НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Йәшәү йәме – берҙәмлекТә

Йәшәү йәме – берҙәмлекТә


Йәшәү йәме – берҙәмлекТә
Миңә оҡшай бөтә халыҡтар,
Берәйһенә яла яғырға,
һүҙ әйтергә кемдең хаҡы бар?..

Р. ҒАМЗАТОВ.

Йәйҙең матур бер көнөндә йомош менән Өфөгә барырға тура килде. Туҡталышта автобус көтөп торғанда, урта йәштәрҙәге ике апай­ҙың һөйләшкәне ҡолағыма салынып ҡалды. Берәүһе икенсеһенә үҙ күршеһен яманлап һөйләй ине. Уларҙың әңгәмәһенә иғтибар ҙа итмәҫ инем, тик ике һүҙҙең береһендә апай: "Башҡорт бит ул, башҡорттан нимә алаһың?" – тип өҫтәп ҡуя. Ошондай һүҙҙәрҙән һуң нисектер ҡыйын да, бик матур кейенеп, буянып алған был апайҙар өсөн оят та булып китте. Үҙемдең милләтемә ҡарата ошондай һүҙҙәр ишетермен тип бер ҡасан да уйыма ла килмәгәйне. Апайҙарға: "Улай ярамай бит! Кешенең яҡшымы, насармы икәнен милләтенә ҡарап билдәләмәйҙәр", – тип ҡаршы өндәшкем килде.
Үҙемдең ғаиләм күп милләтле булғас, ике милләтте лә берҙәй күрәм, ихтирам итәм. Олатайым Тимербай Хәмәтдинов – Урта Хәжәт ауылы башҡорто, ҡасандыр татар ҡыҙы Фәниәгә өйләнгән. Бик татыу ғаилә ҡороп йәшәгән улар. Атайым да күрше Усман ауылынан татар ҡыҙын кәләш итеп алған. Ғаиләбеҙҙә ике милләттең дә йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен берҙәй яҡын күрәбеҙ, ике телгә ҡарата ла атай-әсәйем ихтирам тәрбиәләй алды.
Ҡайһы берҙә ғаиләбеҙҙә ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып ҡуя. Мәҫәлән, әсәйем: "Исәнмесез", – тип иҫәнләшһә, атайым шул саҡта, шаяртып: "Кешенең иҫән икәнен күрәһең бит, һаулығын һораш", – ти. Байрам, йолаларҙы күңелле итеп, туғандар менән бергә үткәрәбеҙ, һәр йома һайын башҡорт, татар аштарын бешерәбеҙ, туғандарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырабыҙ.
Мин уҡыған Дмитриевка мәктәбендә лә төрлө милләт балалары белем алды. Хатта беҙҙең синыфта биш төрлө милләт кешеләре бар ине: Александра – рус, Антон – украин, Альберт – сыуаш, Радмир менән Алһыу – татар, ә Әлиә, Айһылыу һәм мин – башҡорт. Бер-беребеҙҙе бер ваҡытта ла милләтенә ҡарап айырғаныбыҙ, кәмһеткәнебеҙ булманы. һәр саҡ татыу, дуҫ йәшәйбеҙ, рус телен­дә лә, башҡортса ла, татарса ла аралашабыҙ. Башҡорт теле дәресендә Александра шиғыр уҡығанда, беҙ хайран ҡалып тыңлай торғайныҡ. Ул башҡортса шул тиклем матур итеп, моңло итеп уҡый, әйтерһең дә, башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкән дә гел башҡортса ғына һөйләшеп йөрөгән. Моғайын, ул бер ваҡытта ла кешене, башҡорт ул, тип хурламаҫ.
һәр кешенең үҙ матурлығы булған кеүек, һәр милләт тә үҙенсә матур, ҡабатланмаҫ һәм донъяла бер генә. Ә донъяны бит матурлыҡ тота. Минең милләтем Ер шарында иң яҡшыһы, тип бер ҡасан да әйтергә ярамай­ҙыр. Ниндәй генә милләт юҡ донъя­ла! Барыһын да берҙәй ихтирам итергә кәрәк. Берҙәмлектә, татыулыҡта, бер-береңә ярҙам итеп йәшәһәң, донъяла һуғыштар ҙа булмаҫ ине, бәлки.
Әлеге көндә милләттәр араһында ыҙғыш тыуҙырырға тырышыусылар ҙа юҡ түгел. Кемдәрҙер быны аңһыҙ рәүештә эшләй (алда иҫләп киткән апай­ҙар кеүек), ә ҡайһы берәүҙәр юрамал беҙҙең татыу тормошҡа аяҡ салырға маташа. Телевидение аша ла йыш ҡына, төрлө фашистик төркөмдәр ойоштороп, башҡа милләт кешеләрен йыйылышып туҡмап йөрөгән, үҙ милләтен барыһынан юғары ҡуйырға тырышҡан йәштәрҙе йыш күрһәтәләр. Улар ниндәй маҡсатҡа ирешергә теләй­ҙер, аңламайым. Моғайын, бындай кешеләр үҙ милләтен дә бик хөрмәт итмәй­ҙер, үҙ халҡының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә белмәйҙер. Юҡһа улар бер генә милләттең дә үҙе генә айырым йәшәмәгәнен, үҙе генә үҫешмәгәнен дә аңлар ине. Заманында башҡорттар менән рустар һәм башҡа халыҡтар Пугачев менән Салауат Юлаев етәкселегендә, иңгә-иң терәп, азатлыҡ көрәшенә күтәрелгән. Был яуҙа татар­ҙар ҙа, сыуаштар ҙа, мариҙар ҙа күп булған. Француздар Рәсәйҙе баҫып ингәндә лә, рус халҡы яңғыҙ ҡалмаған, уларға күп кенә милләт халыҡтары ла ярҙамға килгән. Бигерәк тә башҡорттар иҫ киткес ҙур батырлыҡ күрһәткән. Ә Бөйөк Ватан һуғышында төрлө милләт халҡы ҡулға-ҡул тотоноп, берҙәй күтәрелмәһә, Еңеү көнөн күрә алыр инеме ни?!
Йәшәү йәме – берҙәмлектә! Төрлө милләт халыҡтары бер-береһе менән татыу, үҙ-ара дуҫ йәшәгәндә генә илебеҙ сәскә атыр.


Айгөл ХӘМӘТДИНОВА,
БДУ студенты.

Сығыу ваҡыты 6-12-2013, 13:51 | Ҡаранылар: 974
|
  • Мин – россиянмын!
  • Башҡорт ҡыҙҙары халыҡ-ара проектта ҡатнаша
  • Башҡорт ҡыҙҙары халыҡ-ара проектта ҡатнаша
  • Үҙ булмышыбыҙға хыянат итмәйек
  • БЕҘҘЕҢ ФАЙҘАҒА ЛА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM