RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙең ауыл түгелме икән?

13.12.2013 Беҙҙең ауыл түгелме икән?

(«Нимә булды был: миражмы, параллель донъямы?», «Йәшлек», N 22, 29 ноябрь, 20013 йыл)
Бөрйән районының Аҡбейек тауы өҫтөндәге күренештең сағым (мираж) икәнлеге асыҡ аңлашыла.
Сағым – атмосфералағы оптик күренеш. Унда алыҫ предметтар һыуҙан сағылған һымаҡ йә ҡабырғанан, йә өҫкә күсеп, йә баштүбән сағыла.
Ул, ер өҫтөндәге һауаның тығыҙлығы төрлө булыуы сәбәпле, предметтарҙан сағылған кадрҙарҙың бөгөлөүе, рефракция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Яҡтылыҡ нурҙары тығыҙлығы айырылып торған һауа аша үтһә, шул уҡ хәл күҙәтелә. Һауала тик яҡтылыҡ нуры яйлап бөгөлә (рефракция). Һөҙөмтәлә алыҫтағы предметтар йә яҡыная, йә тура өҫкә табан күсә. 24 ноябрҙәге күренештең шаһиты булған Йыһанур Шәмиғолов: «Аҡбейек һымаҡ бик бейек тау күрҙем. Мираж ине ул», – тип минең фекерҙе дәлилләне. Тимәк, тауҙар араһында ҡар ятҡан­ға һәм итәгенән түбәһенә ҡарай һауа ағылғанға тау башындағы һауа тығыҙлана, унан да өҫтәрәк һауаның тығыҙлығы кәмерәк була. Һауаның шул мәлендә (рефракция сәбәпле) Аҡбейек кешеләре күҙенә бер аҙ өҫкәрәк күсеп күренгәндер, моғайын. Бынан әллә ниндәй мөғжизә яһарға ярамайҙыр. Ул була торған күренеш.
Аҡбейектән 100 –120 саҡрым алыҫлыҡтағы йә Межгорье ҡалаһы, йә Белорет эргәһендәге берәй ҡасаба һауала сағылғандыр. Сөнки һүрәттәрҙә шәүләләр эргәһендә тауҙар күренә. Беҙҙең Әбделмәмбәт ауылы тау итәгендә урынлашҡан. Ике ҡатлы мәктәп, таштан һалынған балалар баҡсаһы, мәсет, мәктәп ҡаҙанлығы торбаһы һ. б. Өйҙәр тау итәгендә булғас, ҡырҙан ҡарағанда ҡатлы һымаҡ. Бәлки, беҙҙең ауыл шәүләһе боҙола биреп, ҡала рәүешен алманымы икән? Донъя сикһеҙ, беҙ беләһе серҙәр ҙә күп.
Сәхрәләрҙә юлдаш, дәртле моңдаш
Ғалим егеттәрҙең белеме.
Тәбиғәттең тәрән серҙәренә
Һис етмәй бит әҙәм ғилеме, –
тип яҙған беҙҙең ауылдан сыҡҡан Сабирйән сәсән Мөхәмәтҡолов. Йәшәй-йәшәй, өйрәнә-өйрәнә ата-бабаларҙың, ғалимдарҙың яҙғандарын уҡып, тәбиғәттең серҙәрен төшөнөрбөҙ әле.

Миңзәлә ФӘТХУЛЛИНА,
географ.

Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”