НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Баймаҡ районы етәкселеге студенттарын онотмай

Баймаҡ районы етәкселеге студенттарын онотмай


Баймаҡ районы етәкселеге студенттарын онотмай
Баймаҡ районы – республикабыҙға әллә күпме билдәле шәхес биргән төбәк. Өфө студенттары араһында ла нәҡ ошо район ҡыҙ-егеттәре күберәк. Юҡҡа ғына, Өфөлә башҡорттар – баймаҡтар йәшәй, тимәйҙәр.
Баймаҡтар берҙәмлеге менән дә өлгө. Быны үткән шәмбелә Өфөнөң Конгресс-холында булған осрашыу ҙа асыҡ дәлилләне. Муниципаль район хакимиәте вәкилдәре, ҡала һәм район етәкселәре, ауыл биләмәһе башлыҡтары баш ҡалалағы яҡташтар, студенттар менән күреште.
Сараға Өфө ҡалаһында йәшәүсе Баймаҡ районының билдәле шәхестәре – төрлө кимәлдәге етәкселәр, ғалимдар, яҙыусылар, эшҡыуарҙар, педагогтар һәм табиптар, сәнғәт әһелдәре йыйылды. Бер залда ғына элекке өс мәғариф министры булыуы күпте һөйләй.
Осрашыуҙың рәсми өлөшөндә муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдиҡов, барыһын да ихлас сәләмләп, Баймаҡтың бөгөнгө иҡтисади хәле, яңы үҫеш аҙымдары хаҡында һөйләне. Илшат Хәмит улы, студенттарға мөрәжәғәт итеп:
– Районға квалификациялы белгестәр етмәй. Мәҫәлән, былтыр Башҡорт дәүләт аграр университетын 55 яҡташ студент тамамлаһа, шуларҙың бишәүһе генә тыуған яҡҡа эшкә ҡайтты. Әгәр ҙә хәлдәр ошолай дауам итһә, ауыл хужалығында эшсе ҡулдар етмәй башлаясаҡ, – тине.
Район башлығы һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, агросәнәғәт өлкәләренә бөгөндән белгестәр кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул сығышын тамамлап, студенттар­ға хәҙерҙән үк киләсәктәре хаҡында ҡайғыртыуын теләп, уларға ҙур өмөт бағлауын белдерҙе.
Осрашыу йәнле барҙы, сағыу сығыштар, төрлө фекер алышыуҙар булды. Барыһы ла бик яҡын туғандай аралашты, бер ғәм менән янды.
Баймаҡтар йыйылғанда йыр-моңһоҙ буламы ни инде?! Осрашыу­ҙың рәсми өлөшөнән һуң бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде. Өфө ”баймаҡтары” һәм Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге артистары барыһына ла күңелле минуттар бүләк итте.
Район етәкселәре буш ҡул менән килмәгәйне – 600-ҙән ашыу Баймаҡ студентына матди ярҙам күрһәтелде. Яңыраҡ эшләй башлаған “Баймаҡ” ит эшкәртеү комбинаты продукцияһы – икешәр килограмм колбаса һәр кемгә күстәнәс итеп таратылды. «Ошондай байрам, тәмлекәстәр, иғтибар өсөн район етәкселәренә бик рәхмәтлебеҙ. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һынатмаҫбыҙ», – тине йәштәр.
Элек-электән үк Баймаҡ студенттары яҡташтары иғтибарынан ситтә ҡалмай. Үҙем дә университетта уҡыған саҡта район етәкселәре хәстәрен йыш татыным. Улар әле матди ярҙам, әле ылау ойошторор ине. Ә Өфөләге яҡташ олпат ағай-апайҙар бер ҡасан да кәңәшенән өҙмәй. Тыуған йорттан алыҫта саҡта ышаныслы терәгең булыу – үҙе бер бәхет ул.
Артабан студенттар БДУ-ның ашханаһында матур табын артында байрамды дауам итте. Ҡыҙҙар һәм егеттәр тыуған яҡтан килгән һыйҙан ауыҙ иткәс, бейергә төштө. Ә алда уларҙы еңел булмаған осор – сессия көтә. Ошондай күңелгә ятышлы ихлас осрашыуҙан һәм күңелле кисәнән һуң улар ҡышҡы һынауҙы уңышлы тапшырыр тип ышанғы килә.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.

Сығыу ваҡыты 20-12-2011, 10:14 | Ҡаранылар: 920
|
  • Хеҙмәттә үтә ғүмере
  • Ҡуянтауҙа мәктәп асылды
  • Яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде
  • Баймаҡ районында – яңы хакимиәт башлығы
  • Вәғәҙә-иман?..
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM