НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Аҡ торналар


Аҡ торналарАҡ торналарМинең ҡартәсәйем һуғышҡа алты улын – Мөхәмәтдин, Ғәйнетдин (минең атайым), Сәйфетдин, Зәйнетдин, Яхъя, Шакир Ҡылысбаевтарҙы оҙатҡан.
Атайым 1901 йылда Ырымбур өлкәһенең Буранғол ауылында тыуған. Йәш сағында Ырымбурҙа Эске эштәр министрлығында, ә 1930 йылдан фронтҡа киткәнсе үҙәк совхоздың 4-се фермаһында һауынсы булып эшләгән. Һуғыш башланғас та фронтҡа китә. Ҡартәсәйем тәрбиәһендә оло ағайым Шакир – (15 йәш), кесе ағайым (11 йәш) һәм мин (4 йәш) ҡалғанбыҙ. Ул ваҡытта әсәйем үлгән була. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өләсәйем тылда ашнаҡсы булып иртәнән кискә тиклем эшләй. Беҙ яланда ҡуна инек. «Минең балаларым өсөн генә сыҡҡан икән был ҡәһәрле һуғыш. Унда беҙгә ҡарағанда ла ауыр бит, пулялар аҫтында йөрөйҙәр», – тиер ине.
Атайым 1942 йылда Мәскәү өсөн барған алышта һәләк булған. Торжок ҡалаһында ерләнгән. Эҙләнеү эше алып барған урындағы пионерҙар уның ҡәберен табып, тупрағын тыуған еренә ебәрә.
1987 йылда урындағы хәрби комиссариат тантаналы митинг үткәреп, атайымдың исем-шәрифе яҙылған урнаны Ҡороюлдың үҙәк паркында урынлаштыра.
Сәйфетдин ағайым һуғышҡа тиклем Иҫәнғолда (Ейәнсура районы) хәрби комиссар булып эшләй. Һуғышта политрук була. Ул Курск өсөн барған алышта башын һала. Оло ағайым Шакир, Ырымбурҙа артиллерия училищеһын тамамлап, 1942 йылда, 16 йәшендә, бер йәш өҫтәп, үҙе теләп һуғыш­ҡа китә. Ул бик талантлы булды. Матур йырланы, бейеүсе ине, гармунда, мандолинала, скрипкала оҫта уйнаны. Миңә бейеүҙәр өйрәткәне, мандолинала уйнап, бейеткәне хәтерҙә ҡалған. Киләсәккә яҡты хыялдар ҡорҙо. Атайымдың Муйнаҡ ауылында (Ейәнсура районы) йәшәгән һеңлеһе Хәбипъямал апай һөйләүенсә, ҙур, йәйелеп үҫкән ағасты күрһәтеп: «Бына ошо ергә өй һаласаҡмын», – тип әйткән. Беҙҙе йыуатып хаттар яҙҙы.
«Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ берүк. Атай әле һуғыштың башында үлгән. Ә бит һуғыш аҙағында үлгәндәр бик йәл. Һуғыш бына-бына бөтә, оҙаҡламай ҡайтырмын, яңы тормош ҡорорбоҙ», – тип яҙҙы һуңғы хатында. Поль­шаның Варшава ҡалаһын азат иткәндә һәләк булды, тигән «ҡара ҡағыҙ»ы килде.
Икенсе ағайыма – Закирға 11 йәш була. Ололар менән бер рәттән, Ленинградтан эвакуацияланып килгән ғаиләләргә утын ташып, ҡырҡып, өйгә индереү, ҡоҙоҡтан һыу ташыу һәм башҡа эштәр уның ябыҡ ҡына иңенә төштө. Шул ваҡыттарҙа аяҡ-ҡулымдың нисек туңғаны, өшөгәне һаман иҫемдә, тип иҫкә ала ине.
Тормош гел генә ҡара төҫтәрҙән тормай. Бына беҙгә лә бәхет йылмайҙы. Ут-һыу кисеп, барлыҡ үлемгә үс итеп, атайымдың ҡустыһы – Зәйнетдин ағайым иҫән-һау ҡайтты. Ул концлагерҙа бул­ған. Унан ҡасҡас, тотоп, эттәр­ҙән талатып, туҡмап, ярты үлек килеш кире лагер­ға оҙатҡандар. Уға икенсегә ҡасырға насип булған. Ағас ботаҡтарын йыйып, яндырған саҡта һиҙҙермәйенсә ҡасып, урманда осраҡлы рәүештә партизандарға юлыға. Уларға ҡушылып, фашистар­ға ҡаршы һуғыш­ҡан. Легендар Ковпак отрядында Белоруссия урмандарында йөрөгән. Аға­йым­дың арҡа­һындағы тишектәрҙе, яраларҙы ҡарауы ҡурҡыныс ине. Күргән михнәттәре рухын, йәшәү көсөн һындыра алмаған. Үҙ заманына күрә бына тигән итеп донъя көттө. Колхоздың ауыр эштәренә йөрөнө. Аҙаҡтан баҡсасы булып, ҡауын-ҡарбуз, ҡыяр, ҡурай еләге, ҡарағат үҫтерҙе. Балаларын, ғаиләһен ас тотмаҫ өсөн барыһын да эшләне. Балыҡҡа йөрөнө. Солоҡ умартаһы тотто. Бал алғанда күрше-күлән балалары йыйыла. Ағайым уларҙың һәр береһенә дегәнәк япрағына кәрәҙле бал һалып бирә ине…
Һуғыш тураһында тыныс ҡына һөйләй ҙә алмайым, күҙ йәштәрем аға. Күрәһең, был һүҙ йөрәктәргә уйылып, төҙәлмәҫлек яра булып ҡал­ғандыр. Балалар һуғыш күрмәһен, күк йөҙөн ҡара болот ҡапламаһын. Бына 70 йыл тыныс йәшәйбеҙ. Күпме был, әҙме? Күп… кешелек донъяһы әллә күпме һуғышты күргән бит. Ә яу ҡырында ятып ҡалғандар был тыныс тормош өсөн иң ҡәҙерле, бер генә тапҡыр бирелә торған ғүмерен йәлләмәгән. Улар алдында беҙ мәңге бурыслы. Тыныс йоҡлаһындар. Уларҙы иҫтән сығармайыҡ, рухтарын рәнйетмәйек.

Мәрйәм ҒӘНИЕВА,
педагогик хеҙмәт ветераны.

Сығыу ваҡыты 13-06-2015, 14:08 | Ҡаранылар: 758
|
  • Улар алдында баш эйәбеҙ
  • Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • «Ниндәй байлыҡтан да ҡиммәт бит ул, Минең атай, тиеп әйтеүе»
  • Ҡайҙа ерләнде икән?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM