НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Был аҙнала беҙҙе...

Был аҙнала беҙҙе...


Борсоуға һалды...
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Омскиҙы донъя­лағы иң тиҙ юҡҡа сығыусы ҡалалар исемлегенә индергән.
Халыҡ-ара ойошма белгестәренең иҫәпләүҙәре буйынса, 2025 йылға унда йәшәүселәр һаны 1 млн 112 мең кешегә кәмейәсәк. 20 йыл эсендә ҡала үҙ халҡының 2 процентын юғалт­ҡан. Йәғни 1990 йылдан 2010 йылға ул 1 млн 144 мең кешенән 1 млн 124 мең кешегә ҡалған. Ә 2025 йылға ул 1 млн 112 мең кешегә кәмейәсәк, имеш. БМО-ның исемлегенә Рәсәйҙең тағы ун ҡалаһы ингән. Улар – Түбәнге Новгород (5-се урын), Һарытау (6), Пермь (9), Санкт-Петербург (11), Һамар (12), Өфө (16), Воронеж (18), Волгоград (20), Силәбе (22) һәм Новосибирск (26). Бынан тыш, үлеп барыусы мегаполистар рейтингында Рим, Милан, Гавана, Бухарест, Сеул, Одесса, Будапешт кеүек билдәле ҙур ҡалалар ҙа бар.

Уйландырҙы...
Американың донъяла иң ҙур нефть етештереүсе илгә әйләнеүе ихтимал.
Ҡушма Штаттарҙа нефть етештереү ҡыҙыу темп менән алға бара һәм яҡын киләсәктә донъя лидеры булған Сәғүд Ғәрәбстанын ҡыуып етеп, үтеп китеүе ихтимал. Яңы технологиялар ярҙамында Америкала нефть һәм шыйыҡ углеводородтар, шул иҫәптән биояғыулыҡ етештереү быйыл көнөнә 10,9 млн баррелгә етеүе ихтимал. Илдең Энергетика министрлығы күҙаллауҙары буйынса, киләһе йыл нефть һәи башҡа шыйыҡ углеродтарҙы етештереү кимәле көнөнә 11,4 млн баррелгә етәсәк. Әлеге лидер Сәғүд Ғәрәбстаны көнөнә 11,6 млн баррель нефть етештерә. Рәсәйҙең нефть компаниялары 2011 йылда көнөнә яҡынса 10,2 млн баррель нефть сығарған.

Аптыратты...
Бермуд өсмөйөшө тирәһендә океан төбөндә Канада ғалимдары боронғо ҡала тапҡан.
Куба ярҙарынан алыҫ түгел һыу аҫ­ты роботы емерек бина ҡалдыҡтарын, дүрт ҙур пирамиданы һәм сфинкс һынына оҡ­ша­ған әйберҙе видеоға төшөргән. Архитектура үҙенсәлектәре ҡаланың борон­ғо һинд цивилизацияһы ваҡытында, кәмендә 1,5 – 2 мең йыл элек төҙөлгән булыуын күрһәтә.

Көйөндөрҙө...
Нигерияла "Майр Сидайвер" судноһы законһыҙ рәүештә тотола.
Билдәле булыуынса, уны 20 октябрҙә ҡулға алалар. Моряктар ҡорал ташыған була, әммә быны улар законлы рәүештә башҡара һәм Ни­герияға кәрәкле документтар­ҙың бөтәһе лә тапшырылған. Суднолағы 15 экипаж ағзаһының барыһы ла – Рәсәй граждандары. Әлегә тиклем рәсми рәүештә уларға бер ниндәй ғәйепләү ҙә тағылмаған.
Моряктарҙың Нигериялағы Рәсәй илселеге вәкилдәре менән осрашыуы ла билдәле.

Сығыу ваҡыты 26-10-2012, 13:08 | Ҡаранылар: 786
|
  • Инвестиция артыуы һалым инеүен дә күтәрә
  • ӨФӨ – НЕФТЬ ҺӘМ ХИМИЯ ТАРМАҒЫ ҮҘӘГЕ
  • Донъя яңылыҡтары
  • Американың аҫтыртын сәйәсәте
  • Донъя яңылыҡтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр



  • Радио Юлдаш FM