RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » ҠАРА ҠАЙҒЫ ИНДЕ БЫЛ ЭСКЕЛЕК

01.03.2013 ҠАРА ҠАЙҒЫ ИНДЕ БЫЛ ЭСКЕЛЕК

Ҙур ҡалаларҙа документ йүнләү кеүек эштәр бер ни тиклем яйға һалынып, “үтә күренмәле” кеүек тойолһа ла, ауылдарҙа был эш төрлөсә ойошторолған. Бер имза ҡуйыу өсөн генә күп балалы әсәләрҙе, ҡарттарҙы әллә нисәмә тапҡыр кабинеттан-кабинетҡа йөрөткән, се­бен­дән фил яһап, кешеләрҙе юҡ ҡына проблемалары менән дә йонсотҡан етәкселәргә зар илап шылтыратыусылар етерлек.
Тағы ла шуныһы: урындағы етәкселәрҙән ҡурҡҡан халыҡ аноним шылтыратыуҙарҙы хуп күрә. Ләкин беҙ аноним шылтыратыуҙарға ҡолаҡ һалһаҡ та, уларға яуап бирмәйбеҙ. Был – төп ҡағиҙә. Шуға ла үҙәккә үткән проблемаларығыҙ бар икән, үҙ исемегеҙҙе әйтеп кенә шылтыратырға ҡала.
Бөрйән районынан уҡытыусы булып эшләүсе Гөлнур Мырҙабулатова эскелек проблемаһын күтәреп шылтыратты:
− Ауылдарҙа эскән ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа етерлек. Эскән бәндәләргә: “Теләһә нимә эшләһендәр!”− тип төкөрөп кенә ҡарап булмай бит инде – уларға нисек тә булһа ярҙам итеү дөрөҫөрәктер. Шуға ла аҙналар-айҙар буйы эсеүселәрҙе туҡта­тыр­ға тип, “Тиҙ ярҙам” машинаһы ла са­ҡыр­ғаныбыҙ бар – тик улар эскән әҙәмдәрҙе дауаханаға алып китмәй. Нисек тә тыйырға маташып полиция ла саҡырабыҙ. Тик улары ла, һеҙҙең был ғаилә эсендәге ығы-зығы, ти ҙә сығып китә.
Эскеселәр үлеп бөтһөнмө ни инде хәҙер? Шуның арҡаһында күпме айырылышыу, күпме етем барлыҡҡа килде, күпме енәйәт ҡылынды. Нишләп дәүләт был проблеманы хәл итергә тырышмай – айнытҡыстар, “КПЗ”-лар ҡайҙа булып бөткән ул? Беҙ ни эшләргә тейеш? Ирен айнытып алырға теләгән ҡатын ҡайҙа мөрәжәғәт итһен һуң? Нишләп дауаханалар беҙгә ярҙам итмәй? Шул тиклем ауыр хәл бит, исмаһам, һеҙ ошо мәсьәләне күтәрһәгеҙсе…
Әлеге мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, Бөрйән районы муниципаль район дауаханаһы баш табибының дауалау эштәре буйынса урынбаҫары Урал Хәбибуллинға шылтыраттыҡ:
− ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта бөтөнләй эсмәгән кеше бик һирәк. Уларҙың һәр береһен айыҡтырыу өсөн “Тиҙ ярҙам” машинаһын, табиптарҙы саҡыра башлаһаң, медицина хеҙмәткәр­ҙәре ауыр сирлеләрҙе дауалау менән түгел, эскеселәрҙе айнытыу менән генә шөғөлләнәсәк. Әлбиттә, артыҡ эсеп, ныҡ ауыр хәлгә ҡалған, ағыуланған иҫеректәрҙе беҙ дауаханаға алып киләбеҙ, айнытабыҙ. Ләкин гражданды дауаханаға килтереү өсөн медицина күрһәткестәре бу­лыр­ға тейеш. Эскән кешенең хәлен билдәләү өсөн уны иң тәүҙә урындағы фельдшер ҡарарға бурыслы, өҫтәмә медицина ярҙамы кәрәкһә, ул “Тиҙ ярҙам” машинаһын да саҡырасаҡ.
Әлбиттә, эскелек проблемаһы бик ҙур, айнытҡыстарҙың ябылыуы ла хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртмәне. Закон буйынса, йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөүсе­ләр­ҙе полиция тотоп алып, өйөнә тиклем илтеп ҡуйырға, ул ныҡ ауыр хәлдә булһа, табиптарға ла мөрәжәғәт итергә тейеш. Ләкин бында ла ҡытыршылыҡтар осрап тора. Проблема урынлы күтәрелә, ләкин уны табиптар менән генә йырып сығырлыҡ түгел.
Ысынлап та, полиция штатын ҡыҫҡартыу, айнытҡыстарҙы ябыу һәм башҡа бик күп факт һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә алкоголь йәки наркотиктар менән мауыҡҡан кешеләрҙе асыҡлау, дауалау механизмы юҡҡа сыҡты. ҡыҙыҡ ки­леп сыға: эскеселәрҙе ауырыу кеүек ҡабул итеп, уларҙы айыҡтырыу эше дауаханаларға тапшырылған, әммә унда барып етеү өсөн әҙәм үлемесле хәлгә еткәнсе эсергә тейеш. ҡыҙмаса йәки уртаса кимәлдә иҫерек булған кешеләр медицина ярҙамына мохтаж түгел – улар әкренләп үҙҙәре айығыр тигән ҙур өмөт бар. Ләкин тап шул уртаса иҫерек кешеләр енәйәткә бара, һуғыша, йорттарында ғауға ҡуптара ла инде. Табиптарҙы ла ғәйепләп булмай. Бөгөн донъя тултырып йөрөгән иҫерек­тәр­ҙе улар ҡайҙа һалып бөтһөн? Етмәһә, бындай контингент менән эш итеү ныҡ ауыр.
Шуны иҫтә тоторға кәрәк – эскелек медицина ғына түгел, социаль һәм хоҡуҡи проблема ла. Артыҡ эскән кешеләрҙе, наркомандарҙы көсләп дауалай алмайҙар. Был закон менән тыйылған. ҡыҫҡаһы, туҡтамай эскән, кеҫәһендә бер тине булмаған кеше, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән хатаһын аңлап, төпкөл ауылынан сығып, ҙур ҡалаларҙа ғына булған социаль-медицина үҙәген эҙләп табырға тейеш. Был ғүмергә булмаҫтай хәл.
Шулай ҙа нимә эшләргә мөмкин һуң? Яҡындары эскән кешеләр, ярҙам һорап, бөгөн бик күп булған төрлө социаль-реабилитация үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Ләкин был бушлай түгел. Мәғлүмәт алыу өсөн 1-се Рес­публика наркология диспансерына ла мөрәжәғәт иттек. Был учреждениела алкоголизм, наркомания, токсикомания һаҙлығына батҡан кешеләрҙе төрлө шарттарҙа дауалай­ҙар. Стационарҙа, амбулатория шарттарында бушлай һәм түләүле ярҙам алырға мөмкин. Һәр осраҡ айырым ҡарала, шарттар, хаҡтар һәм башҡа мәсьәләләр айырым билдәләнә.
Иң мөһиме – тәүлек әйләнәһенә үҙеңдең йортоңа нарколог саҡыртырға мөмкин. Ул эскән, наркотик ҡулланған кешенең хәлен билдәләп, айыҡтырыу менән мәшғүл буласаҡ. Наркологтың номеры: 8(347)-272-83-09. Наркологтар Өфө халҡын ғына түгел, Октябрьский, Учалы, Белорет, Нефтекама, Бәләбәй ҡалалары һәм уның эргә-тирәһендәге ауылдар халҡын да хеҙмәтләндерә.

Наил СОЛТАНБӘКОВ, Дәүләкән районының ҡаҙанғол ауылы:
− 2012 йылдың 26 ғинуарында дүртенсе бәпесебеҙ тыуҙы. Тик һаман да балаға документтар йүнләй алмайбыҙ – сабыйҙы пропискаға ҡуйып булмай. Документтар теүәл булмағас, пособие ла юҡ. ҡаҙанғол ауыл хакимиәтендә балабыҙға документтар бирмәүҙәренең сәбәбе – эштәр идарасыһы пенсияға киткән. Ә икенсеһе һаман алынмаған. Балабыҙға тыуыу тураһында таныҡлыҡ алып өлгөрҙөк тә ул, ә бына прописка менән проблемалар килеп сыҡты. Пособие беҙгә бик кәрәк, ауылда ғаиләбеҙ менән мал-тыуар тотоп ҡына йәшәйбеҙ. Нимә эшләргә икән?
Был проблема буйынса асыҡлыҡ индереүҙе һорап, Дәүләкән районының ҡаҙанғол ауыл хакимиәте башлығы Рәмзил СӘФӘРҒӘЛИНҒА мөрәжәғәт иттек:
− Быға тиклем эшләгән эштәр идарасыһы 1 февралдән пенсияға китеү сәбәпле, беҙҙең ауыл хакимиәтендә ҡайһы бер документтарҙы йүнләү менән проблемалар килеп сыҡты. 4 февралдән ошо вазифаға хеҙмәткәр алыу өсөн конкурс иғлан иттек һәм 1 марттан да ҡалмай идарасы булып яңы кеше эшләй башлаясаҡ. Хакимиәткә хеҙмәткәрҙе конкурс шарттарында ғына алырға тура килә − ҡағиҙәһе шулай. Солтанбәковтарға ла саҡ ҡына сабыр итергә тура килә инде. Кешене пропискаға ҡуйыу өсөн бик күп ҡағыҙ тултырырға тура килә бит…
Гөләрә ТУҡТАРОВА, Көйөргәҙе районы:
− Фәрит Вахитов менән “Йәшлек”тә баҫылған әңгәмәне яратып уҡыным. Журналист ҙур эш башҡара, рәхмәт яуһын.
Минең атайым да Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа киткән һәм унан кире әйләнеп ҡайтмаған. ҡәҙерле кешебеҙ тураһында урыҡ-һурыҡ ҡына мәғлүмәттәрем бар, яҙған хаттары ла юғалып бөткән. Пленда ла булған шикелле.
Һеҙҙең ярҙам менән атайым Ибраһим Ғәлиев тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплай алмаҫмынмы икән? Зинһар, ярҙам итегеҙсе.
Документаль тикшереүҙе талап иткән был үтенесегеҙҙе ҡәнәғәтләндереү өсөн телефондан һөйләшеү генә етмәй. Әлеге ваҡытта “Йәшлек” гәзите фронтҡа китеп кире ҡайтмаған бик күп һалдат тураһында тулыраҡ мәғлүмәт туплау өсөн Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы архивына мөрәжәғәт итергә йыйына. Шуға ла һеҙҙән дә атайығыҙ тураһында белгән бөтә мәғлүмәттәрегеҙҙе туплап, ентекләп яҙылған хат көтәбеҙ. Фронтҡа ҡайҙан һәм ҡасан алынған, тулы исем-шәрифе һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе йыйып, редакцияға хат яҙығыҙ. Беҙ һеҙгә ярҙам итергә тырышырбыҙ.

Хәлил Әхмәтйәнов, Ишембай районының Маҡар ауылы:
– Мин ике бала атаһымын. Ләкин бөгөнгө көндә улдарым менән теләгән бер ваҡытта аралаша алмайым – ҡатыным икенсе кешелә кейәүҙә. Балалар менән күрешеүҙәремә аяҡ сала. Был хәлгә йәнем әрней, шуға шылтыратам…
Беҙҙең дежур телефонға ошондайыраҡ шылтыратыуҙар бик күп. Бындай шыл­тыратыу­ҙарға яуап та таба алмайбыҙ – сөнки проблеманың нимәлә икәнлеген аңлауы бик ауыр. Шылтыратыусыға, асыҡлыҡтар индереүҙе үтенеп, аныҡ һорауҙар бирә башлаһаң, трубканы ырғытып уҡ ҡуялар. Етмәһә, элекке ғаилә ағзалары араһында әллә күпме проблема булыуы ла бар, уларҙы йырып та сығырлыҡ түгел.
Шуға ла ошоно ғына әйтке килә − бер кемдең дә бала менән ата-әсәнең аралашыуына ҡаршы торорға хаҡы юҡ. Шөкөр, цивилизациялы дәүләттә йәшәйбеҙ, хоҡуҡтарығыҙҙы боҙоу­сылар бар икән, тейешле органдарға мөрәжәғәт итегеҙ. Бер ниндәй ҡыйынһыныу ҙа булмаҫҡа тейеш.

Шылтыратыуҙарҙы
Лилиә СИРАЕВА ҡабул итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”