RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәштәр үткәндәргә битараф түгел

08.11.2011 Йәштәр үткәндәргә битараф түгел

Сибай сәнғәт колледжының йәш рәссамдары Баймаҡ районының Темәс ауылы музейына башҡорт милли хәрәкәте тарихына арналған картиналар бүләк итте
Йәштәр үткәндәргә битараф түгел
Мең тапҡыр һөйләгәнсе, бер тапҡыр барып күр, тиҙәр бит. 1919 – 1921 йылдарҙа Бөрйән – Түңгәүер кантоны башҡарма комитеты, хәрби революцион комитеты рәйесе, РКП(б)-ның кантком секретары Шәһит Хоҙайбирҙин эшләгән йортта урынлашҡан Темәс тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейының директоры Рәмилә Әбсәләмова ла: “Тарихыбыҙҙы килгән бер кешегә ентекле итеп һөйләйбеҙ ҙә ул, тағы ла уны сағылдыр­ған рәсемдәр ҙә булһа, халыҡтың аңына нығыраҡ һеңер ине!” – тип хыяллана. Әмәлгә осрағандай, Сибай ҡалаһынан тыуған яғына ҡайтҡан хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлназ Аҡназарова менән хакимиәт башлығы урынбаҫары Илгиз Хәйруллин юл ыңғайы музей­ға һуғыла. Рәмилә Риза ҡыҙы ошо хыялын уларға ла белдерә. Аҡыллыға ишара, тигәндәй, улар шунда уҡ уны элеп тә ала. Сибай сәнғәт колледжының художество бүлеге студенттары музейға килеп тарихты өйрәнә, шул осорҙоң рухы менән һуғарыла, унан пленерҙа ҡатнаша. Шулай, дөйөм эштең һөҙөмтәһе булып үткән аҙнала Темәс ауылында ҙур тантана үтте.
... Көҙгө ҡояш нурҙарын йомарт ҡына өләшә. Был ҡыҙыл-һары донъяға ҡарап, бар тереклек һоҡлана. Айырыуса Темәс биләмәһенә ингәс, серлелек тағы ла көсәйә төшкәндәй булды. Бының мәғәнәһенә музей алдында Әхмәтзәки Вәли­диҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап ойошторолған картиналар күргәҙмәһен ентекләп ҡарай башлағас ҡына төшөндөм. Баҡһаң, картиналарҙа ла ошо уҡ ер, беҙ баҫып торған урын һүрәтләнгән. Әммә тарихыбыҙҙың һынылышлы осорон сағылдырған был һүрәттәрҙә бөтөнләй икенсе, күңелһеҙ, хатта, әйтергә яраһа, хафалы төҫтәр ҡулланылған, тиер инем. Ә бөгөнгө тормошобоҙ, тыныс булған­ға ла, үтә ла сағыу, матур икән!
Тантананы Сибай сәнғәт колледжы студенттары алып барҙы. ҡунаҡтар телмәр тотто. Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Хәйруллин: “Был тарихи урынға беҙ тулҡынланып килдек. Сибай сәнғәт колледжы студенттары бәхетле – тарихыбыҙҙы сағылдыра алыуға өлгәште. Бөгөн техника алға киткән заманда йәшәйбеҙ: фотоға, видеоға төшөрөү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Әммә ул техниканың береһе лә тарихты күрһәтә алмай. Тарихты бары тик рәссамдар төшөргән картиналар ғына ысынбарлығында күҙ алдына баҫтыра ала”, – тине һәм Темәс тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына Сибай сәнғәт колледжы студенттары төшөргән 14 картинаны бүләк итте.
Баймаҡ муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич кеүек Баш­ҡортостаныбыҙҙы данлаған шәхестәрҙең ғилемгә ынтылыуы, йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, заманында ил менән етәкселек итерҙәй рухлы булыуына баҫым яһаны, уларҙан өлгө алырға саҡырҙы. Темәс ауыл советы башлығы Бикйән Камалетдинов ҡунаҡтарға – Илгиз Хәйруллинға, Гөлназ Аҡназа­роваға һәм Сибай сәнғәт колледжы директоры Руслан Рахман­ғоловҡа Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Музей директоры Рәмилә Әбсәләмова: “Был картиналарҙы ҡарағанда күҙҙәремдән йәштәр атылып сыҡты – студентар, йәш кенә булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, тарихи сыуалыштарҙы йөрәктәре аша үткәреп, уларҙы шул тиклем оҫта итеп биреүгә өлгәшкән. Тарихты күпме генә өйрәнмә, уҡыма, һөйләмә – әммә рәсем генә уны кешегә нығыраҡ еткерә ала”, – тине, ҡыуанысын йәшермәй. Ысынлап та, картиналар­ҙың исемдәре үк уларҙың есеме хаҡында һөйләй: “Төньяҡ амурҙары”, “1919 йылда милли хәрәкәт лидерҙары”, “ҡыҙылдар килде”, “Ш. Бабич”, “Салауат күпере”, “З. Биишева ауыл мәктәбендә”, “З. Вәлиди һәйкәле янында”, “Дөрөҫлөк мәле”, “Муйылдар сәскә атҡанда ҡайтырмын...”, “Темәс ауылында каратель экспедицияһы”, “1918 йыл. Ығы-зығы”, “Буранбай сәсән”, “Темәс ауылы. Үҙгәреш елдәре иҫкәндә”, “Темәстә ҡыҙылдар”, “Ш. Бабич. Март. 1919 йыл”, “Автономияны иғлан итеү”, “Комдив Муса Мортазин” һ.б.
Сибай ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлназ Аҡназарова ауылдаштарын ихлас сәләмләне. “Музей урынында элек спорт залы була торғайны. Ниһайәт, тарихи асылыбыҙға ҡайтып, был изге йорт музейға әүерелде. Беҙҙе уҡытыусылар ғына түгел, тарихыбыҙ, ауыл халҡы ла тәрбиәләне”, – тип, ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе.
Артабан был сараның геройҙары – рәссамдар алға сығып теҙелде. Афарин, милләтебеҙҙең ысын улдары һәм ҡыҙҙары! ҡулдарығыҙҙан һөйөнөгөҙ, артабан да шундай рухлы картиналар тыуҙырып, халыҡты ҡыуандырырға яҙһын!
Матур тантана Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалыу һәм Сибай сәнғәт колледжы студенттары әҙерләгән йәнле концерт менән тамамланды.

Айгөл ИҘЕЛБАЕВА.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”