942 йылда Ленинград өлкәһендә барған ҡаты һуғыштарҙа башын һалған. Ныҡ һағынып, ғаиләһе өсөн ҡайғырып, әсенеп яҙған хаттарында шиғырҙар ҙа бар. Ул шағир булмаған, әлбиттә, Тыуған илгә әйләнеп ҡайтыу өмөтө менән ошо юлдарҙы яҙған.
Төндә төштәремдә күрәм:
Һеҙҙең яҡҡа осамын.
Һеҙҙең карточканы ҡарап,
Күңелемде баҫамын.

Машиналарҙа барғанда
Күрҙем имәнлектәрҙе.
Осҡан ҡоштан хәбәр алам,
Һеҙҙең иҫтәлектәрҙе.

Иртә менән тигеҙ рәткә
Барса әрме теҙелә.
Бигерәк тә йөрәктәрем әрнеп,
Һеҙҙе һағынып эсем өҙөлә.

Был йырҙарҙы өйрәткәндә
Улар ныҡлы тыңларҙар.
«Атай яҙған йыр бит был», – тип
Йырларҙар ҙа иларҙар.

Әгәр ҡайтһам, ҡайтыу менән
Һеҙҙән ошо хатты алырмын.
Ҡәбәхәт дәүер булды, тип,
Тотоп утҡа яғырмын.

Сәләм менән йыр яҙһам да,
Һеҙҙән күңелем туймай.
Бындай йырҙар яҙмаҫ инем,
Үлгәс бит яҙып булмай.
Ысынлап та, атай «йыры»н уҡыйым да, илайым… Мин дә тормошҡа ашмаған теләктәремде иҫбатлап, әсенеп, һағынып ошондай һүҙҙәр яҙҙым.
«Атай» тип әйтеүҙәре
Ниндәй ләззәтле икән.
Үҙең алыҫта булһаң да,
Йәнең Малайҙа икән.

Атай алдында ултырыу
Ниндәй рәхәт икән.
Унан тойған йылыны
Елдәр килтергән икән.

Сажиҙә ҠОҘАҠАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 10-05-2013, 10:39 | Ҡаранылар: 897
|
  • Улар алдында баш эйәбеҙ
  • Аҡ торналар
  • Кемдәр улар – онотолғандар?
  • Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM