RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә беҙҙең милләт юғалып ҡалмаһа ине”,

12.04.2013 “Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә беҙҙең милләт юғалып ҡалмаһа ине”,

“Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә беҙҙең милләт юғалып ҡалмаһа ине”,  – ти билдәле эшҡыуар Дамир Аллаяров
Арабыҙҙа туған халҡының бөгөнгөһөн, иртәгәһен хәстәрләп йәшәгән эшҡыуарҙар етерлек. Улар үҙ тырышлығы менән мал таба, урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итә, район, хатта республика кимәлендә мәрхәмәтлек эштәре менән әүҙем шөғөлләнә, мохтаждарға хәйриә ярҙамы күрһәтә. Әбйәлил районының “Коммунальник” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дамир Әнүәр улы Аллаяров – нәҡ шундай эшҡыуарҙарҙың береһе.

Тәүәккәллек уңыш килтерә...

Эшҡыуарлыҡҡа Дамир Әнүәр улы үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә – 90-сы йылдарҙа тотона. Әлбиттә, иҡтисади яҡтан көсөргәнешле осор. Шулай ҙа ул ҡаршылыҡтарға бирешмәй, алдына ҡуйған маҡсатына ирешә. Берәү ҙә эшҡыуар булып тыумай. Дамир Аллаяров та ниндәйҙер тормош тәжрибәһе туплағас ҡына үҙ эшен булдырырға тәүәккәлләй. Әрме хеҙмәтенә тиклем ябай водитель булып эшләй.Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Магнитогорск ҡала­һын­дағы педагогия училищеһына уҡыр­ға инә. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын ҡулына алып, өс йыл мәктәптә балалар­ға белем бирә. Эшкә дәрте ташып торған Дамир Аллаяровты мәктәп директоры, мәғариф бүлеге, артабан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе вазифаһына үрләтәләр.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәксеһе булып уңышлы ғына эшләп йөрөгәндә эштән китергә ҡарар иттем. Сөнки үҙ эшемде булдырыу теләге бер аҙға ла тынғылыҡ бирмәне, – тип һүҙен башланы әңгәмәсем. – Ул ваҡытта беҙ беребеҙ ҙә эшҡыуарлыҡты аңлап етмәй инек, һалым түләү мәсьәләһен күҙ алдына ла килтермәнек. Йөҙә белмәгән кешене һыуға ташлаған кеүек хис иттем үҙемде. Әммә әҙәм балаһы тәүәккәлләмәһә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшә алмаясағын аңлай инем. Шулай беҙ егеттәр менән иртәнән алып кискә тиклем эшкә егелдек. Тәүҙә төҙөлөш, ремонт эштәре менән шөғөлләндек. Артабан 1993 – 1994 йылдар­ҙа республикала газ үткәреү эштәре әүҙемләште. Беҙ ҙә был эштән ситтә ҡалмай, егеттәр менән ошо өлкәлә белемебеҙҙе камиллаштырып, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, өйҙәргә “зәңгәр яғыулыҡ” индерә башланыҡ. Йыл һайын Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондарында 20 – 30 километр газ үтә торғайны, 400-гә яҡын йорт “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин ителде. Бик күп көс түгергә, тырышырға тура килде. Шулай “Коммунальник” ойошмаһы барлыҡҡа килде. Беҙҙә бөгөн 60-тан ашыу кеше эшләй”, – ти эшҡыуар.
“Коммунальник” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Әбйәлил районында табышлы эшләүсе ойошмалар иҫәбендә. 2011 йылда Дамир Аллаяров республика буйынса төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар тип табыла.

Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп...

Район үҙәгендәге кинотеатрҙың күптән емерелеп, ташландыҡ хәлдә ҡалған бинаһы Дамир Әнүәр улының тырышлығы менән яңынан тергеҙелә. Был бина оҙаҡ йылдар урындағы бюджетҡа зыян килтерә, шуға ла район хакимиәте уны төрлө эшҡыуарҙарға ҡуртым­ға алырға тәҡдим итә. Әммә берәү ҙә ризалашмай. Тыуған еренең патриоты Дамир Аллаяров үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала: капиталь ремонт эшләп, “зәңгәр яғыу­лыҡ” үткәрә. Кинотеатрҙың дауахана янында урынлашыуы ла бик отошло. Сөнки ауылдан килгән халыҡҡа уңайлы булһын өсөн бында ике кафе булдырылған. Бөгөн әбйәлилдәр 3D форматындағы фильмдарҙы ҡарау өсөн Магнитогорск ҡалаһына түгел, ә М. Яҡшем­бәтов исемендәге кинотеатрға йөрөй. “Аппа­ра­тураны Чехияға заказ биреп алдырҙыҡ. Тамашасы өсөн махсус күҙлектәр ҙә бар. Ә кинофильмдарҙы алыуға “Башҡортостан” киностудияһы менән килешеү төҙөнөк. Көнөнә дүрт сеанс күрһәтелә”, – ти эшҡыуар.
Дамир Әнүәр улының халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп башҡарған эштәре һанап бөткөһөҙ. Бынан тыш, ул район советы депутаты ла. Халыҡтың күпселек һорауҙарын ҡәнәғәтләндерә, уларға ярҙам итә. Мәсеттәргә бушлай газ үткәрә... Юлдарҙы ғына түгел, йылға ярҙарын да төҙөкләндерә. Шуға ла район хакимиәтендә лә, халыҡ араһында ла эшҡыуар тураһында тик йылы һүҙҙәр ишеттек.
Йүнсел уҙамандың мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан баш тартҡаны юҡ. Йыш ҡына балалар йортона барып, уларҙың йәшәйешен хәстәрләй. Бихисап мәҙәни сараның бағыу­сыһы ла ул.

Рух йәшәтә, рух эшләтә...

Дамир Әнүәр улы – рухлы эшҡыуар. Ул халҡыбыҙҙың киләсәген хәстәрләп, телем, милләтем, тип йәшәй. “Йәш саҡта был турала уйланмаһаң да, олоғайғас, рух уяна, тел кәрәк. Ә бөгөн үҙ-ара русса ғына аралашып үҫкән балаларыбыҙ иртәгә нимә эшләр? Терһәктәрен тешләрҙәй булырҙар, әммә һуң булыр. Киләсәгебеҙ өсөн һәр беребеҙ яуап­лы”, – ти ул. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына үҙенең премияһын тапшырыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй түгелме?! Дамир ағай мәктәптә үткән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, балаларҙы бүләктәр менән дәртләндерә. “Башҡорт милләте – ауыл халҡы, тигән ҡараш йәшәй. Беҙҙең халыҡ араһынан генералдар, адмиралдар сығырға тейеш. Япон халҡының характеры башҡорт милләтенә оҡшаған, әммә улар тыныс ҡына барыһын да эшләп йөрөйҙәр, дандары донъяға билдәле. Беҙ ҙә шундай кимәлдә үҫергә тейешбеҙ. Тик шул саҡта ғына беҙҙе кеше булараҡ та, халыҡ булараҡ та ихтирам итерҙәр. Балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең рухта тәрбиәләп, уларға белем бирһәк, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар беҙгә ҡурҡыныс булмаҫ. Сит илдәрҙә лә үҙ эшен асҡан йәштәр һаны артһын. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә беҙҙең милләт юғалып ҡалмаһын ине, – тигән фе­кер­ҙәре менән дә уртаҡлашты Дамир Аллаяров. – Әлеге көндә эшҡыуарлыҡ ниндәйҙер дәрәжәлә үҫешкән. Әммә беҙҙең милләт араһында ул урта кимәлдә, тиһәк тә, хата булмаҫ. Бәлки, халҡыбыҙҙың иҡтисади үҙаллылығы үҫеп етмәгәндер. Беҙ бәләкәй генә эш хаҡына ялланыуҙы хуп күрәбеҙ, ҙурға тәүәккәлләргә ҡыймайбыҙ”. Ошондай уйҙар менән Дамир Әнүәр улы йыш уйлана, халҡына, айырыуса йәштәргә нисек булһа ла ярҙам итергә тырыша, эшҡыуарлыҡ серҙәре менән бүлешә. “Эшҡыуарлыҡҡа тотоноуҙан ҡурҡырға ярамай. Көслө, ҡыйыу, тәүәккәл булырға кәрәк. Ауырлыҡтар булыр, кеше көнсөллөгө лә тынғы бирмәҫ. Иҡтисадыбыҙҙың нигеҙен булдырмай тороп бер ҡасан да заманса милләткә әүерелә алмаясаҡбыҙ”, – ти ул. Эшҡыуарлыҡ тармағын үҫтереүҙе заман үҙе талап итә. Шуға ла Дамир ағай тыуған ерендә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән төрлө эштәр алып бара. “Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү – сәйәси мәсьәлә. Был йәһәттән халыҡтың белемен тәрәнәйтеү, властың ярҙамын арттырыу шарт. Ошолар­ҙы күҙ уңында тотоп, Асҡар ауылында 20 апрелдә “Юл­даш” мәғлүмәт йыр-моң каналы менән берлектә “Көньяҡ Урал райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫеш мәсьәләләре” тигән иҡтисади форум үткәрергә планлаштырабыҙ. Бында күтәреләсәк мәсьәләләр бәләкәй эшҡыуарлыҡ тармағында килеп сыҡҡан проблемаларҙың нигеҙен асыҡларға, артабанғы йүнәлеште билдәләргә ярҙам итер, тигән өмөттәбеҙ”, – ти Дамир Әнүәр улы.
Эшҡыуарҙың ваҡыты ла сикле. Әммә уны ул дөрөҫ итеп бүлә белә. Шуға ла геройыбыҙға уңыштар һәр ваҡыт йылмайып тора. Дамир Аллаяровтың башҡарған эштәре ҡатмарлыҡтарға һәм кәртәләргә һылтаныусы күптәргә өлгө булырлыҡ миҫал. Ябайлыҡтан тыуған бөйөклөк ул.

Зөлфир ГАРРАПОВ, райондың почетлы гражданы:

– Дамир Әнүәр улы – район советының әүҙем депутаты, Башҡортостан­дың атҡаҙанған төҙөүсеһе... Кешегә кеселекле, үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәргә бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй, уларҙы хөрмәт итә, ярҙамсыл. Йәш эшҡыуарҙарға остаз, кәңәшсе, таяныс-терәк булып тора. Халыҡ мәнфәғәтен яҡлап башҡарған эштәре һанап бөткөһөҙ. Мәктәптәргә һәр ваҡыт ярҙам итә. Районда Милләт Хәкимов исемендәге приз булдырған. Ул ауыл хужалығында уңыштарға өлгәшкән иң йәш хеҙмәткәрҙәргә тапшырыла. Дамир Аллаяров – тырыш эшҡыуар, үҙ эшен белә, алдына ҡуйған маҡсатына һәр ваҡыт ирешә. Үҙенең башҡарған фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡтың абруйын яуланы. Шуға ла Дамир Әнүәр улын, халыҡ, ил улы, тип атар инем.

Миләүшә ЯМАЛОВА, Асҡарҙың 1-се урта мәктәбе директоры:

– Дамир Әнүәр улы үҙенең туған мәктәбенә бер ваҡытта ла битараф түгел. Һәр ваҡыт уҡыусылар менән осраша, мәктәпкә ярҙам итә. Уңыш­тарға өлгәшкән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына үҙенең премияһын, ә уҡыусыларға бүләктәр тапшыра. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, уны еренә еткереп, намыҫ менән башҡарыусы, ышаныслы эшҡыуар. Әбйәлил районының ғорурлығы ул.

Илфат Төлкөбаев, район йәштәре ҡоролтайы рәйесе:

– Дамир ағай – һәләтле, һәр ваҡыт алда барған эшҡыуар. Был өлкәлә йәштәр өсөн тәжрибәле уҡытыусы. Бөгөн ниндәй йүнәлештә үҙ эшеңде асыу отошлораҡ, ҡайһы тармаҡты һайларға? Ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмә, һәр ваҡыт үҙенең кәңәшен генә биреп ҡалмай, матди ярҙам да күрһәтә. Ул йәштәр ойоштор­ған сараларҙың бағыусыһы ла булып тора.

Сәриә РАМАЗАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”