НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » ҺУҒЫШ ҺӘМ ҠАТЫН-ҠЫҘ

ҺУҒЫШ ҺӘМ ҠАТЫН-ҠЫҘ


“Һуғыш йөҙө – гүзәл зат йөҙө түгел” тип әйтелгән. Тик, ысынында, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта ла, тылда ла ҡаһарман ҡатындарыбыҙ етерлек булған. Бөгөн беҙ ошо дәһшәтле йылдарҙы төрлө урындарҙа кисергән бер нисә апайға мөрәжәғәт иттек. “Һуғыш йылдарын ҡатындар нисек үткәрҙе?” – тигән һорауҙы ишетеү менән уларҙың һәр береһе күҙ йәштәре аша хәтирәләре менән бүлеште.

Хәлиҙә ЯХИНА, Сибай ҡалаһы:
– Илебеҙҙең башҡа урындарындағы кеүек үк, әсәйем, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә хәлдән тайғансы ураҡ урып, бесән сабып, ҡара көҙгә тиклем ырҙында эшләп йәшәнек. Наҙлы ғына, иркә генә ҡыҙҙар булып йөрөү эләкмәне – ураҡ урғанда яраланған ҡулдарымда һаман да ҙур-ҙур йөйҙәр бар.
Һуғыш йылдарында клубҡа сығып, бейеп-йырлап йөрөгән, кис ултырыу ойошторған ҡатын-ҡыҙҙарҙы бөтөнләй хәтерләмәйем. Булмағандыр ундай хәлдәр – арлы-бирле ашап ҡына ҡайтып йығыла инек.
Бер матур ваҡиғаны онотмайым: Бөйөк Еңеүҙе иғлан иттеләр, беҙ барыбыҙ ҙа йүгерешеп клуб янына йыйылдыҡ. Ҡотлау-докладтарҙы ултырып тыңлаған үләндең йәм-йәшел булғанлығы күңелгә һеңеп ҡалған. Бер апайҙың ире һуғыштан яраланып Еңеүҙән саҡ ҡына алдараҡ ҡайтҡайны, шул апай тантана майҙанына сыҡты ла: “Иремдең иҫән ҡайтыуы хөрмәтенә балалар йортона бер һарыҡ бүләк итәм!” – тине. Халыҡтың ҡыуанғанын күрһәгеҙ, заманы ниндәй бит – хәҙерге бер һарыҡ бүләк итеү менән ул ваҡыттағыны сағыштырырлыҡ та түгел. Барса халыҡ илай-илай апайға рәхмәт әйтте, етем балаларҙың да рәхмәте үҙенә мең игелек булып ҡайтҡандыр, тимен. Шундай ул беҙҙең ҡыҙҙар – ире һуғыштан имен ҡайтһын өсөн йәнен дә бирергә әҙер.

Галина АСТАШОВСКАЯ, Өфө ҡалаһы:
– Һуғыштың беренсе көндәренән алып Еңеүгә тиклем фронтта булдым. Яраландым, контузия ла алдым. Ордендарым, миҙалдарым бар – улар минең ғорурлығым. Украинала йәшәй инек, һуғыш башланғанда миңә 15 йәш тулғайны.
Һуғыш башланыу менән фашистар беҙҙең ауыл­ға килеп тә етте, атайым беренсе көндәрҙә үк фронтҡа китте. Мәктәптә имтихандар биреп йөрөгән мәл, шулай уҡ йыр-бейеү буйынса конкурста ҡатнашырға әҙерләнеп, клубта йөрөй инек, ауылды утҡа тота башланылар. Беҙҙе шундуҡ тимер юлы вокзалына индерҙеләр ҙә, төнө буйы сығарманылар. Иртән сыҡҡайныҡ, ҡотобоҙ осто – йорттар емерелгән, кешеләр үлеп ята, малдар баҡырыша, ҡош-ҡорт сырҡылдап йөрөй… Йүгереп өй янына килһәм, әсәйем үлеп ята. Уны ҡосаҡлап янына яттым да, ҡайғынан иҫемде юғалтҡанмынмы икән – ҡалғанын хәтерләмәйем. Совет һалдаттары торғоҙҙо мине, хәҙер йә пленға төшәһең, йә һәләк булаһың, әйҙә беҙҙең менән, тип саҡырҙылар. Мин туҡтай алмай илайым… Әсәйемде ерләнек тә, һалдаттарға эйәреп һуғышҡа киттем. Бер ниндәй ҙә саҡырыу-фәлән булманы.
Разведкала һуғыштың аҙағына тиклем фронтта булдым, әллә күпме яралыны үлемдән ҡотҡарҙым.

Фәһимә НӘҒИМОВА, Нуриман районы:
– Йәп-йәш кенә ҡыҙҙарҙы Белорет ҡалаһына ФЗО-ға йыйҙылар (фабрика-завод уҡытыу мәктәбе). Әхирәттәрем менән беҙ ҙә шунда китергә тип яҙылдыҡ, әммә уларҙың береһе лә медицина тикшереүен үтә алманы ла ҡуйҙы. Мин, атай-әсәйемдең малайҙар араһында яңғыҙ үҫкән иркә ҡыҙы, бер үҙем генә сит ҡалаға юлландым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бер ниндәй ҡурҡыу-фәлән булманы, йәшмен, дәртлемен, тырышмын.
Ҡот осҡос шарттарҙа йәшәнек тип әйтә алмайым. Икмәккә талон бирәләр ине, кешеләр бер тапҡыр тәмле ашау өсөн шул талонды һата – мин алам. Һуңынан талонға күпләп икмәк алам да, баҙарға сығып, телемләп кенә һатам. Алалар – миңә аҡса килә. Шул аҡсаға кейем-һалым табам да, иң матуры итеп кейенеп йөрөйөм. Ауылдағы туғандарыма ла бүләктәр йыйҙым.
Төрлө ҡыҙҙар булды арала, әлбиттә, урлаштылар ҙа. Ләкин мин, ҡара тырыш, уҫал булғанлыҡтан, һуғыш йылдарын ФЗО-ла булһа ла лайыҡлы, мөмкин тиклем йәштәрсә итеп үткәрергә тырыштым.
Л. СОЛТАНОВА.

Сығыу ваҡыты 10-05-2013, 10:47 | Ҡаранылар: 998
|
  • Германияға һыбай барып еткән ул
  • Атайҙың ниндәй булғанын да белмәнек
  • һандар һәм факттар
  • Юғалтыу һағышы һаман йөрәкте өйкәй
  • Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә йәнебеҙ әрней
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM