НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Атай ҡулдары


Тыумыштан аяҡһыҙ улы менән бер атай йәшәгән. Улын һәр ваҡыт күтәреп, донъя гиҙгән, уға төрлө илдәр­ҙе, ҡалаларҙы күрһәткән, балаһының күңелен күргән. Улы буй еткергәс тә ир уны ҡулында йөрөтөүҙе дауам иткән.
– Ниңә инде улай итәһең? – тип аптыраған быны күргән халыҡ. – Һин бит хәҙер үҙең оло кеше, оҙаҡламай үҙеңде күтәреп йөрөргә кәрәк буласаҡ... Улың хаҡына көсөңдө һаҡла. Оҙағыраҡ йәшәйәсәкһең бит.
Кешеләрҙең әйткәненә ир һәр ваҡыт: “Нимә һөйләй­ҙәр, улар нимә белә?” – тиер булған. “Минең ғүмерем, минең көсөм улымды ҡулымда йөрөтөр өсөн бирелгән бит ул. Ҡулда­рымдың көсө арҡаһында улым тормоштоң матурлығына һоҡлана, ҡыуана ала. Ул бөтә нәмәгә иҫ киткес иғтибарлы. Ә минең ҡулдарымда йөрөгәндә күргән бөтә нәмә уның таҙа һәм эскерһеҙ күңелендә мәңгелеккә ҡаласаҡ бит.
Уны ҡалдырып китергә ваҡыт етһә, улымдың тормошо матур хәтерләүҙәргә бороласаҡ. Ул бөтә күргәндәрен, үҙе кисергәнде, нимәләргә ҡарап һоҡланғанын, нимә яратҡанын хәтерләйәсәк. Тап бына шул хәтерләүҙәр уның киләсәк тормошо буласаҡ. Ошо­ларҙы улым яңынан кисерәсәк, тоясаҡ һәм атларға өйрәнәсәк. Әле­гә тиклем берәү ҙә атлай алмаған һымаҡ атлаясаҡ ул. Һәм кем белә, бәлки, Аллаһы Тәғәлә насип итһә, минең улыма ла үҙ улын ҡулдарына алып, тормошто асыр­ға һәм атлар­ға өйрәтергә тура килер”, – тигән атай кеше.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 14-03-2014, 05:59 | Ҡаранылар: 759
|
  • Атай ҡулдары
  • ӘЛЛӘ БУЛДЫ, ӘЛЛӘ БУЛМАНЫ…
  • Уңыш хаҡында
  • Ҡатын-ҡыҙ хаҡында
  • Балыҡтар нимә һөйләй?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)



  • Радио Юлдаш FM