НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡәҙерле иҫтәлектәр

Ҡәҙерле иҫтәлектәр


Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Путь Ленина” колхозы рәйесе Вәлит Ғәбитов эште оҫта ойоштороусы, ғәҙел һәм талапсан етәксе булды.

Әбйәлилдәр район һәм республика тарихында яҡты эҙ ҡалдыр­ған күренекле шәхестәрен онотмай. Уларҙы хөрмәтләп, юбилей, ҡәҙер һәм хәтер кисәләре, башҡа саралар уҙғарыу оло изге йолаға әүерелде. Былтыр, мә­ҫәлән, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, 200-ҙән ашыу халыҡ йырын һәм көйөн яҙҙырып ҡалдырған Бибикамал Мәһә­ҙиеваның тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған төбәк-ара йырсылар, ә БАССР-ҙың атҡан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Са­лауат Ҡадировтың тыуыуына 70 йыл тулыуға гармунсылар бәйгеһе ойошторолдо. Байтаҡ йыл хужалыҡ менән уңышлы етәкселек иткән СССР-ҙың ха­лыҡ депутаты, БАССР-ҙың атҡа­ҙанған агрономы Мөьмин Фаз­летдиновтың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы Минислам Мирсая­повтың, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Таһир Ғабдуллиндың хәтер һәм ҡәҙер, СССР-ҙың халыҡ депутаты, Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәүҙиға Ғәбитованың һәм билдәле сәсәниә Вәсилә Садиҡо­ваның 75 йәше тулыуға арналған кисәләр бик юғары кимәлдә үтте. Был мәртәбәле исемлеккә октябрь айында Башҡортос­тандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Вәлит Ғәби­товтың тыуыуына 70 йыл тулыуға бағышлап Михай­ловка ауылында уҙғарылған хәтер һәм ҡәҙер кисәһе лә өҫтәлде.

Ҡәҙерле хәтирәләр менән уртаҡлашыуҙы партия һәм совет ветераны Әхмәт Камалов башланы.
– 8-се класты Вәлит Мәжит улы Амангилделә уҡыны, – тине ул сығышында. – Йәйге каникулға сыҡҡас, беҙҙе Ҡараташҡа өс көнгә походҡа алып барҙылар. Шунда мин класташымдың тыуған ауылы Буранғолдоң эргә-тирәһен биш бармағы кеүек белеүенә һәм Ҡырҡтының иң бейек түбәһенә юл башлап йөрөүенә хайран ҡалғайным. 1974 йылда ул – XXII партсъезд исемендәге колхоздың тау-урман зонаһы буйынса рәйесе урынбаҫары, ә мин хужалыҡ парткомы секретарының шул зонала урынбаҫары сифатында бергә эшләргә тура килде. Ул осорҙа Буранғолда кирбестән типовой ике ҡатлы мәктәп һәм уға интернат, бер ҡатлы участка дауаханаһы һәм ауыл мәҙәниәт йорто төҙөлдө. Һәр бригадала ла малсылыҡ ҡуралары яңыртылды. Ә был һәм башҡа эштәрҙең барышына-торошона, әлбиттә, етәксе яуаплы ине. Вәлит Мәжит улы ошоно яҡшы аңланы һәм дөйөм эш өсөн һәр саҡ талапсан һәм ҡаты, ваҡыты менән ҡырыҫ та була белде. Ул «Путь Ленина» колхозы өсөн генә янманы – һуңғы йылдарында Таштимер ауыл советының мәҙәни тормошона ла иғтибары көсәйҙе. Мәҫәлән, район һәм колхоз һабантуйҙарында милли кейемдә ҡунаҡтар ҡаршылау-оҙатыу йолаһын бик ихлас башҡарҙы. Бүтән мәҙәниәт сараларында һәм һайлауҙарҙа матди һәм рухи ярҙамы ҙур булды.

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Владимир Павлюкович колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы, ремонт-техник предприятие һәм бигерәк тә район хакимиәте етәксеһе булғанда Вәлит Мәжит улы менән иңгә-иң терәп эшләүе, уның талапсан, һәр мәсьәләгә төплө ҡарашлы, киләсәкте күҙаллап эшләүсе киң эрудициялы рәйес булыуы хаҡында һөйләне.

– Республика президентын ҡар­шы алғанда ла Вәлит Мәжит улы үҙе булып ҡалды – ауыл ерендәге киҫкен мәсьәләләр тураһында Мортаза Рә­химов менән асыҡтан-асыҡ фекер алышты, – тине ул. – Эш өсөн янды һәм үҙе лә шуның һөҙөмтәһендә иртә янды – һаҡлана белмәне.

Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡыусы Вәлит Ғә­битов янында йыл һайын яҡташтары ла өҫтәлә бара. Шуларҙың береһе – «Путь Ленина» колхозының данлы эштәрен лайыҡлы дауам итеүсе «Башаҡ» йәмғиәте етәксеһе, фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исеменә һәм Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған Мәжит Шәғәлиев. Ул студент саҡта яҡташтары Вәлит Ғәбитов һәм Истамғол Сафин менән бергәләп техникум өсөн республика кимәлендә саңғы ярыштарында ҡатнашыуҙарын зал­дағыларға еткерҙе.

– Үҙ ғүмеремдә биш рәйес менән эшләнем, – тине ул. – Иң оҙағы –14 йыл Вәлит Мәжит улы менән. Райондың ауыл хужалығы идаралығында, Халыҡтар дуҫлығы орденлы «Урал» совхозында баш зоотехник, «Заветы Ильича» колхозында рәйес булып оло тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Вәлит Мәжит улын беҙҙең «Путь Ленина» хужалығында үҙ һөнәре буйынса эшләгән еренән 1992 йылда көсләп тигәндәй рәйес итеп һайлап ҡуйҙыҡ. Залдағылар шаһит уның эш сифаттарына. Идара ултырыштары бик ҡыҙыу үтә торғайны – һәр бер быҙау өсөн дә оло бәхәс сығыр ине. Башҡа мәсьәләләрҙе ҡарау ҙа шундай төҫ алды. Был һүҙ юҡта һүҙ булһын өсөн түгел ине, ә эште, бригаданың һәм хужалыҡтың көнитмешен хәстәрләүҙән булды. Вәлит Мәжит улы һүҙҙең ысын мәғәнәһендә ер кешеһе булды. Комбайндар кәрәк тигәс, икенсе йылына өс «Дон» ҡайтартты. Уларҙың тәүгеһенә бөгөнгө кисәбеҙҙе гармун моңо менән биҙәгән Хәйҙәр Хызыров ултырҙы. Вәлит Мәжит улын беҙ һәр саҡ, ул шулай итер ине, йә былай итер ине, тип иҫкә алабыҙ.

Уның сығышын район советы секретары, Башҡортостандың атҡаҙан­ған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Булат Исламбаев яңы дәлилдәр менән тулыландырҙы.

– Еңел булмаған 90-сы йылдарҙа колхоз рәйестәре булдыҡ, – тине ул. – Ташбулатта Әхәт Мортазин, Хәлилдә Ғилметдин Шөғөров, Дәүләттә Хәлил Сафин һәм башҡалар, йәш инек. Бар көсөбөҙҙө һалып эшләнек. Эргәбеҙҙә төплө, урынлы кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итеүсе тәжрибәле Вәлит Мәжит улы бар ине. Ул беҙҙе ҡурсаламаны. Ә аҙнаһына кәмендә бер тапҡыр республиканың Премьер-министры, элекке совхоз директоры Рим Баҡыев йәки уның урынбаҫары, ауыл хужалығы министры уҙғарған селектор кәңәшмәһенән һуң мотлаҡ үҙебеҙ һөйләшеп, фекерләшеп ала торғайныҡ. Шул саҡтарҙа Вәлит Мәжит улы үҙенең тос һәм төплө һүҙе, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлаған дәлилдәре менән кәңәшмәләргә йыш ҡына нөктә ҡуя ине. Хужалыҡты нисек кенә булһа ла һаҡлап ҡалырға тырышыуы менән беҙгә өлгө ине. 1996 йылда, мәҫәлән, беҙҙең Калинин исемендәге колхоз эре мал һанын 300 башҡа арттырҙы. Мең ярым баш малы булған «Путь Ленина» хужалығында ла шуныңса үҫеш булды. Статистикаға күҙ һалғанда ла, Вәлит Мәжит улының ниндәй бөтмөр, хәстәрлекле етәксе булғанлығы, киләсәккә ышаныс һәм ҙур өмөт менән ҡарап йәшәүе күренә. Ауыр 90-сы йылдарҙа «Путь Ленина» колхозы 9 «Дон», унға яҡын «Беларусь», урғыстар һәм башҡа техника алған. Ошо һандар ғына ла уның киләсәкте, продукцияның күләмен һәм сифатын ҡайғыртып эшләүен һәм йәшәүен раҫлай. Тупаҡ кирбес заводын тергеҙеү өсөн ҡайҙарға барыуын беҙ ҙә белеп бөтмәнек. Бөгөн Таштимер ауыл советындағы ауылдарҙы ҡып-ҡыҙыл кирбестәре менән йәмләп социаль-мәҙәни биналар һәм йорттар ултыра икән, улар инде Вәлит Мәжит улының фиҙакәр хеҙмәт емештәре.

Ҡәҙерле иҫтәлектәр90-сы йылдарҙа ауыл хужалығы идаралығының әҙерләүҙәр һәм сифат инспекцияһына етәкселек иткән БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәтиха Хәкимова ла В. Ғәбитовтың эш сифаттарына әле булһа һоҡланыуын йәшермәне.
– Эш көнөм Вәлит Мәжит улының телефондан шылтыратыуы менән башлана ине, – тип хәтерләне ул. – Тапшырылған ит, һөт һәм игендең сифаты менән беренсе сиратта ҡыҙыҡ­һынды. Әгәр күрһәткестәр ҡәнәғәтләндермәй икән, сәбәптәрен төпсөндө. Әҙерләүсе ойошма-предприятиелар алдында район хужалыҡтарының мәнфәғәттәрен яҡлауыбыҙҙы ла талап итә белде.
Чабан булып эшләп йөрөгән еренән зоотехникка уҡып ҡайтып, һөнәре буйынса оҙаҡ йылдар эшләгән Камил Әхмәтйәнов бөгөн булһа В. Ғә­битовҡа рәхмәтле икәнен белдерҙе:

– Беҙҙең Ҡужан һәм Салауат ауылдары Вәлит Мәжит улының хәстәрлеге менән хужалыҡ ысулы менән төҙөлгән юллы һәм утлы булды.

Зиннәт Арғынбаевтың иҫтәлектәре лә В. Ғәбитовтың эште ойоштора белеү һәләтенә өҫтәмә булды:
– Вәлит Мәжит улы менән тәүҙә баш энергетик сифатында бергә эшләнек. Бер йәйҙә Ҡырҡты аръяғындағы ике йәйләүгә 20 километр арала электр уты үткәрҙек. Һәм һауынсылар ҡышҡы фермаларға ҡайтыуға бер аҙна ҡалғанда һыйыр­ҙарҙы машина менән һауҙы. Аҙаҡ, ауыл советы хакимиәте башлығы сифатында Вәлит Мәжит улы менән бер сафта йәнәш күп эшләргә тура килде.

Хеҙмәт ветерандары Сәғит Сафин һәм Вәлит Хафизов, эшҡыуар Хәйбулла Хәйруллин, район ветстанцияһының ветеринар табибы Намаҙбай Нәжметдинов һәм башҡалар Вәлит Мәжит улы менән бергә эшләгән йылдары тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Район мәҙәниәте ветераны Әслимә Заһрыева ла, Михайловка ауыл мәҙәниәт йорто директоры Әнүзә Кәримова ла Вәлит Мәжит улын юҡһыныуҙарын йәшермәне. Улар­ҙың тәүгеһе халыҡ йырын башҡарһа, икенсеһе В. Ғәбитов хужалыҡҡа һәүәҫкәр артистар өсөн бейеү һалырға саҡырған хореограф өйрәткән биш бейеүҙән «Заһиҙә»не ойотоп баҫты.
Районда спортты үҫтереүгә ғүмер­ҙәрен арнаған Нуриман Вафин, Ибраһим Йыһаншин, Әбйәлил һөнәрселек училищеһынан Сәлим Дәминдәров һәм хеҙмәт ветераны Фирғәт Ниғмәтов сәләмәт тормош алып барған, йәштәрҙе лә спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән күп эш башҡарған Вәлит Мәжит улының ошо йәһәттән дә күптәргә өлгө булыуын һөйләне. В. Ғәбитов йәш сағында бил бирмәҫ көрәшсе ине. Ә волейбол уның ғүмере ахырынаса яратҡан уйыны булды. Ғаилә архивындағы бихисап грамота-диплом, «Иң яҡшы уйынсы» танытмаһы әйткәндәрҙе яҡшы раҫлай. Ул башлаған «40 йәште уҙғандар өсөн» волейбол турниры бөгөн дә уңышлы дауам итә.

Ҡәҙерле иҫтәлектәр– Шундай ил ағалары булғанға ла, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Ғәлим Солтанов, – Әбйәлил бөгөн дә бирешмәй. Быйылғы ураҡ ойошҡанлы үтте. Уңыш та юғары. Районыбыҙ был йәһәттән алдынғы урында. Вәлит Мәжит улы һымаҡ, ерем, Әбйәлилем, тип янған етәкселәребеҙ бөгөн дә бар. Алла бирһә, уларҙы ла берәй заман яҡты һәм ҡәҙерле хәтирәләр-иҫтәлектәр менән сорнарҙар. Һәм ундай ил ағалары киләсәктә лә булһын һәм улар­ҙы килер быуындар ҙа онотмаһын.

Онотмаҫтар, тип әйтергә нигеҙ бар. Сөнки ошо ҡәҙерле иҫтәлектәр кисәһен үҙҙәренең матур бейеүҙәре менән биҙәгән Тупаҡ һәм Михайловка мәктәптәре уҡыусылары һәр сығышты иғтибар менән тыңланы. Ә залда В. Ғәбитовтың эшен лайыҡлы дауам итеүселәр аҙ түгел ине. Шуларҙың береһе Буранғолдан Мәүлит Вәлиев булды.

– Мин һөт йыйыуҙы ауылымда Вәлит ағайҙың кәңәше менән башлағайным, – тине ул. – Бөгөн ул эш Буранғол, Амангилде һәм Ҡырҙас ауыл советтары буйынса алып барыла. Йәй мәлендә күләм тоннанан иҫәпләнә. Районға ла, халыҡҡа ла файҙа.
В. Ғәбитов тураһында әллә күпме хәтерләүҙе яҙырға мөмкин. 1995 йылда I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында район исеменән ҡуйған сағыу тирмәлә телде йоторлоҡ аш-һыуы менән алыҫ-яҡын ҡәрҙәштәребеҙҙе ҡунаҡ итеп, Әбйәлилдең ҡунаҡсыллығына тағы ла дан өҫтәне «Путь Ленина» вәкилдәре. Сибайҙа үткән тирмәләр ярышында ла михайловкалар еңеүсе булғайны. Ә район һабантуйҙарынан улар бөгөн дә бүләкһеҙ ҡайтмай.

Ауылдаштары исеменән Мәүҙиға Ғәбитова сығыш яһаны.

– Вәлитте, ҡәйнешем булһа ла, – тине ул, – ҡустым кеүек күрҙем. Ул туғандарын шундай яҡын күрҙе. Хужалыҡ рәйесе Таһир Ғабдул­линдың урынбаҫары булараҡ эшләгәндә, ваҡытының наҡыҫ булыуына ҡарамаҫтан, ярҙам итергә тырышты. Хатта өйгә килеп бесән өйөшөп китер ине. Спортты һөйөүен ауылда ла таратты. Буранғолдар волейболда, саңғыла һәм башҡа төр ярыштарҙа районда гел алда булды.

Хәтер кисәһендә ҡатнашмаһа ла, БР урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов та телефон аша үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты:

– «Заветы Ильича» колхозында Вәлит Мәжит улы рәйеслек иткән саҡта миңә партком секретары йөгөн тартырға тура килде. Ҡулға- ҡул тотоношоп эшләгән ул осорҙо әле лә һағынып иҫкә алам. Сөнки бар булмышы менән ер кешеһе булған Вәлит Мәжит улының оло тормош тәжрибәһе, киләсәккә төбәлгән ҡарашы һәр кемебеҙгә эштә ярҙам итте. Кешелекле, кеселекле һәм ғәҙел, талапсан, ҡаты ҡуллы етәксе булыуы менән дә барыбыҙға ла өлгө күрһәтте.

В. Ғәбитовтың ҡатыны Зөһрә Сөләймән ҡыҙының һөйләүен дә һәр кем иғтибар менән тыңланы. Сөнки малайҙарын, һәр эш-йомошто үҙ ваҡытында урын-еренә еткереп үтәүҙәрен талап итеп, төнгө сәғәт 12-се яртыла уятып кәртәне таҙарттырыуы бөгөн дә күптәргә фәһемле.

– Хәстәрлекле ағай ҙа ине ул, – тине Зөһрә ханым үҙ сығышында. – Һәр туғанына ҡарата иғтибарлы булды. Һәр йыл, һуғым һуйғас, иң тәүҙә туғандарын йыйып алыр ине…

Был һүҙҙәрҙе В. Ғәбитовтың һеңлеләре мәғариф ветераны Мөхтәримә менән район дауаханаһының баш бухгалтеры Мәхмүзә лә ҡеүәтләне.

Уларҙың тәүгеһе һуғыштан сулаҡ ҡайтҡан аталарына өлкән ул булараҡ бик иртә ярҙамсы булған Вәлиттең бәләкәстән эшһөйәр, егәрле булыуын һәм үҙенән кеселәрҙе эшкә өйрәтеүе хаҡында һөйләне. Ул ағаһының ғүмер юлын шиғыр юлдарында ла сағылдырҙы.

Ә кинйә ҡыҙ үҙ сығышын ағаһы хөрмәтенә «Аятел-Көрси» доғаһы менән тамамланы. Был инде кисә барышындағы бер минутлыҡ тынлыҡҡа бик ауаздаш яңғыраны.

Халыҡ ырымы буйынса Вәлит Мәжит улының, тыштан ҡырыҫ күрен­һә лә, изге йәнле булыуын шул факттар ҙа раҫлай. 2006 йылдың яҙында ҡаты ауырыуҙан һуң гүр эйәһе булған көндә Мәхмүзә һеңлеһенең ейәне донъяға килә. Ә ошо хәтер һәм ҡәҙер кисәһенең иртәгәһенә Баймаҡта йәшәүсе ҡыҙы Ләйсәндең ҡыҙы тыуҙы. Тимәк, мәрхүм үҙе артынан кемделер тартмай, киреһенсә, фани донъялағы нәҫел-нәсәбен арттырып ята.

Октябрҙең һуңғы көнөндә «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында В. Ғәбитовтың иҫтәлегенә волейбол турниры үтте. Уны асыу тантанаһына район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ғәлим Солтанов, физик культура, спорт һәм туризм комитеты етәксеһе Ирек Мусин, хеҙмәт ветерандары Мөхтәримә Ғәбитова, Ибраһим Йыһаншин килде. Спорт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Сәлим Дәминдәров тәүге тупты һуғып ярышты асты.
Турнирҙа Асҡар, Салауат, Ишбулды, Булат, Сиҙәм ауылдарынан, ДРСУ-нан волейболсылар ҡатнашты. Йәнгелдәр хатта ике команда булып килгәйне. Ҡырҡты уҙған оло волейболсыларҙың ике командаһы ла йәштәргә һыр бирмәй уйнаны. Көсөргәнешле алыштар һөҙөмтәһендә призлы урындарҙы ДРСУ (Амангилде), Асҡар һәм Ишбулды ауылдары командалары яуланы. Заһир Ғиниәтов һәм Азат Атанғолов (ДРСУ), Венер Боҫҡонов (Ишбулды), Руслан Илһамов үҙҙәрен иң оҫта уйынсылар итеп күрһәтте. Ә иң өлкән волейболсы Алексей Бабин ине. Еңеүсе командаларға кубоктар, иң яҡшы уйынсыларға бүләктәр, уйында ҡатнашҡандарға Вәлит Ғәбитов хөрмәтенә эшләнгән иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды.

Самат ФӘЙЗУЛЛИН,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.

Сығыу ваҡыты 13-11-2015, 13:43 | Ҡаранылар: 460
|
  • Юбилейҙар, иҫтәлектәр
  • Байрамдар, иҫтәлекле даталар
  • Онотолмаҫ уның баян моңо…
  • ҠУЛДАРЫНАН БАЛ ТАМА, ЙӨРӘГЕНӘН МОҢ АҒЫЛА
  • Матур йәшәлгән ғүмер
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM