НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Уңыш хаҡында


Бер заман улы атаһынан:
– Тормошта уңышҡа өлгәшер өсөн нимә эшләргә кәрәк? – тип һорай.
– Белмәйем, – ти атаһы, – бик ауыр һорау, ана, әсәйеңдән һора.
Әсәһе лә был хаҡта белмәүен әйтә. Ана, тау башында боронғо матур һарайҙа йәшәгән аҡһа­ҡалдан һора, тип кәңәш бирә.
Һәм малай шунда барып, ҡарт­ҡа һорауын бирергә була.
– Аҡыл эйәһе, – ти ул сал сәсле ҡартҡа, – әйт әле, кешегә уңыш юлдаш булһын өсөн нимә эшләргә?
– Ауыр һорау бирҙең, – ти ҡарт. – Мин уға яуап бирәсәкмен, әммә һуңғараҡ. Ә әлегә, бар, минең һарайҙы ҡарап сыҡ. Унда иҫ киткес нәмәләр бар! Коридорҙар буйлап йөрө, күҙҙең яуын алырлыҡ матур туҡымалар­ҙы күр, аш-һыу бүлмәһендәге бөтә тәмле ризыҡтан ауыҙ ит, баҡсалағы ҡоштарҙың моңло тауышын тыңла. Аҙаҡ минең эргәгә кил.
Малай быға шатланып риза була һәм һарайға инеп киттем тигәндә генә ҡарт уны туҡтата ла:
– Онота яҙғанмын. Ҡулыңа бына ошо ҡалаҡты тот, унда – ике тамсы май. Тик һарай буйлап йөрөгәндә майҙы түгә күрмә! – ти.
Бер аҙҙан малай әйләнеп килә, уның ҡулында теге майлы ҡалаҡ була.
– Шунан, – ти аҡыл эйәһе, – минең һарайҙа һиңә оҡшанымы?
– Майҙы түгермен тип ҡурҡып, бер нәмә лә күрмәнем, – тип яуап­лай малай.
Аҡһаҡал уны яңынан ебәрә. Бер сәғәттән һуң малай әйләнеп килә. Һәм ул бик ҡәнәғәт булыуы, ундағы иҫ киткес нәмәләрҙе әле бер ваҡытта ла күрмәүе хаҡында һөйләй. Ә аҡһаҡал май хаҡында һорағас, малайҙың уны һарайға һоҡланып йөрөгән ваҡытта түгеүе асыҡлана.
– Һин минән нисек уңышҡа өлгәшергә, тип һорағайның, – ти аҡыл эйәһе, – мин яуап бирергә әҙер. Беҙ тыуғандан алып үҙебеҙҙе уратып алған донъяға – нимә ишетәбеҙ, тоябыҙ, күрәбеҙ, шуларға һоҡланып йәшәйбеҙ. Ваҡыт үткән һайын улар беҙҙең тормош ҡанундарыбыҙға әйләнеп, донъя көтөргә ярҙам итә. Әммә шулай уҡ тормош дауам иткән һайын беҙ, һин минең һарайҙы ҡарап йөрөгәндә түккән май тамсылары һымаҡ, тапҡаныбыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡабыҙ. Һәм был дөрөҫ. Уңыштың сере – һәр ваҡыт ҡалаҡтағы май тамсылары хаҡында иҫләүҙә. Нимәнелер барлыҡҡа килтереү, ай-һай, ауыр. Ә уны юғалтыу бер нәмә лә түгел…

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 24-01-2014, 11:27 | Ҡаранылар: 908
|
  • Һуңғы өмөт
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Хоҙай биргән нәмәләрҙе алырға тырышығыҙ!
  • Ҙур аҡылға эйә булыу
  • Ожмах ишеге
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM