НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Виртуаль донъянан үтенес

Виртуаль донъянан үтенес


йәки Ырымбур егете Вячеслав Чернев, башҡортса өйрәнеп, интернетта Башҡорт википедияһы асҡан
Интернет даръяһына инеп китһәң, кемдәр менән генә осрашмайһың − йылдар буйы күрешмәгән таныштарың менән күрешәһең, курсташ­тар­ҙы табаһың! Иң мөһиме, танһығың ҡанғансы һөйләшеп-серләшеп була. Йәштәр йыш мөрәжәғәт итә миңә: кемеһенә – кәңәш, кемеһенә − йыуатыу, кемеһенә ҡайһы саҡ матди ярҙам да кәрәк булып ҡуя.
“Бәйләнештә” селтәрендә үҙем бөтөнләй белмәгән ике башҡорт егете – Айбулат Ишназаров һәм Иҙел Ғабдуллин менән компьютер төшөнсәләрен башҡортсаға тәржемә итеү менән шөғөлләнгәйнек. Яңыраҡ төркөмдә Вячеслав Чернев фамилиялы берәү күренеп, үҙ тәҡдимдәрен ҡалдыра башланы. Бөгөн унан көтмәгәндә хәбәр килеп инде. Ғәҙәтемсә, башта уның битенә инеп, кем икәнлеген ҡарап алдым. Шунан яуап бирҙем. Яҙмаларҙы нисек бар, шулай һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм (орфографияны үҙгәрешһеҙ бирәм):
Вячеслав: Һаумыһығыҙ, "Компь­ютер төшөнсәләре башҡортса" төркөмөндә ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.
Мин: Сәләм! Ә Һеҙ кем ул?
− Мин кисә ошо төркөмгә ҡушылдым, башҡорт теле менән шөғөлләнәм.
− Ырымбурҙа йәшәйһегеҙме?
− Эйе.
− Һеҙ рус кешеһеме?
− Эйе, туған телем руc теле.
− Башҡорт телен ҡайҙан беләһегеҙ?
− Үҙем өйрәндем.
− Кемдән?
− Математика уҡытыусыһы татар апайы ине, уның ярҙамында татар телен өйрәндем, ә шунан һуң башҡорт гәзитен уҡыным һәм тел менән ҡыҙыҡһына башланым.
− Бик ҡыҙыҡ.
− Хаталар булһа, ғәфү итегеҙ.
− Хатаһыҙ тиерлек яҙаһығыҙ. Хәҙер беҙҙең башҡорт йәштәре лә хатаһыҙ һирәк яҙа. Ҡайҙа уҡый­һығыҙ? Эшләйһегеҙме?
− Ырымбур дәүләт педагогия университетында уҡыйым, әлегә эшләмәйем. 1-се курста уҡыйым. "Башҡорт йәштәре лә хатаһыҙ һирәк яҙа" – бик ҡыҙғаныс. Һеҙҙе Башҡорт википедияһы төркөмөнә саҡырам.
Егеттең ошо үтенесенән һуң һөйләшеүҙе артабан минең биттәге “диуарҙа” дауам иттек. Һөйләшеүгә башҡалар ҙа ҡушылып китте. Һоҡланалар.
Әңгәмәгә ҡушылыусыларҙан берәү “настройкалар менән шрифттар ҡуйыу” тураһында яҙғас, Вячеслав, настройка – көйләү булмаймы ни, тигән һорау биреп йылмайтты.
Ул ғына ла түгел – Вячеслав селтәрҙә шул арала “Башҡортса википедия” төркөмө асып та ебәргән, һәммәбеҙҙе шунда саҡыр­ҙы. Ә башҡортса викиҙа уның тәүге тәҡдимдәре донъя күреп тә өлгөргән инде.
Афарин, егет! Башҡорт теле беҙгә кәрәкмәй, тип дәрестәрҙән баш тарт­ҡан өфөләр ошо Ырымбур егетенән үрнәк алһын ине!

Гүзәл СИТДИҠОВА.

Сығыу ваҡыты 27-03-2012, 09:46 | Ҡаранылар: 1217
|
  • Ҡурайсы Виталий
  • Маҡтауға лайыҡ
  • «Усыңдағы иң ҙур йөрәк тә – минеке!»
  • Виртуаль донъянан ике үтенес
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM