RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иллюминаторҙан Ер күренә

11.04.2014 Иллюминаторҙан Ер күренә

Иллюминаторҙан Ер күренә1961 йылдың 12 апреле СССР-ҙы планетала бер башҡа күтәрә. Был көндө беҙҙең ватандашыбыҙ Юрий Гагарин йыһанға оса. Ер йөҙөндә тәүге космонавт. Тап ошо ваҡиғанан һуң һәр үҫмерҙең тиерлек күңеленә, йыһангир булам, тигән хыял инеп урынлаша. Тора-бара Ай ҙа яулана, орбитаға юлдаштар күпләп осорола, яңынан-яңы асыштар яһала. Әле Марсты ентекләп өйрәнергә тырышалар, “ҡыҙыл планета”ла һыу тапҡылары килә. Төрлөсә фараздарға ышанһаҡ, киләһе йылдарҙа, ә бәлки, быуаттарҙалыр ҙа, йыһан туристары күбәйәсәк, кешеләр башҡа планеталарға барып йәшәйәсәк икән. Иҫ киткес камил тәртип менән хәрәкәт иткән йыһан беҙгә барыбер ҙә үҙ серҙәрен асып бөтмәҫ әле ул. Унда осаһы йыһангирҙар бөтмәҫ, әммә бөгөнгө йәштәр араһында, космонавт булам, тигәнен ишетмәҫһең. Замана балалары күбеһенсә банкир булырға хыяллана. Ә сикһеҙ космос өсөн беҙҙең Ер шары бер бәләкәй генә саң бөртөгөндәй.

“Беренсе” тәүгеһе булмаған…

Йыһанды өйрәнергә әҙерләнеү СССР хөкүмәтенең гел иғтибар үҙәгендә була. Хәйер, бөтә донъя быға ынтыла. Айырыуса фәне, сәнәғәте үҫешкән илдәр. Беҙҙең “Восток” ерҙе әйләнеп осҡас иһә был темаға ҡыҙыҡһыныу күләме иҫ киткес ҙур масштабҡа етә. Советтар Со­юзында шатлыҡтан эйфория кисергән мәлдәрҙә ситтә уйҙырмалар ҙа тыуҙырыла. Шул “эш” бөгөн дә әүҙем дауам итә. Бына бер мөһименә туҡталайыҡ. Гагариндың беренсе космонавт булыуын инҡар итергә маташыусылар хаҡында. Баҡһаң, Юрий Алексеевичтан алда йыһанға әллә нисәмә кеше осҡан һәм барыһы ла һәләк булған. Был уйҙырманы совет хөкүмәтенең йәшертен рәүештә космонавт әҙерләүенә бәйләп һөйләгәндәр. Имеш-мимештәргә ышанһаң, Юрий Гагарин ун икенсе космонавт икән дә баһа! Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары ошондай уйҙырма­лар­ҙы “тыпылдатып” ҡына торған. Хатта Белка менән Стрелканан һуң йыһанға төрмәгә ғүмерлеккә ябыл­ғандарҙы күпләп осорғандар.
1964 йылда Гиннестың рекордтар китабына тәүге космонавт итеп Владимир Ильюшин яҙылған икән. Уны йыһанға “осороп” ҡына ҡалмағандар, ә бер вариантта ҡурҡыныс үлемен дә һүрәтләгәндәр. Шулай уҡ Ҡытайға килеп төшөп, әсирлектә үлтерелеүе хаҡында ла хәбәрҙәр бар. Тик дөрөҫө – Ильюшин заманында хәрби самолетта 25 км бейеклеккә осоп, донъя рекорды ҡуйған, ил геройы. 2010 йылда, 82 йәшендә вафат булған.

Бер ҡасан да асылмай
торған сер

Ә Гагариндың үлеме лә серле булып ҡала килә. Бында төрлө фараздар бар. Көнбайышта иң таралғаны – самолет һынарға күккә күтәрелгән тәүге космонавты һәм уның хеҙмәттәшен сит планетаның йән эйәләре үлтергән. Йәнәһе, сит планетаныҡыларға Гагарин хәүеф менән янаған. Икенсе фараз – диверсия. Һауалағы һәләкәтте йә КГБ, йә теге йәки был илдең разведкаһы ойошторған булыуы ихтимал.
1968 йылдың 27 мартында ике полковник – Юрий Гагарин менән Владимир Серегин – ултырған МИГ – 15 күнекмә-уҡыу истребителе ҡапыл ергә ҡолай.
Был көн иртә менән Гагариндың юлы уңмай башлай: өйҙә пропускыһын онотоп, кире ҡайта, ашханала төшкө ашҡа тигән талонын ҡалдырып, официантка ҡыҙыҡай килтереп бирә. Владимир Серегин да осошҡа кәйефһеҙ килә. 20 минут талап ителгән осош күнекмәләрен, 5 минутта үтәлде, тип рапорт биргән самолет борты менән элемтә ҡапыл өҙөлә. Һәм күҙәтеүсе вертолеттарҙан ергә хәбәр килә: “Ҡасабанан ситтәрәк – янғын һәм төтөн”… Һуңғы бәйләнеш ваҡыты менән һәләкәт араһы бер минуттан да әҙерәк. Ошо бер нисә секундтың сере һаман асыҡ түгел. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, осоу­сы-һынаусыларҙың самолеты төҙөк булған. Тәүге космонавтың һуңғы доклады магнитофонға яҙылған, шундағы тауыштан беленеүенсә, Гагарин тыныс булған, тын алышы ла нормаль тип баһаланған. Ул, ахыры, үлеме тураһында уйларға ла өлгөрмәгән.
Ә отставкалағы полковник Иван Рубцовтың фекеренсә, Гагариндың фажиғәһен драматик тип тә атарға мөмкин. Ни өсөн тигәндә, 1961 йылда бар донъяны шаулатҡан беренсе йыһангир берҙән-бер көндө күнекмә самолетына ул­тырыр­ға мәжбүр булған. Йыһандан ҡайтҡас, Гагарин ике йыл буйына самолетҡа ултырмай, аҙаҡ та бик һирәк кенә. Уны, кумир, идол, кешелек идеалы итеп, бөтә донъяға күрһәтеп йөрөтәләр, ә һауа онотола төшә. Рәсми рапорт яҙып ҡына, Гагарин йәнә осорға сыға. Унда ла һынау самолеттарында. Шулай итеп, йыһанды яулаған шәхестең үлем сәбәбен әле булһа фаразлаусылар бар. Әйткәндәй, күрәҙәсе һуҡыр Ванга Гагариндың аварияла үлмәүен, ә уны алыуҙарын белдергән. Кем алған, ҡайҙа алған – уныһын әйтмәгән. Моғайын, сит планета “кешеләре” урлағандыр, тип һығымта яһап ҡуя быға ышаныу­сылар.

Йыһангирҙар нимәне
һөйләп еткермәй?

Йыһанға тәүге кеше осҡандан һуң унда төрлө илдәрҙән 400-ҙән ашыу космонавт булған. Осҡандар, күргәндәр, өйрәнергә тырышҡандар. Әммә йыһан киңлектәре беҙгә үҙ серҙәрен тулыһынса асып бирмәй, әлбиттә. Унда ни барын аныҡ ҡына өйрәнеп тә, аңлатып һөйләп тә еткерә алмаҫтар. Күргән-кисергәндәрен йөрәктәре аша үткәреп, аҡылдан яҙмаһалар ярай әле.
Ҡайһы бер космонавтар орбитала бик сәйер хәлдәргә тарыуын белдерә. Фән уларға ышанып етмәй икән. Асыҡ киңлеккә сыҡҡан йыһангирҙар айырыуса аңлата алмаҫлыҡ тойғолар кисерә. Бында, бәлки, аптырарлыҡ нәмә лә юҡтыр, ни тиһәң дә, Ерҙән бик алыҫта, юғарыла, һин дә мин осоп йөрө әле – үҙе бер мөғжизәле күренеш тә баһа.
Шулай ҙа кемдер ниндәйҙер эске тауыштар ишетә, пейзаждар күрә, музыка “тыңлай”. Хатта ҡайһы бер космонавтар үҙен динозавр итеп хис иткән. Бындай күренештәрҙең килеп сығышын әлегә ғалимдар ҙа аңламай. Мәҫәлән, Юрий Гагарин менән Алексей Леонов бер көй ишеткән, Владислав Волков эт өргәнен, аҙаҡтан бала илағанын һөйләгән.
Космонавт Сергей Кричевский “Орбиталағы ҡурҡыныс төштәр” тигән мәҡәләһендә төш күреүен генә түгел, ҡапыл баҫлығыуҙары, галлюцинациялар тураһында бәйән иткән.
Космонавтарҙы техник яҡтан әҙерләү өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләүсе ғалим Валерий Бурдаковтың аңлатыуынса, бөтә кисерештәр төпкө аң структураһы үҙгәреүҙән килә. Быға әллә нурланыштар йоғонто яһаймы, әллә йыһандағы ауырлыҡ юғалтыу тәьҫиреме – белеп булмай. Кеше Ерҙе ҡайҙандыр башҡа урындан күрһә, ул ниндәйҙер рухи тойғо йоғонтоһонда ҡала икән.
Космонавтарҙың күбеһе орбитанан ерҙәге ҡайһы бер объекттарҙы ғәҙәти булмағанса ҙур итеп, асыҡ күргән. Виталий Севастьянов, мәҫәлән, Сочиҙағы ике ҡатлы йортон “табып алған”. Георгий Гречко һауала ҙур боҙ киҫәге “йөҙөп” йөрөгәнен фотоға төшөргән. Ҡайһы берҙә орбитала йыһангирҙар эргәләрендә кемдер йә нимәлер булыуын тоя икән. Етмәһә, ауыр ҡарашлы икән үҙе. Йә эске тауыш нимәлер шыбырлай, “әйткәндәре” тәржемәсеһеҙ ҙә аңлашыла, ти.
Йыһандағы күренештәрҙе ғалимдарға бик еткереп бармайҙар, сөнки тегеләре төпсөнөп тикшереүгә тотонасаҡ. Был инде космо­навтар­ға ҡулай түгел, өҫтәүенә, медицина белгестәренең осошто рөхсәт итмәүе лә бар, психик сирҙәр табып, ябып ҡуйыуҙары ла.
Әйткәндәй

Ауырыу тигәндән, ерҙәге ҡатмарлы сирҙәрҙе дауалау юлдарын нисек кенә эҙләмәйҙәр. Бөгөн хатта һораулы ҡараштар күккә лә төбәлгән. Мәҫәлән, бер төркөм ғалим, ҡалҡан биҙе яман шешен йыһанда дауалап була, тип фаразлай. Дания белгестәре 2011 йылда Ҡытай космик аппаратында тикшереү үткәреп, шуны асыҡлаған: яман шеш күҙәнәктәре ун көн йыһанда булғандан һуң әүҙемлеген юғалта икән. Был асыш рәсми иҫбатланһа, яҡын киләсәктә кешеләрҙең ауыр сирҙәр­ҙән ҡотолор өсөн күпләп космосҡа осоуы ла мөмкин.

Фекерҙәр

Константин ФЕОКТИСТОВ, летчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы, техник фәндәр докторы (1926 – 2009):
– Гагарин бер ҡасан да кеше-уникум ролен уйнаманы, уйнарға ла тырышманы. Ул үҙен ғәҙәти булмаған хәлгә тарыусы ябай кеше итеп кенә тойҙо.

Борис ВОЛЫНОВ, космонавт, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы:
– Мин космонавтарҙың тәүгеләренән һаналам. Ул саҡта беҙ бары йыһанға оса инек, ә башҡа планеталарҙы өйрәнеү тураһында һүҙ ҙә булманы. Былай ҙа хәүеф ҙур ине. Осоштарҙың нимә менән бөтөрөн берәү ҙә белмәне. Йыһанды өйрәнергә кәрәк, әлбиттә, әммә яңы планеталарҙы үҙләштерер өсөн иҡтисади яҡтан да, техник яҡтан да әҙерлек кимәле түбән, бында яңы тиҙлектәр талап ителә.

Александр РОДИН, Рәсәй Фәндәр академияһы Йыһан тикшеренеүҙәре институтының ғилми хеҙмәткәре:
– Башҡа планеталарҙы тикшереү күрһәтеүенсә, улар кеше йәшәүгә яраҡһыҙ. Марста ла алмағастар сәскә атмаясаҡ. Ерҙең генә кешегә уңайлы икәнен дини яҙмалар раҫлай. Шулай ҙа Марсҡа осорға кәрәк. Ниндәй асыштар булыуын белмәйбеҙ бит. Заманында Себергә тәүгә аяҡ баҫыусылар ҙа унда нефть һәм газ барлығын белмәгән. Өйрәнгәндәр, эҙләнгәндәр. Нефть арҡаһында беҙ йәшәйбеҙ. Марсҡа тап Рәсәй кешеһе барырға тейеш.


1950 йылдарҙа ҡаҙаҡ далаларында космодром төҙөргә булғас, дошман күҙенән һаҡланыу, уны алдау маҡсатында Ҡарағанда өлкәһенең Байконур ҡасабаһы янында, “ысын” космодромдан 300 км алыҫлыҡта, ағастан тағы береһен һалалар. Шуныһы ҡыҙыҡ: Гагарин осҡан космодромға әллә ҡайҙа ятҡан ялғанының исеме ҡушыла ла ҡуя. Байконур бөгөн дә популяр.
Йыһанда космонавтарға илауы ҡыйын – күҙ йәше түбәнгә ағып төшмәй, ә бәләкәй шар булып күҙҙә ҡала. Етмәһә, әсетә икән. Шул “шарҙар”ҙы һыпырып төшөрөргә кәрәк.
Айға осоусы Америка караптарының тик “Аполлон – 13” тигәне генә етди һәләкәткә тарый. Был 13 апрелдә була.
Лайка тигән этте космосҡа осорғанда алдан уҡ уның һәләк булырын белгәндәр. Шул ваҡиғанан һуң БМО-ға Миссисипи штатынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙан хат килә. Улар, СССР-ҙы эттәргә ҡарата ҡанһыҙлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләп, тәҡдим яҙған: әгәр фән өсөн йыһанға тере йән эйәләре ебәрергә кәрәк икән, беҙҙә бының өсөн негр балалары бик күп.
Космосҡа тәүҙә эттәр осһа, Айҙы әйләнеп сығыуға ташбаҡа ебәрелгән. Был 1968 йылда булған. Ташбаҡаларға кислород та күп кәрәкмәй, ашамай оҙаҡ йәшәйҙәр, летаргик йоҡоға китеү һәләттәре лә бик уңайлы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”