НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам

Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам


Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙамҮткән һандарҙың береһендә донъя күргән “Дежур телефон” рубрикаһында, ике әсәнең һорауы БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ебәрелде, тигәйнек. Ниһайәт, унан яуап килде. Һорауҙарға БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова яуап бирҙе.

Баймаҡ районының Әбдрахман ауылында йәшәүсе Роза КӘЛИМУЛЛИНА:
“Өс балабыҙ бар (3 ай, 2 һәм 3,5 йәш). Ғаилә килеме йәшәү минимумынан түбән. Беҙгә ниндәй пособие-түләүҙәр ҡаралған?”

– 2000 йылдың 24 июлендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” 87-се БР Законына ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫкән ғаиләләргә түбәндәге дәүләт ярҙамы ҡаралған:
– һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 18 йәшкә тиклемге балаларға амбулатор-поликлиника һәм стационар ярҙам бушлай күрһәтелә;
– 6 йәшкә тиклемге балаларға табип рецебы буйынса бушлай дарыуҙар бирелә;
– 18 йәшкә тиклем медицина күрһәтмәһе булған балалар дауалау һәм санаторий төрөндәге балалар учреждениеһына, һауыҡтырыу лагерына һәм башҡа һауыҡтырыу ойошмаһына урын менән сиратһыҙ тәьмин ителә;
– мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһына сиратһыҙ ҡабул ителә;
– дөйөм белем биреү һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында уҡыусылар федераль һәм төбәк уҡыу китап комплекты менән сиратһыҙ, иң алда тәьмин ителә.

Күп балалы, әҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өҫтәмә дәүләт ярҙамы менән файҙалана ала:
– медицина күрһәтмәһе булһа, 18 йәшкә тиклемге балалар, Законға ярашлы, бушлай протез-ортопедия изделиеһы менән тәьмин ителә;
– дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһында күп балалы ғаиләнән булған уҡыусының бушлай мәктәп формаһына, йә уны алмаштырыусы (йәғни дәрескә йөрөрлөк) балалар кейем комплектын алырға хоҡуғы бар;
– дәүләт һәм муниципаль белем биреү учреждениеһында уҡыусы, шулай уҡ дәүләт белем биреү учреждениеһының башланғыс һөнәри белем биреү ойошмаһында уҡыусы бушлай ашауға хоҡуҡлы (23 йәшенә тиклем).
Үрҙә телдә алынған Законға ярашлы, халыҡты социаль яҡлау органдары аша күп балалы ғаиләләргә түбәндәге социаль ярҙам ҡаралған:
– күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең (өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар үҫтереүсе) коммуналь хеҙмәт өсөн киткән сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана. Ул, БР Хөкүмәте муниципаль берәмектәр өсөн йыл һайын билдәләгән республика стандартына ҡарата, өс һәм унан да күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына киткән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡының процент нисбәтендә иҫәпләнә;
– ауылда йәшәүсе дүрт һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләгән сығымы ай һайын аҡсалата компенсациялана. Ул, БР Хөкүмәте муниципаль берәмектәр өсөн йыл һайын билдәләгән республика стандартына ҡарата, өс һәм унан да күберәк кешенән торған ғаиләнең бер ағзаһына киткән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт хаҡының процент нисбәтендә иҫәпләнә;
– дүрт балаһы булғандарға ай һайын – 1500 һум, биш һәм унан да күберәк бала үҫтергән ғаиләләргә 2000 һум пособие түләнә;
– сабый тыуған айҙан алып бер йәшенә тиклем ауылда йәшәүсе ғаиләләргә 115 һум аҡса түләнә, дүрт һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтереүсе ғаиләләргә – 230 һум (2013 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуғандар өсөн);
– күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫеүсе балаға республика биләмәһендә урынлашҡан ял һәм һауыҡтырыу учреждениеһына путевка тәү сиратта бирелә, барып-ҡайтыуға киткән юл сығымы ҡаплана.
2004 йылдың 17 декабрендә донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында ай һайын түләнгән балалар пособиеһы тураһында” 132-се БР Законына ярашлы, ғаиләнең йән башына уртаса килеме Башҡортостанда бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән үтмәһә, балаға ай һайын пособие түләнә (2013 йылдың 1 апреленән – 5633 һум).
Әлеге мәлдә ай һайын түләнгән балалар пособиеһы 142 һум тәшкил итә.
Әгәр ҙә баланың атаһы йә әсәһе алимент түләүҙән ҡасһа, йә закон менән ҡаралған башҡа осраҡта (алимент түләттереү мөмкин булмаһа), шулай уҡ саҡырыу буйынса хәрби бурысын үтәүсенең балаһына 213 һум аҡса түләнә.
Яңғыҙ әсәләргә 284 һум аҡса ҡаралған.
2013 йылдың 1 ғинуарынан айырым категория балаларға, шул иҫәптән күп балалы ғаиләлә үҫеүсе балалар өсөн пособие 132,5 һумға артты.
Ай һайын түләнгән балалар пособиеһының күләме арттырылды:
– 115 һум – ауылда йәшәүсе ғаиләлә үҫеүсе бер йәшкә тиклемге бала өсөн (2013 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуғандар);
– 230 һум – ауылда йәшәүсе дүрт һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләлә үҫеүсе бер йәшкә тиклемге бала өсөн (2013 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуғандар);
– 410 һум – Башҡортостан Респуб­ликаһының дәүләт йәки муниципаль белем биреү учреждениеһында күп балалы ғаиләнән уҡыусы өсөн.
2012 йылдың 11 декабрендә донъя күргән “Балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы закондарын камиллаштырыу сараһы тураһында” БР Президенты Указына ярашлы, 2013 йылдың 1 ғинуарынан күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә өсөнсө йәки артабанғы тыуған 1,5 − 3 йәшлек һәр балаға ай һайын 3000 һум аҡса түләнә.
Бындай ғаиләләргә ай һайын ҡаралған балалар пособиеһы түләү тәртибе 2013 йылдың 5 апрелендә ҡабул ителгән “Күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә өсөнсө йәки артабанғы тыуған 1,5 – 3 йәшлек һәр балаға ай һайын 3000 һум түләү тураһында” БР Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.
Роза Кәлимуллинаға әлеге мәлдә ҡулланмаған социаль ярҙамды алыр өсөн БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йәшәү урыны буйынса территориаль органына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Тағы ла шуны хәбәр итәбеҙ: 2004 йылдың 5 ғинуарында донъя күргән “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбен көйләү тураһында” 59-сы БР Законының 10.1 статьяһына ярашлы, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала үҫтереүсе граждандарға шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бер тапҡыр бушлай ер бүлеме бирелә.

Бөрйән районының Тимер ауылында йәшәүсе Луиза АЛЛАБИРҘИНА:
“Балама 1,5 йәш, әлегә мин декрет ялында. Балаға өс йәш тулғансы балалар пособиеһы тулыһынса түләнә, тиҙәр. Шул дөрөҫмө? Әгәр ҙә эшкә сыҡһам?”

– 2012 йылдың 11 декабрендә донъя күргән “Балалары булған ғаиләләрҙе социаль яҡлау өлкәһендәге Башҡортос­тан Республикаһы закондарын камиллаштырыу сараһы тураһында” БР Президенты Указына ярашлы, 2013 йылдың 1 ғинуарынан күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә өсөнсө йәки артабан­ғы тыуған 1,5 – 3 йәшлек һәр балаға ай һайын 3000 һум аҡса түләнә.
Бындай ғаиләләргә ай һайын ҡаралған балалар пособиеһын түләү тәртибе 2013 йылдың 5 апрелендә ҡабул ителгән “Күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә өсөнсө йәки артабанғы тыуған 1,5 – 3 йәшлек һәр балаға ай һайын 3000 һум түләү тураһында” БР Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.
Тағы ла шуны хәбәр итәбеҙ: әгәр ҙә әлеге пособиеға хоҡуғығыҙ булһа, 2013 йылда ул, ҡайһы ваҡытта мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә, балаға 1,5 йәш булған айҙан алып түләнәсәк;
2013 йылдың 1 ғинуарынан түләнәсәк, әгәр ҙә ошо датала балаға 2 йәш тә 11 ай 29 көн булһа.
Әлеге пособиены алыу өсөн һеҙгә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Бөрйән районындағы Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса территориаль органы бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30-сы йорт, тел. 3-63-30.

Сығыу ваҡыты 26-04-2013, 12:15 | Ҡаранылар: 987
|
  • Класс етәксеһе булған өсөн түләү һаҡлана
  • Шыршы байрамына ла күп ҡалманы
  • «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит»
  • Инвалид баланы уллыҡҡа алған өсөн – 500 мең һум
  • Күп балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тәртибе раҫланды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM