RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » » Майор Гәрәй Нафиҡовтың ҡаһарманлығы

21.06.2011 Майор Гәрәй Нафиҡовтың ҡаһарманлығы

8-се кавалерия корпусы икенсе урынға күсерелә. ҡулынан килгәнгә эш табыла, тигәндәй, дошман ғәскәрҙәренең Елец ҡалаһына ҡурҡыныс янауы юғары командованиены хафаға һала. Лобановка ауылы тирәһендә дошман көстәре күпләп тупланған. ҡыйратып өлгөрмәгән осраҡта, уларҙың хәүеф тыуҙырыуы көн кеүек асыҡ.
Һуғышта бурыс ҡәтғи. Дошмандың Лобановка, Озерки ауылдарында, 236,1 бейеклектә көстәрен тар-мар итеү, артабан Голосновка ауылына һөжүм итеү.

Календарҙа 9 июль.
Майор Гәрәй Нафиҡовтың ҡаһарманлығыДивизия командиры Шай­моратов бойороғона ярашлы, 294-се кавполк Лобановкаға һөжүм итә, 275-се – Озеркиға һәм Голосновкаға, ә 313-сө кавполк элеккесә корпус резервында, Бурино ауылында тора.
294-се полк командиры майор Нафиҡов беренсе эшелонда өс эскадрон менән һөжүм башлай. Командиры Колесник булған 4-се эскадронды резервҡа, 2-се эшелонға ҡуя.
1-се эскадрон (капитан – С. Әлибаев) Лобановкаға барышлай сауҡалыҡҡа килеп етһә, һиҙмәҫтән немецтарҙың автоматсылар ротаһы һөжүменә осрай. ҡапма-ҡаршы һуғыш башлана. Никон Колесник үҙ егеттәрен «һә» тигәнсе ярҙамға алып килә. Фрицтарҙы ҡырып һалалар.
Был арала Ш. Сиреғолов һәм Х. Мир­саяпов эскадрондары әлеге сауҡалыҡты көнсығыштан урап уҙып, Лобановкаға яҡынлаша. Майор Нафиҡов полк штабы менән ошо составта була.
Лобановкаға һөжүм кисен ҡараңғы тө­шөүгә башланырға тейеш. Һәм шулай ителә лә. Ләкин һуғыш яланында хәл үҙгәреп тора. 1-се һәм 4-се эскадрондар – С. Әли­баев һәм Н. Колесник яңынан дошман һөжүменә дусар була һәм төп көстәргә килеп ҡушылыу мөмкинлегенән мәхрүм ителә.
Төп көстәр Лобановканы утҡа тота. Аяуһыҙ алыш төн буйы дауам итә. Юғалтыуҙар күп. Немецтар ауылды ташлап ҡаса, ләкин көс туплап яңынан килә. Төнгө һуғыштарҙа полк командиры Нафиҡов һәм штаб начальнигы Юренко йәрәхәтләнә. Телефон сымы өҙөлгәнлектән, башҡа полк­тар һәм дивизия штабы менән элемтә юғала.
Нафиҡов командалыҡ итеүҙе үҙ ҡулында тота. Элемтә булдырыу маҡсатында 15 кешелек төркөм ебәреп ҡарай, егеттәр юғала. Икенсе төркөм дә маҡсатҡа ирешә алмай. Лобановсыларҙың хәле ауырлаша. Ситтә ҡалған ике эскадрон да, Күсимовтың 275-се полкы ла ярҙамға килә алмай. Уларҙы дошмандың башҡа урындағы көстәре тотҡарлап тора.
10-сы июль иртәһендә Лобановкала беҙҙекеләр һәм немецтар бер-береһенә ҡаршы һуғышты дауам итә. Беҙҙекеләр аҙ һанлы. Ни бары 30-лаған кеше. Әммә һәр береһе дошманға өс кеше өсөн ҡаршы тора.
Был хәлде самалап алған фашистар Лобановканы ике батальон пехота һәм минометсылар менән уратып ала. Нафиҡовсылар ошо хәлдә лә дошманды ҡыйратыуын дауам итә. Үҙ ҡоралдары бөтә башлағас, трофей ҡоралды эшкә ҡушалар. Ләкин көстәр нисбәте был осраҡта ҡәтғи ҡарарға килеүҙе талап итә. Полк командиры Нафиҡов яугирҙарға «Сигенергә!» тигән бойороҡ бирә. Ут ҡулсаһын йырып сығалар. Ауылдан ситтә өлгөрөп килгән арыш баҫыуына табан юл тоталар. Артҡа ҡарап, ата-ата ҡыуып килеүсе немецтарҙы йыға һала-һала ҡаршылыҡ күрһәтәләр.
Был ваҡыт ҡалған көстәре менән Колесник килеп еткән була, ләкин сигенеүҙән башҡа сара юҡ. Беҙҙекеләр немецтарға ҡаршы ҡылыс һуғышы башлай.
Шул иҫәптән яраланған Нафиҡов та. Башҡалар уны уратып алып, дошмандан һаҡларға тырыша. Ә ул ҡылысы менән немецтарҙы ҡырыуын белә. ҡурҡыу белмәй, аяуһыҙ һуғышыуы яугирҙарҙы таң ҡалдыра.
Яңынан ауыр яраланған штаб начальнигы, майор Иван Юренко һуңғы һүҙҙәре менән хушлашып өлгөрҙө. Нафиҡовтың бойороғона ярашлы, кавалеристар арыш яланына инеп күҙҙән юғала. Гәрәй Нафиҡов уларҙы ҡурсалап, дошманға ҡаршы автоматтан ата башлай. Уның янында Колесник, сержант Ибраһим Ғәбсәләмов, рядовойҙар Зил Ғәлиәхмәтов һәм Хәким Юлдашбаев ҡала.
Гәрәй Нафиҡов теҙләнгән килеш атып, беҙҙекеләрҙе ҡыуып килеүсе немецтарҙы тотҡарлап тора. Аҙмы-күпме яугирҙың был йәһәннәмдән ҡотолоуын тәьмин итә (башҡа берәү башҡаларҙы ҡалдырып, үҙенең һәләкәттән сығыуын хәстәрләр ине).
Ахыр сиктә янында Колесник ҡалғанын күрә. Уны саҡырып алып, үҙ исеменә бирелгән бүләк пистолетты уға тапшыра. Ошо мәлдә Нафиҡов тағы ауыр яралана. Дошман пуляһы арҡа һөйәге аша үтә. Колесник уны күтәреп алып китергә ниәтләй. «Һин кит, мин һине ҡурсалап ҡалам», – тип Нафиҡов ҡаршы тора. Дүртенсе тапҡыр яраланғас та ул ҡулынан автоматын төшөрмәй, атыуын дауам итә. Һәм һуғышсан иптәше Никон Колесник ҡулында йән бирә.
Тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ. ҡул аҫтындағы һанаулы көс менән Гәрәй Абдулла улы Нафиҡов дошмандың күп һанлы подразделениеһына ҡаршы һуғыш ойоштора, Лобановканы ала. Шуның менән хәрби бойороҡто үтәй. Полктың ситтә ҡалған ике эскадроны ғына килеп ҡушылған булһа, немецтарҙы был ауылдан һөрөп сығарған булырҙар ине. Көстәрен ныҡ ҡаҡшатып, былай ҙа уларҙы аяуһыҙ ҡыралар.
Иптәштәре уны ташламай, алданыраҡ ебәреп, үҙҙәре аръергардта (иң аҙаҡта) һалырға ниәтләгәйне, ләкин полк командиры булараҡ, Нафиҡов үҙ һүҙен әйтте:
«Хәҙер үк артҡа китегеҙ! Мин иң һуңынан ҡуҙғалам!» Алыштың иң фажиғәле хәлендә, ул үҙен түгел, башҡаларҙы, үҙенең ҡул аҫтындағыларҙы һаҡлап ҡалыу сараһын күрә. Был хәл арҙаҡлы полководец Суворовтың «Үҙең үлһәң, иптәштәреңде ҡотҡар» тигән тәғбиренә тура килә.
Был оло юғалтыу башҡорт кавалеристарын ҡайғыға һала. Дивизия штабында төн йоҡламай Лобановканы ҡайтарып алыу планы эшләнә. Һуғышсан бурыс Күсимов һәм Макаев полктарына йөкмәтелә. Һәләк булған майор Нафиҡовтың кәүҙәһен алып сығырға, тигән маҡсат ҡуйыла.
11 июлгә ҡаршы төндә Лобановка дошмандан таҙартыла.
Был ваҡиға тураһында эскадрон командиры Әнүәр Насиров былай тип яҙҙы: «Төн ҡараңғыһында беҙ 300 – 400 метр самаһы ара үтеүгә, немецтар ут асты. Пулеметтан яҡтыртҡыс пулялар атып ҡаршы алдылар. Әммә туҡтап ҡалмайынса, алға барып, ауылдан немецтарҙы сығара алдыҡ. Ошо төндә уларҙың штаб документтары һалам эҫкертенә йәшерелгәнен самалап алдыҡ. Башҡа нәмәләре лә табылды. Бөтәһен бергә дивизия штабына ҡайтарғас, бик мөһим трофей алғанлығыбыҙ билдәле булды».
9 июлдәге бойороғонда Шайморатов дивизияһына Лобановканы азат итеү бурысы ҡуйылғайны. Бурыс үтәлде. Тимәк, был юлы ла дивизия үҙ исеменә тап төшөрмәне. Һәм Мәскәүҙә, Ставкала был уңыш тураһында донесение ҡаралды.

Фәрит ВАХИТОВ,
Республика Хәрби дан музейы
хеҙмәткәре.










Оҡшаш яңылыҡтар



Йәннәт диңгеҙендә йөҙәһеңме, ӘСӘЙ?

Ер ҡуйыны сер һәм хәтер һаҡлай…

Атай менән үткәргән һуңғы көн

Оло Тәләктәге фажиғәгә – 30 йыл

Фәрештә ҡанаты ҡағылған затлы йән

Таң атҡан мәл

04.04.2019 - Хәтер Таң атҡан мәл


Онотмаҫ уны иле

27.03.2019 - Хәтер Онотмаҫ уны иле


Баязит байҙың яҙмышы

23.03.2019 - Хәтер Баязит байҙың яҙмышы


«Уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ!»

Хәтер – мәңгелек

17.02.2019 - Хәтер Хәтер – мәңгелек


Ҡот осҡос 872 көн

27.01.2019 - Хәтер Ҡот осҡос 872 көн


Тетрәндергес яҙмыштар

Һүнгән йондоҙ яҡтыһы

28.06.2018 - Хәтер Һүнгән йондоҙ яҡтыһы


“Күңелле ваҡиғалар иҫкә төштө”

Беҙ һәр ваҡыт әҙер инек

Алтын тауышлы “зәңгәр экран” батшаһы

Аҡһаҡалдан  алтын һүҙ ҡала

Уңалырмы күңел яралары?

Күңеле лә, үҙе лә,  йырҙары ла матур ине

Көткән көтөп ала алмаҫ, Ҡалған ҡыуып етә алмаҫ...

Бар ғүмере  яҡшы киноға торошло

Йылдар үткән һайын абруйы арта ғына

Халҡым, тип йәшәүсе ғалим

“Донъялар имен торһон...”

06.04.2016 - Хәтер » Яңылыҡтар таҫмаһы “Донъялар имен торһон...”