RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кавказдан – Уралтауға

20.02.2013 Кавказдан – Уралтауға

Кавказдан – Уралтауға
йәки Нисек спорт ҡыҙ менән егетте табыштырған
ҡыш көнө һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө һайлай. Кемдер саңғыла шыуа, бәғзеләр тимераяҡты үҙ итә. Ә кемгәлер беҙҙә әле бик үк киң таралмаған сноубордта шыуыу оҡшай. Лилиә һәм Марсель Таймаҫовтар тап шундайҙарҙан. Бергәләп сноуборд менән шөғөлләнәләр. Йәш спортсы ғаилә тип тә әйтергә була уларҙы.

Эштә лә, өйҙә лә − спорт

Марсель Ырымбур өлкәһенең Но­вотроицк ҡалаһында тыуған. Өс йәштә булғанда, ата-әсәһе тыуған райондары Хәйбуллаға ҡайта. Юлбарыҫ ауылы мәктәбендә 6-сы синыфты тамамлағас, малай Сибай ҡалаһындағы төрөк лицейына уҡыр­ға килә.
− Унда әсәйем индерҙе. Мине ҡыҙыҡһындырыр өсөн, спорт мәктәбендә уҡыясаҡһың, тип алдаштырырға тура килә уға. Спорт мәктәбе булмаһа ла, лицейҙы оҡшаттым. Төрөк, инглиз телдәрен төплө өйрәнергә мөмкинлек булды. Әммә лицей ябылғас, уҡыуҙы гимназия-интернатта тамамлап ҡуйҙым, − ти егет.
Сибайҙа төплө белем, ныҡлы тәрбиә ала Марсель һәм БДУ-ның математика факультетына уҡырға инә. Тик йәше еткәс, әрме хеҙмәтен кисектереп тормай, ил алдындағы бурысын ваҡытында башҡарыр өсөн хәрби сафҡа баҫа.
− Ереванда мотоуҡсылар полкында хеҙмәт иттем. Спорт менән шунда ныҡлап мауығып киттем. Дөрөҫөн әйткәндә, әрмелә спорттан башҡа әллә ни шөғөл юҡ бит. Шуға бар көсөмдө физик күнекмәләргә, үҙемде сыныҡтырыуға йүнәлттем.
Намыҫлы, тырыш, үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла яҡларлыҡ егетте отделение командиры итеп ҡуялар. Әрменән ҡайтҡас, Марсель Эске эштәр министрлығының махсус тәғәйенләнештәге отрядында хеҙмәт итә башлай. Үҙ мөмкинлеген, һәләтен белә ул, “ысын ирҙәр һөнәре”н дә бик оҡшата, шуға күрә “гражданка”ла ла ил тыныслығын, тәртипте һаҡлауҙы дауам итергә була. Эшләүенә инде дүрт йыл. Тиҙҙән уҡыуын да тамамларға йыйына.
− Һаулығың ныҡ булһа, ОМОН-ға эшкә инеүе ауыр түгел. Йүгереү, күтәрелеү буйынса нормативтар тапшыраһың, дәғүәсе менән спарринг үткәрәһең. ҡул һуғышында өс раунд дауамында аяҡта тороп ҡалһаң, һынауҙы үттең, тимәк, − ти Марсель.
Тимәк, бында ла спорт менән дуҫ булыр­ға кәрәк. Физик күнекмәләр, ҡул һуғышы ярыштары даими рәүештә үтеп тора. Теләктәре буйынса хеҙмәткәрҙәрҙе ярты йылға Кавказға командировкаға ла ебәрәләр. Был тәҡдимдән дә баш тартмай егет. Аҡсаһы ла күберәк сыға, отпуск та оҙоная, ти ул. Әммә үҙебеҙҙә лә эш етерлек була. Стәрлетамаҡ, Сибайға задание менән сығалар. Йыш ҡына Бөрйәнгә сығып, браконьерҙарҙы эҙәрлекләп тоторға тура килә.

Ауылда ла шыуып була

Сноуборд менән Марсель интернет аша ҡыҙыҡһынып китә. Бик мауыҡтырғыс күренә уға был спорт төрө.
− Бер ваҡыт командировканан ҡайттым да үҙемә сноуборд һатып алдым. Видеояҙмалар табып, үҙ аллы шыуырға өйрәндем. Ике йыл инде сноуборд менән шөғөлләнеүемә. Был спорт төрөнөң йүнәлештәре күп. Миңә бигерәк тә фрирайд тигәне оҡшай. Тәржемәһе – ирекле йөрөү. Йәғни әҙер трассанан түгел, ә тәбиғи үрҙәр­ҙән, тауҙарҙан шыуып төшәһең. Унда үҙемде, ысынлап та, ирекле тоям. Йәнең ҡайҙа теләй, көрт, ҡалын ҡар өҫтөнән шыуаһың да шыуаһың. Урман аша, ағастар араһынан йөрөргә яратам, берәй ҡая-трамплин осраһа, бигерәк тә шәп, − тип һөйләй егет. – Сибайҙа уҡығанда саңғы ярыштарында ҡатнаша торғайным. Тик хәҙер, сноубордты үҙләштергәс, саңғыға баҫҡы килмәй. Саңғы спортына ҡаршы түгелмен, әлбиттә, ул да бик файҙалы, әммә сноуборд минең өсөн яҡыныраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ тойола.
Сноубордта шыуыуҙың төп алымдарын ике көн эсендә үҙләштерергә була, ти Марсель. Һәр хәлдә, ул үҙе шул ваҡыт эсендә “таҡта”ла баҫып торорға өйрәнә. Өфө парктарында ла шыуа йәштәр. Әммә күберәк Абҙаҡ, Яҡтыкүл тау саңғыһы үҙәктәренә барырға яраталар. Унда бит теләгән тауға менеп була, урманы ла етерлек. “Трассалар ҙа, хеҙмәтләндереү ҙә яҡшыраҡ. Өфөлә тауҙар тәпәш, трассалар ҡыҫҡа, етмәһә, түбәгә оҙаҡ мендерәләр. Ситтә иһә оҙонораҡ та, текәрәк тә урынға барып шыуырға була”, − ти спортты үҙ итеүсе ғаилә.
Сноуборд саңғы спортына ҡарағанда ҡиммәтерәккә төшә. Иң арзан “таҡта” – ун мең һум. Бөтә кәрәк-яраҡтары менән, баштан-аяҡ кейенеп алам тиһәң, 50 мең һумға төшә. Марсель дә яҡынса шул хаҡҡа “ҡоралланып” алған. Уның ҡарауы, күпме ләззәт! Рәхәтләнеп ял итәһең. “Сноубордҡа баҫҡанда, хәүефһеҙлек сараларын күреү мотлаҡ, сөнки имгәнеүең ихтимал. Күбеһенсә өйрәнгән осорҙа йәрәхәтләнәһең. Минең дә ҡолаған саҡтар булды. Ләкин етди травмалар алғаным юҡ, Аллаға шөкөр”, − ти егет.
Тора-бара Марсель Лилиәне, бер туған ҡустыһы Артурҙы сноубордта шыуырға өйрәтә. Хәҙер күмәкләп ял итәләр. Махсус трасса талап ителмәгәс, сноубордта ауыл тирәһендә лә шыуып була, тимәк. Тик Хәйбуллала тауҙар юҡ шул, ти Марсель. Уның ҡарауы, Учалыла тауҙар етерлек. Лилиә Учалы һылыуы бит. Теләгәндә, Ирәмәлдән дә шыуып төшөргә була. Әммә Учалы тауҙарынан төшкәне юҡ әле йәштәр­ҙең. Бәлки, киләсәктә был ниәттәре лә тормошҡа ашыр.

Йәштәрҙе спорт ҡауыштыра

Лилиә сығышы менән Учалы ҡалаһынан. Сауҙа-иҡтисад колледжын тамамлағас, Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтына уҡырға инә. Бер үк ваҡытта “Спортмастер” магазинына эшкә урынлаша. Шунда осрата ла инде ул үҙ яртыһын.
− Марселгә кейем һайларға ярҙам иткәйнем. Унан һуң бер нисә көн үтеп китте. Әммә тәүге күреүҙән үк иҫемдә ҡалды ул. Икенсе тапҡыр инде Марсель 8 Март көнөндә килде, − ти йылмайып Лилиә. – Үҙем спорт магазинында эшләһәм дә, шөғөлләнгәнем юҡ ине. Спортҡа мине Марсель ылыҡтырҙы. Тимераяҡта шыуабыҙ, бассейнға йыш йөрөйбөҙ. Ғөмүмән, буш ваҡытыбыҙҙы спортҡа бүләбеҙ. Элек ҡалай күңелһеҙ булған икән, тип уйлап ҡуям. Спорт, ысынлап та, тормошто йәмләп ҡалды. Әлбиттә, нимәгәлер өйрәнеүе ауыр. Бигерәк тә ҡыҙҙар өсөн. Әле булһа, сноубордта ышаныслы шыуам, тип әйтә алмайым. Аҙнаһына яҡынса ике тапҡыр тауға сығып торабыҙ. Әммә Марсель командировкала булһа, сноуборд онотолоп тора. Шулай ҙа иптәш ҡыҙ менән шыуырға тырышам. Марсель дә гел, спорт менән шөғөлләнәһеңме, тип шылтыратып тора.
Йәштәр йәй көнө “Өфө-Арена” һарайында тимераяҡта шыуыуҙы хуп күрә. Сөнки ҡалала ҡыш көнө яҡшы һырғалаҡтар юҡ, ти улар.

Ниҙән башларға?

− Дуҫтарым араһында саңғысылар ҙа күп. Тик шундай күренеш бар: саңғысылар һәм сноубордсылар бер-береһен өнәп бөтмәй, − ти Марсель. Баҡтиһәң, бер трассала уларға тығыҙ, уңайһыҙ икән. Йыш ҡына бәрелешеп ҡуялар. Сноубордсы тауҙан төшкән ыңғайына ҡапыл туҡтап, юлда ултырып ял итеп алыуы ла ихтимал. Әлбиттә, саңғысыларға был “ҡылыҡ” оҡшап етмәй.
Сноуборд йылдан-йыл киңерәк тарала. Хәҙер Башҡортостанда ла ай һайын тиерлек төрлө кимәлдәге ярыштар үтеп тора. Әлегә барыһы ла ҡатнашыусылар иҫәбенә ойошторола. Көс һынашыусыларҙың һәр береһе иғәнә индерергә тейеш.
− Ярыштарҙа әлегә ҡатнашып ҡарағаным юҡ. Сәбәбе эш урыныма бәйле – йәрәхәтләнергә ярамай. Ә ярышта йәрәхәттәр йыш булып тора. Шулай ҙа күҙәткәнем бар. Ярыштарҙан тыш, унда төрлө шоу-программалар ҡаралған. Сит илдәрҙән сноу­бордсылар килеп, үҙ оҫталығын күрһәтә. Шулай уҡ саңғының яңы төрөн һынап ҡарар­ға була, − ти спортсы егет. Әммә, уныңса, республикабыҙҙа сноуборд барыбер ныҡлап үҫешмәгән әле. Профессиональ кимәлгә сығыуы үтә лә ауыр. Башҡортостандан халыҡ-ара ҙур ярыштар­ҙа ҡатнашҡан бер генә егет таныш Марселгә.
Сноуборд – сағыштырмаса яңы спорт төрө. Саңғыла тиҙлек тәүге урынға ҡуйыл­һа, сноубордта хәрәкәт итеү мөмкинлеге күберәк, төрлө күнекмәләр яһарға була.
Марсель менән Лилиәгә ҡарайһың да, ниндәй матур башҡорт ғаиләһе, тип һөйөнөп ҡуяһың. Хатта боронғо ата-бабаларыбыҙ ғаиләһен хәтерләтеп ҡуя улар. Ир кеше – ир, ҡатын ҡатын булып ҡала белгән бит боронғо заманда. Бына Марсель менән Лилиә лә шулай: халыҡ мәҡәлендәгесә, ир – баш, ҡатын – муйын. Кәләше Марселгә тулыһынса ышана, уға таяна ала, сөнки иптәшенең ысын ир-уҙаман булыуын белә. Тимәк, артабан да улар татыу, бер-береһен һөйөп йәшәйәсәк. Һәм, әлбиттә, спорт менән дуҫлығын өҙмәҫтәр, буласаҡ балаларын да шулай тәрбиәләрҙәр.

Сноубордҡа баҫырға теләүселәргә Марсель кәңәштәрен дә еткерҙе:
− Шыуыу кимәленә ҡарап магазиндарҙа төрлө сноубордтар һатыла. Башлап шыуыусылар өсөн еңелдәре бар. Әммә мин баштан уҡ урта кимәлдәге сноубордты алырға кәңәш итәм. Сөнки барыбер өйрәнә килә шуны алырға тура киләсәк. Еңел сноубордта боролоуы уңайлыраҡ, әммә ҙур тиҙлектә шыуып булмай, һелкетә башлай. “Таҡта”ға баҫҡас та, иң мөһиме, кәүҙәне алға ҡарай тотоп өйрәнергә кәрәк. Тауҙан ҡурҡмай алға эйелеп килһәң, еңел борола алаһың һәм рәхәтләнеп шыуаһың. Үҙем дә шулай өйрәндем: башта нисектер ҡурҡыта ине. ҡолаһам ҡолармын тинем дә, алға эйелеңкерәберәк шыуып төшөп киттем – килеп сыҡты. Йәрәхәт алмаҫ өсөн, беренсенән, һаҡланыу ҡорамалдарын кейергә кәрәк, икенсенән, ҡолаған хәлдә, шунда уҡ аяҡты күтәреп, сноубордты ҡарҙан алырға тейешһегеҙ. Кире осраҡта ул шыуып, һеҙҙе әйләндерә-әйләндерә ергә һуғып тик барасаҡ. Әгәр үҙегеҙҙең сноубордығыҙ булмаһа, спорт ҡорамалын ял итеү урындарында прокатҡа биреп торалар.
− Сноубордта шыуыуҙан тыуған хистәрҙе аңлатып биреүе ҡыйын. Уны үҙеңә тойорға кәрәк, − тип һүҙгә ҡушыла Лилиә. – Был спорт төрө модала һанала бит инде. Шуға ҡыҙҙар араһында ла шөғөлләнеүселәр күп.

М. Иҡсанов.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”