НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Президент хаты киләсәккә ышанысымды арттырҙы

Президент хаты киләсәккә ышанысымды арттырҙы


Данлы Бейеш батыр тыуып үҫкән Әбйәлил районының Ҡусҡар ауылынан Шәфҡәт Ғәбитов булам. Әлеге көндә Өфөлә Республика башҡорт лицей-интернатының 11-се класында уҡып йөрөйөм.
Етенсе кластан алып башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса төрлө район, ҡала, республика, төбәк-ара кимәлдәрҙә үткәрелгән конкурстарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, күп тапҡыр еңеүсе булдым һәм призлы урындар яуланым. Мине өйрәткән һәм ярҙам иткән етәксем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Мәүлиха Фәрит ҡыҙы Дәүләтшинаға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Уҡыу йылы башында БР Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған Республика көнөнә арнал­ған иншалар конкурсында ла ҡатнаштым. “Быуындарҙы быуындарға бәйләр шәжәрәм бар” тигән темаға инша яҙып, призлы урын яуланым.
Хөрмәтле Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов Респуб­лика көнөнә арналған тантанала үҙенең сығышын иншамдың өҙөгө менән тамамлауы миңә ҙур этәргес көс бирҙе. Ил ағаларының оло фекере минең ҡарашым һәм уйҙарым менән ауаздаш булыуы сик­һеҙ ҡыуандырҙы һәм матур киләсәккә ышанысымды арттырҙы. Минең өсөн генә түгел, ата-әсәйем, туғандарым, дуҫтарым һәм тотош лицей өсөн дә оло һөйөнөс ине ул.
Рөстәм Зәки улына рәхмәтемде белдереп, хат яҙҙым. Күп тә үтмәне, яуап хаты алдым. Шатлы­ғымдың сиге булманы. Хаттың йөкмәткеһен тәҡдим итәм:

“Хөрмәтле Шәфҡәт!
Ихлас яҙылған хатың һәм изге теләктәрең өсөн ҙур рәхмәт! Йәмғиәткә файҙалы кеше булырға, республикаң өсөн күп эш башҡа­рыр­ға теләүең, туған телгә һәм халҡыңдың тарихына ихтирамың ҡыуандыра. Беҙгә шундай аҡыллы һәм битараф булмаған егеттәр бик кәрәк.
Лицейығыҙҙың әлеге ваҡыттағы проблемалары тураһында беҙ яҡшы беләбеҙ. Республика Хөкүмәте уларҙы хәл итеү өсөн актив эш алып бара. Тиҙҙән һеҙҙең өсөн ашхананың яңы бинаһын төҙөй башлаясаҡбыҙ. Уҡыусылар яҡшы шарттарҙа белем алһын өсөн әлеге ваҡытта лицейҙа капиталь ремонт үткәреү хаҡында кәңәшләшеүҙәр алып барыла.
Һиңә, туғандарың һәм дуҫтарыңа сәләмәтлек, уҡыуыңда ҙур уңыштар теләйем!” Р. ХӘМИТОВ.
Эйе, беҙ, лицей уҡыусылары, бөгөн 5-се училище бинаһында уҡып йөрөһәк тә, төшөнкөлөккә бирелмәй, мәктәбебеҙҙең емерек хәлдә булыуын ваҡытлыса күренеш тип ҡабул итәбеҙ, лицей уҡыусыһы исеменә тап төшөрмәй, тырышып белем алабыҙ.
Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улының беҙҙең уҡыу йортона иғтибар бүлеүе һәм ярҙам ҡулы һуҙыр­ға әҙер булыуы беҙҙе сикһеҙ ҡыуандыра.

Шәфҡәт ҒӘБИТОВ,
Республика башҡорт лицей-интернатының 11-се класс уҡыусыһы.

Сығыу ваҡыты 24-05-2013, 11:37 | Ҡаранылар: 758
|
  • Сулпан Саникина: «Барыһы ла яҡшы булыр!”
  • БАШҠОРТ ТЕЛЕН БЕЛЕҮ – МӘРТӘБӘ
  • Һәләтле уҡыусылар – республикабыҙ киләсәге
  • Әйҙәгеҙ, һабантуйға!
  • Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашты
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM