НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Буран ҡотора


Буран ҡотораКисә РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы көслө ел сығасағы хаҡында иҫкәртте. Синоптиктар билдәләүенсә, кисә генә түгел, бөгөн дә республикала көслө ҡар яуасаҡ һәм ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Һауа температураһы көндөҙ 4 градус һыуыҡтан 1 градус йылыға тиклем етәсәк. Был көндәрҙә ел секундына 20 метрға тиклем иҫәсәк.
Көслө ел ваҡытында электр, телефон сымдарының өҙөлөүе, насар төҙөлгән биналарҙың емерелеүе, быяланан эшләнгән конструкцияларҙың ватылыуы ихтимал. Ел осорған ҡыйыҡтар һәм башҡа материал­дар­ҙың кешегә зыян килтереүе бар. Шулай уҡ юлдар ҙа хәүеф аҫтында: беренсенән, ҡар яуа, тайғаҡ һәм бер нәмә күренмәй. Икенсенән, юлдарға ағастар ауыуы ла мөмкин.
Көслө ел тотош республикала иҫәсәк, тип фаразланды. Ә инде Шишмә һәм Кушнаренко райондары айырыуса ҡурҡыныс аҫтында.
Әлбиттә, юлдарҙа фажиғәләр булмаһын, тығындар барлыҡҡа килмәһен, көслө ел халыҡты бәләгә тарытмаһын өсөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы, урындағы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөтә сараларҙы ла күргән. Шулай ҙа бындай ваҡытта һәр кем уяулыҡты юғалтмаһа, башҡаларҙың һәм үҙенең ғүмере өсөн айырыуса яуаплы булһа, зыян итмәҫ.

Сығыу ваҡыты 21-03-2014, 05:09 | Ҡаранылар: 886
|
  • 7 июлдә Башҡортостанда көслө ел, күк күкрәүе, томан көтөлә
  • Ҡарҙар яуып, буран ҡубасаҡ
  • Һауа торошо һыуыта
  • Көн торошоноң үҙгәреүе көтөлә
  • Дауылдан һаҡ булығыҙ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Ҡорбанлыҡ урлыҡ менән килмәгәнме? Тикшерегеҙ
  • Организм нимә хаҡында иҫкәртә?
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Күп балалы бәхет
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә



  • Радио Юлдаш FM