НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡатын-ҡыҙ хаҡында

Ҡатын-ҡыҙ хаҡында


Алла ҡатын-ҡыҙҙы яһағанда бик һуңға тиклем эшләгән. Бер көндө уның эргәһенә фәрештә килеп:
– Ни өсөн һин уны эшләүгә бик күп ваҡыт түгәһең? – тип һорай.
– Һин, – ти Алла, – уны эшләр өсөн ниндәй үҙенсәлектәрҙе ҡулланыуыма ҡара. Ул тиҙ генә йыуыла торған, әммә пластиктан түгел, 200-ҙән ашыу хәрәкәтләнеүсән «частары», һәм иҫ киткес һомғол, зифа буйлы булырға тейеш. Ауырығанда ул үҙен-үҙе дауалай белергә, тәүлегенә 18 сәғәт эшләргә бурыслы. Уның тик ике генә ҡулы булырға, әммә ул бер юлы бөтә балаларын да ҡосаҡлай алырға, ҡосаҡлай ғына түгел, ә уларҙың бөтә күңел, йә башҡа ауыртыныуҙары бөтөрлөк итеп ҡыҫып ҡосаҡларға тейеш.
Фәрештә быларҙы иҫе китеп тыңлай һәм:
– Ә был стандарт моделме? Бер көндә ул тиклем эшләү мөм­кин түгел. Иртәгәгә ҡалдырып тор, – ти.
– Юҡ, – ти Алла, – уны бөгөн тамамлаясаҡмын, һәм ул минең иң яратҡаным буласаҡ.
Фәрештә яҡыныраҡ килеп, ҡатынға ҡағыла:
– Бәй-бәй, Тәңрем, ул бит бигерәк йомшаҡ.
– Эйе, ул йомшаҡ, әммә мин уны шундай көслө иттем. Һин уның нимәләр эшләй һәм нимәләргә түҙә алыуын күҙ алдыңа ла килтерә алмайһың. Ул бик нескә, әммә ундағы көс иҫ киткес.
– Ә ул уйлай беләсәкме? – тип һорай фәрештә.
– Ул уйлау ғына түгел, хатта күндерә лә аласаҡ.
Фәрештә ҡатындың сикәһенә ҡағыла һәм:
– Минеңсә, ул боҙоҡ килеп сыҡҡан, ана бит, нимәһелер аға ла башлаған.
– Юҡ, яңылышаһың, – тип төҙәтә уны Алла, – был бит күҙ йәштәре.
– Ә улар нимә өсөн? – ти фәрештә.
– Күҙ йәштәре уның бойоғоуын, мөхәббәтен, яңғыҙлығын, ҡайғырыуын һәм дә ғорурлығын сағылдыра.
Фәрештә шаҡ ҡата.
– Аллаҡайым, һин бит, ысынлап та, даһи! Бөтәһен дә уйлаған­һың.
– Эйе, – ти Алла. – Уның ир-атты шаҡ ҡатырырлыҡ көсө бар. Ул илағыһы килгәндә көлә аласаҡ, үҙенә ярҙам кәрәккәндә башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙасаҡ. Уның бер генә ҡарашы ир-ат башҡара алмаҫлыҡ нәмәләр­ҙе эшләйәсәк.
Шунан бер аҙ шым тора ла, ныҡ итеп көрһөнөп:
– Әммә унда кәрәкмәгән, бөтә ғүмерен юҡҡа сығарырлыҡ бер нәмә бар, – ти.
– Нимә, нимә ул? – тип ҡыҙыҡһына фәрештә.
– Ул үҙенең хаҡын белмәй… – ти Алла.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.

Сығыу ваҡыты 1-11-2013, 11:08 | Ҡаранылар: 933
|
  • Тапҡан ризығығыҙ хәләл булһын!
  • Ваҡытында тейешле дауа алырға кәрәк
  • Ҡулдан ысҡындырылған бәхет
  • Яҙыусы һәм бур хаҡында
  • Көҙгө
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM