RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Пенсияның тупланма өлөшөнән түләү алыу тәртибе

25.09.2012 Пенсияның тупланма өлөшөнән түләү алыу тәртибе

“Пенсияның тупланма өлөшө иҫәбенән түләүҙәрҙе финанслау тураһында”ғы федераль закондың ике ай эшләү дәүерендә Рәсәйҙең Пенсия фондына 615 мең граждан мөрәжәғәт итте, шуларҙың 306 меңенә түләүҙәр күләме раҫланды (уны билдәләү ваҡыты – бер ай). Фондҡа килеүселәрҙең күптәре хеҙмәт пенсияһын алыусылар: 1953 йылдан алып ир-егеттәр һәм 1957 йылдан ҡатын-ҡыҙҙар. Эш биреүселәр уларҙың хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө өсөн 2002 – 2004 йылдарҙа 2 процент тарифы буйынса страховкалау иғәнәһе индергән.
Статистиканан күренеүенсә, ошо ваҡыт эсендә килеүселәрҙең 99 проценты пенсияһының тупланма өлөшөн бер тапҡыр бирелә торған түләү күләмендә алған. Билдәле ваҡытҡа һалынған пенсия түләүе һәм ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө булараҡ та алыусылар бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: пенсияның тупланма өлөшө формалашҡан граждандар 1 июлдән Пенсия фондына йәки дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондына ошо өлөштө билдәләү һәм уны түләүҙе һорап ғариза яҙа ала.
Пенсияның тупланма өлөшөнән бер тапҡыр түләнә торған аҡса уны билдәләгән ваҡыттан алып ике ай эсендә бирелә. Ә билдәле ваҡытка һалынған түләү һәм тупланма өлөштөң түләүе пенсия таратыуҙың дөйөм тәртибе буйынса башҡарыла. Улар социаль пенсия йәки хеҙмәт пенсияһының страховкалау өлөшө менән бергә бирелә.
Шулай итеп, пенсияның тупланма өлөшөнән түләү алыр өсөн ике факторҙың тура килеүе мотлаҡ: кешенең хеҙмәт пенсияһын алыр­ға хоҡуғы булырға (әлеге мәлдә пенсионер булыуы ла мөмкин) һәм пенсия фондындағы шәхси иҫәбендә тупланма өлөшө йыйылырға тейеш.
Бөгөн тәү сиратта 2002 – 2004 йылдарҙа эш биреүселәр хеҙмәт пенсияһы өсөн 2 процент тарифы буйынса страховкалау иғәнәһе индергән, 1953 йылдан йәшерәк ир-егеттәрҙе һәм 1957 йылдан йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙарҙы көтәбеҙ. Әгәр ҙә уларҙың пенсияһының тупланма өлөшө дөйөм хеҙмәт пенсияһына ҡарата биш һәм унан да кәм процент тәшкил итһә, законға ярашлы, был граждандарға бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған.
Тупланма өлөштән бер тапҡыр бирелә торған түләүгә социаль пенсия алыусылар, шулай уҡ инвалидлыҡ йәки ҡараусыһыҙ ҡалыу (потеря кормильца) арҡаһында хеҙмәт пенсияһы алыусы, әммә кәрәкле хеҙмәт стажы (кәмендә биш йыл) булмаған пенсия йәшенә еткәндәр (ир-егеттәр – 60, ҡатын-ҡыҙҙар – 55 йәш) өмөт итә ала.
Бынан тыш, закон буйынса, тағы ла ике түләү бар: билдәле срокка һалынған пенсия һәм ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө.
Билдәле срокка һалынған пенсия тик Пенсияны өҫтәп финанслау (софинансирование) дәүләт программаһында ҡатнашып, өҫтәмә иғәнә индереүселәр һәм “әсәлек капиталы”н буласаҡ пенсияһына йүнәлтеүселәр генә ҡаралған. Ундай пенсия ваҡытын граждан үҙе билдәләй, тик ул ун йылдан ашмаҫҡа тейеш.
Тупланма өлөш ҡартлыҡ буйынса пенсияға ҡушып бирелергә лә мөмкин. Граждандың ҡартлыҡ бу­йынса хеҙмәт пенсияһы алырға хоҡуғы булһа һәм уның тупланма өлөшө хеҙмәт пенсияһы менән бергә биш проценттан күберәк булһа, уларға тупланма өлөш билдәләнә.
Әгәр ҙә һеҙ дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондын һайлап, әлеге мәлдә улар менән бәйләнешкә инә алмаһағыҙ, 8 800 505-55-55 (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай) телефоны аша Рәсәй Пенсия фондының федераль саll-үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ. Бөтә мәғлүмәт дәүләт ҡарамағында булмаған пенсия фондтарының милли ассоциацияһы һәм Рәсәй Пенсия фонды сайттарында урынлаштырылған.

Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”