RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Даланың даланлы уланы

25.10.2011 Даланың даланлы уланы

Хәйбулла районында Башҡортостандың халыҡ шағирыҡәҙим Аралбайҙың юбилей кисәләре үтте
Даланың даланлы уланы
Шағирҙы яҡындан беләм тиһәң, тыуған ерен барып күр, тиҙәр. Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ҡәҙим Аралбай үҙенең етмеш йәшлек юбилей тантаналарын тыуған ерендә – Хәйбулла районында билдәләүен белгәс, беҙ ҙә уның арбаһынан урын алдыҡ. Аттар шәп, арбалағылар тағы ла күркәмерәк – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Азамат Юлдашбаев, күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов, филология фәндәре докторы, профессор, күренекле яҙыу­сы Тимерғәле Килмөхәмәтов һәм мин, юбиляр менән юлда юлдаш, серҙәш һәм табындаш булырға ихлас ризалашып, юлға сыҡтыҡ.
Хәйбулла далаһы тәү ҡарашҡа ҡырыҫ күренһә лә, бара-бара уның ни тиклем бәрәкәтле һәм киң күңелле, күгенең ни тиклем бейек икәненә инандыҡ. Әйткәндәй, дала ғына түгел, был ерҙең әпәкәйен ашап, һыуын эсеп буй еткергән шағирының да ни тиклем ябай, ер кешеһе, тыуған яғы йырсыһы икәнен аңланыҡ, уның күңел бөтөнлөгөнә, шиғри оҫталығына һоҡландыҡ.

Тыуған йортһоҙ тыуған ауыл

Таңатарҙы күптән күргем килде. «Аҡ тирмә» поэмаһын уҡығас та. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдарынан уҡ. Шағирҙың тыуған ауылы ул.
Тыуған ауыл!
Инде һинең исемең
Паспортымда ҡалды йәшәргә...
Ана шул осорҙа беҙҙең ауылдан ете саҡрымда ятҡан Биҙәүләт ауылы ла Таңатар яҙмышына дусар булғайны. Яҙыусы Кәбир Аҡбашевтың ауылы ул. Киләсәкһеҙ ауылдар. Тик ул саҡта был мөһөр баҫҡан «аҡыллы» баштар, был төбәктән күпме кешене тамырһыҙ, өйһөҙ, илһеҙ ҡалдырыуҙан тыш, күпме талантты, аҡыл-зиһенде һындырыуҙарын аңламағандыр. Әҙип кисерештәрен йөрәге аша үткәреп, күңелендә мәңге йәшәткән ауылын шағир башҡаларҙың күңелендә лә терелтеүгә һәләтле, үлергә ирек ҡуймауын башына ла килтермәгән ул саҡта етәкселәр. Тик шағир һүҙ, фекер менән генә йәшәтә шул бөткән ауылын.
Тыуған йортһоҙ тыуған ер, тыуған ауылһыҙ тыуған ил...
Ни бары бер «түрә» әйткән һине –
Киләсәге мөсһөҙ ауыл тип;
Таңатар бер үҙе ситтә ята,
Идара итеү уға ауыр, тип.
Ырымбур сигендә ята икән Таңатар. Һалҡын, шөкәтһеҙ далала. Хатта иге-сиге күренмәгән дала ниңәлер миңә үсексән ҡыҙға оҡшағандай тойолдо. Илай, үсегә, холҡон күрһәтә башлаһа, йыр-доға менән дә йыуатып булмаҫ кеүек. Мыжыманы былай ҡыҙ.
Оло юлдан төшкәс, ҡылған араһынан һуҙылған күренер-күренмәҫ, соҡор-саҡырлы юлдан күп тә барманыҡ, бер нисә йорт күренде.
Бөтөнләй бөтмәгән әле утар. Алтмышынсы йылдарҙа бөткән ауылды 1989 йылда Айытбай ағай Ырымбур өлкәһенән ике улы, ҡыҙы һәм кейәүе менән ҡайтып тергеҙә. Әле унда дүрт йорт ултыра. Әйткәндәй, Айытбай ағай үҙе Баймаҡ районынан. Таңатарҙың кейәүе икән.
– Үҙ кеше ул бында. Йәш сағы бында үтте. Һәр өйҙө, һәр һуҡмаҡты, һәр инеште белә, – тип таныштырҙы уның менән ҡәҙим ағай.
Ул беҙҙе ҡаршы алды. Һәм тоғро дуҫтары – эттәре лауылдап килеп сыҡты. «Китегеҙ, сит кеше түгел улар», − тип уларҙы тынысландырғас, беҙҙең менән килеп күреште.
– Юлдан күҙҙе алмай көтәм. ҡәҙим ҡайта тигәнде ишеткәс, бында һуғылмай китмәҫ ул, тип ултырам.
– Адамовканан күсеп килеп, бер йәй эсендә күтәрҙеләр ошо дүрт йортто, – ҡәҙим ағай ихлас йылмайып һөйләй хәбәрен.
– Урындағы етәкселек, был ауылды тергеҙәбеҙ, фермерлыҡты үҫтерәбеҙ, ҡайт, ярҙам итербеҙ, тип бик өмөтләндергәс, ҡайттыҡ та төштөк шул, – Айытбай ағай уға ҡушыла.
Даланың даланлы уланы
– Тәүәккәл икәнһегеҙ, – Тимерғәле ағай утар хужаһын дәртләндереп ебәр­ҙе.
– Тик бына заманды аңларлыҡмы ни, йорт һалып ҡалдыҡ та... ҡәҙим электр линияһы үткәреүҙә ярҙам итте. Хәҙер хыялдар ҙа, вәғәҙәләр ҙә онотолдо. Үҙебеҙсә көн күрәбеҙ инде.
Урамда, бында бар дала урам, дөрөҫөрәге, өй алдында трактор, бер нисә еңел машина күренә. Ике егет, иҫке «Волга»ны ҡырынайтып һалып, «диагноз» ҡуя алмай хитлана. Беҙҙең яҡҡа иғтибар биреүҙе кәрәк тип тә тапманылар.
– Трактор үҙегеҙҙекеме? – Тимерғәле ағай һаман ҡыҙыҡһыныуын белдерә.
– Арендаға алып торҙоҡ. Әйтәм дә, үҙебеҙсә көн күрәбеҙ инде.
– ҡәҙим ағай, нигеҙегеҙ алыҫмы бынан? – мин шағирға төбәлдем.
– Теге оста. Ана, трансформатор аръяғында, бөгөн барып булмаҫ, урағансы күҙ бәйләнер. – Шағир ҡарашы йорт урынына төбәлде. – Айытбай, һин теге стеланы алып ташланыңмы?
Баҡһаң, бер нисә йыл элек утар хужаһы шағирҙың тыуған нигеҙе урынына «Был урында күренекле шағир ҡәҙим Аралбайҙың тыуған йорто торҙо» тигән яҙыулы тимер стела эшләп ҡуйған булған. Был юҡ-бар ауыл түгел, йәнәһе.
– Ташланым. Бер юлаусы оло юлдан төшкән дә аят уҡып ултыра. Нишләп ултыраһың, тим. Бына әруах рухына аят уҡыйым, ти. Һин нимә, был ҡәберлек түгел, тигәс, аптырап ҡалды. Һуңынан стеланы алдым, тере кешене рәнйетеп, тип... Иҫтәлекле урын эшләмәксе инем дә, килеп сыҡманы.
– ҡәҙимгә һәйкәлде баш ҡалала ҡуйырҙар әле, – тип көлкөгә борҙо хәбәрҙе Ирек ағай.
Таңатарҙар әйтеүенсә, бөгөн ауылдың йәме − бик бейек булмаған ағас. Сабирйән олатайҙың баҡсаһында үҫә ине, тиҙәр.
– Беҙҙең дә ағастар бар ине лә, мал бөтөргән, зәғиф кенә булып ултыралар хәҙер, − тип ҡуйҙы шағир.
ҡоҙоҡ янына киләбеҙ. Уныһы буралап эшләнгән, боронғоса, сылбырҙы әйләндереп, һыу алаһың. ҡәҙим ағай түҙмәне, күнәкте аҫҡа төшөрөп ебәр­ҙе.
– Үткән йылғы ҡоролоҡта ла ҡороманымы? – тип ҡуйҙы Азамат.
– Юҡ, бәрәкәтле ҡоҙоҡ. ҡәҙимдең дуҫтары килеп, ауыҙ итеп тора бит, – тип йылмая Айытбай ағай. ҡоҙоҡ уның бер ғорурлығы, күрәһең. – ҡәҙимдең үткән ҡайтҡанында сәсәниә, ғалимә Розалия Солтангәрәева ҡоҙоҡҡа доға уҡып, бер ус тәңкә ташлауы ла килешкәндер.
– Мә, тәмләгеҙ әле, ҡалай тәмле беҙҙең һыу, – ҡәҙим ағай күнәктән һыу уртлай, үҙе ихлас йылмая. – Теш­те ҡамаштыра, зиһенде яҡтырта был.
Тәмләмәйенсә булдыра алмай юлдаштары. Минең иҫкә «Аҡ тирмә»нән өҙөк төшә.
Ауыл үлгән, тиһең,
Ә ул һиңә
ҡарап ята күҙе мөлдөрәп:
Түбән оста ҡоҙоҡ – һаман тере,
Һыуы тора бура төбөндә!
Далалағы ҡоҙоҡ, батыр йәндәй,
Юлсыларға һыуын һаҡлаған...
ҡоҙоҡтан һыу эсеп алғас, хужаның өйгә саҡырыуына ла ҡарамай, нисектер ҡайҙалыр ҡабаландырырға тотондо ҡәҙим ағай.
– Һыуыңдан ауыҙ иттек, Айытбай. Ергәндә апайым көтә, әйҙә, әйҙә һин дә беҙҙең менән! – тине.
Әйтерһең, бында уның ҡалғыһы килмәгән кеүек тойолдо миңә. ҡайтҡанда һораштыра ҡуйғайным да, сәңгелдәгең эленгән ағастың ҡороғанын күреү еңел түгел ул, тип ҡуйҙы шағир.
Таңатар шулай ҙа бәхетле, тип ҡуям тағы. Илебеҙҙең бик тә күркәм кешеләрен үҙенә саҡырып, дала елен татыта тора ул. ҡәҙим тигән ир улына ижад бәрәкәте биргән һутлы ер, әсе ел, татлы һыу шулай саҡыра үҙенә. Рауил Бикбай, Тимер Йосопов, Динис Бүләков, Хәсән Назар, әле беҙ... – күп данлыҡлы кешеләр булған бында.
Шөкәтһеҙ, һалҡын дала... Утарҙан сыҡҡанда ҡояш офоҡҡа тәгәрләй ине. Шишмә һыуы шулай күңелде йомшарттымы, еле лә йылы, яғымлы күренде. Беҙҙең килеүгә шатланғанмы, данлыҡлы улының ҡайтыуына һөйөнөүеме, йөҙөнә алһыу-ҡыҙғылт кершән яғып, һылыуланып-наҙлап оҙатты дала. Уңған, мөләйем ҡыҙ кеүек.
ҡырыҫ ерҙә йәшәһәләр ҙә, бында ла тормош ҡотло, кеше бында ла ҡот-ергә йәбешеп йәшәй, донъя көтә. Ауыл урамдарынан үткәндә (Таңатарға табан) күпме эре мал осраны, ҡош-ҡорт урам тулы.
ҡәҙим ағайҙың Ергән ауылында йәшәүсе Хәфизә апаһының ихатаһы ла байлыҡ менән тулы, табындары һығылып тора ине. Шағирҙың пачуты хәтәр, шайтан алғыры, туған-тыумасалары өҙөлөп кенә тора. Иң ҡәҙерле ҡунаҡ ул беҙгә, килгәндәрен көтөп кенә алабыҙ, тип ҡаршы алды улар. Байрамға бар яҡындары − сабый баланан өлкәндәргә тиклем − барыһы ла йыйылғайны. Нәҫеленең данын күтәргән шағир хаҡында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, ул беҙгә маяҡ, тип тә билдәләнде. Әйтелгәндәрҙән ике фекерҙе теркәгем килде.
– Яратҡан кисеү-йылғаларында балыҡ тотоп, хәтфә үләндәрендә тәгәрәп үҫте ҡәҙим, – тип һөйләне Хәфизә апай. – Әсәй яңғыҙы ҡараны, еңел дә булмағандыр. Тик ҡәҙим бик тырыш булды. Шул тиклем тырыш булды. Ана шул ныҡышмалылығы, уңғанлығы уны бейеклектәргә күтәргәндер ҙә тим бөгөн.
Әле уйлайым да, шуға иғтибар итәм: ҡустым ирекле үҫте, нимә теләй, шуны эшләне. Тик ул бер ҡасан да насар юлға барманы, ҡайһы бер бәйһеҙҙәр, бөтәһе лә мөмкин, тип упҡынға ла тәгәрәй. Ә ҡәҙимгә иреклеге ирекле фекерләргә, тәүәккәл булырға өйрәтте. Шуға ла ул атайһыҙҙар араһында терәкһеҙ һәм ҡурҡаҡ булманы, үҙенә ышанып йәшәне. Шуға мин уның ил алдында әйткән һәр һүҙенә ышанам, дөрөҫ әйтмәнеме әллә, тип шикләнмәйем.
Хаҡтыр апаһы, ҡәҙим Аралбай ҡайҙа ғына эшләмәһен, ярайһы уҡ юғары вазифалар ҙа биләне ул, ҡайҙа ғына кәрәк саҡта кәрәк һүҙен әйткәндә лә халыҡтың күҙенә ҡарап барҙы. Тормошҡа, халыҡ яҙмышына, ижадҡа яуаплы ҡарауы уны бөгөн илдең күренекле улы иткәндер ҙә.
Хәфизә апайҙың сабыр ғына, артыҡ ҡупыртмай ғына һөйләүе лә мине хайран итте. Бала саҡта ни тиклем ауырлыҡ күреп үҫеүҙәрен юлдаштарым, осрашыуҙа шағирҙың замандаштары һөйләүенән күпмелер беләм дә инде.
Таңатарҙан үҙенең йәтеш кенә «Ока»һында килеп еткән Айытбай ағай бына нимәләр бәйән итте:
– ҡәҙим миңә ҡоҙа ул. Таңатарҙа йәш саҡта йәшәп киттем, уның менән аралашып торҙоҡ. Юлда бер мәл, һикһәненсе йылдарҙа был, Ырымбурға ҡайтып барғанда «Йылайыр» совхозының китап магазинына индем. Бәхетемәме, ҡоҙамдың «Аҡ тирмә» исемле китабы сыҡҡан, шуны һатып алдым. Юлда уҡ уҡып сыҡтым, бында Таңатар, уның яҙмышы, кешеләре тураһында һүҙ бара. Уҡып сыҡҡас до того йөрәк һыҙланы, түҙерлек түгел. Юлда ҡайтышлай, түҙмәй Таңатарға инеп, һыу төшөп, ултырып хәл алып тынысландым. Шиғриәттең көсө иҫ киткес була икән ул. Ныҡ тетрәндем. Урындағы совхоз Таңатарҙы тергеҙергә, яңы бригада асырға уйлай, тигән хәбәрҙе ишеткәс тә бына бында юлландым. ҡәҙимдең шиғриәте алып ҡайтты мине Таңатарға!
Уйҙа, һүҙҙә генә терелтмәгән шағир, тимәк, ауылын. Һүҙ көсө оло көс шул. Ауыл элеккесә гөрләп, балҡып тормай. Һаман әле Таңатар бер үҙе ситтә ята. Шулай ҙа унда усаҡта ут яна, мөрйәнән төтөн сыға бит. ҡоҙоҡ та ҡоромаған!

«Ут эсенә мин инергә әҙер»
Даланың даланлы уланы

Район үҙәге Аҡъярҙағы кисәлә минең илағым килде. ҡәҙим ағайҙың да, сабыр, хистәрен бауырына баҫа белгән шағирҙың да, күҙҙәренән тамған тамсыны ла шәйләгәндәй булдым. Кеше яҙмыштарының хәтәрлеге һәм шул хәтәрлектәрҙе еңә алған кешенең көсө уйландырған, илаттыр­ғандыр, бәлки.
Сәхнәгә Әсә сыҡты. Улын етәкләгән. Һуғыштан һуң ауыр йылдар. ҡулдарында – үләндәр. Был тәбиғи ҙә. Аслыҡ йылдарында күҙ терәп торған аҙыҡ ул. Малай әсәһенә һыйын­ған да нимәлер һораша. ҡасан атай ҡайтыр икән, ти. Уның мәңге ҡайтмаҫын әсәһе белә, тик сабыр ғына: «ҡайтыр ул, һин үҫ әле, беҙ уны онотмаһаҡ, ҡайтыр ул. Тик күңелдәр­ҙән генә юғалмаһын», – тип ҡуя... Ул менән Әсә Шағир янына килә. Етмеш йәшлек ҡәҙим малай ҡәҙимде ҡосаҡлап ала. Их шул малайға заманында ошондай ир-аттың йылыһы, ҡосағы етмәгәндер ҙә. Шағир, уны йыуатыр­ға, йылытырға теләгәндәй, оҙаҡ шулай тора бирә әле...
ҡырҡ берҙә тыуғандар быуыны,
Уттарҙан, йоттарҙан быуылып,
Булғандыр торалмай ятылған
Саҡтар ҙа – аяҡ-ҡул һыуынып...
Әбделғәлим Мырҙағәли улы ауылда беренселәрҙән булып ҡырҡ берҙең июлендә фронтҡа китә. Ни бары бер генә хаты килә. Унда, һағынышлы сәләмдәрен күндергәндән, хәл-әхүәлен белдергәндән һуң, иң аҫҡа «ҡәҙимемә атаһынан ҙур сәләм» тип улын ғүмер буйы йылытыр, атайлы иткән бер кәлимә, изге бер юл да яҙып ҡуя. Ә инде декабрь айында «ҡара ҡағыҙ»ы килә. Тимәк, ул яуҙа батыр­ҙарса һәләк булғанда ла тағы ла бер улы булыуын, оло Ер шарынан уның дауамы булып Рәжәп, Зиннур ағаларына эйәреп ҡәҙиме лә атлаясағын белеп йығылған.
Халыҡ шағиры Мостай Кәрим бер тәбрик һүҙендә былай тип яҙғайны: «Уның атаһы изге яу ҡырында ятып ҡалды. Әгәр ғүмеренең һуңғы минуттарында мин Әбделғәлим һалдат эргәһендә булһам, ул, моғайын, ошондай васыят әйтер ине:
– Иҫән ҡайтһаң, улымды табып, уға яҡты сырай күрһәтергә тырыш, – тиер ине.
Уға ишеттерерлек әмәлдәр булһа-булмаһа ла, бөгөн мин шулай яуаплар инем.
– Әбделғәлим ҡоралдаш! Улыңа Иле лә, Тупрағы ла, Халҡы ла ҡараңғы сырай күрһәтмәй. Хөр рух, ҡанатлы хис, етди фекер менән йәшәй һәм ижад итә ул».
Атай тип өндәшер кеше булмауын шул хәлдә ҡалған кеше генә аңлай­ҙыр. Атайһыҙ үҫкән малайҙарҙың күбеһе бөгөн йә бандит та, йә мәүеш, күкһел… Элек атайһыҙлыҡ булғанда ла илһеҙлек, терәкһеҙлек булмаған. Ил, Заман атай булған ул дәүер малайҙарына. Шуға ҡәҙим ағай кеүек кешеләр ил, заман улы булып үҫкәндәр ҙә, шул әләмде ғүмере буйына лайыҡлы күтәреп бараларҙыр ҙа.
Ғүмереңде, атай, дауам итәм,
Бер һыҡтаныу минән ысҡынмаҫ,
Ут эсенә мин инергә әҙер,
Ут эсенән тик бер ҡысҡырһаң, – тип шуға шағир өндәшә лә, оран да һала ала. Ил ҡысҡырһа ла, ул ут эсенә инергә әҙер.
Һуғыш осоро балаларының бала сағы бик ауыр үтә. Атайһыҙ һәм икмәк­һеҙ үҫкән быуын. Әсәйҙәренең уңғанлығы ҡаты ҡыштарҙы ла, ауыр һуғышты ла йырып сығырға ярҙам иткәндер.
– Әсәйем Фәрхиямал Рәхмәтулла ҡыҙы менән өлкән ағайым Рәжәптең арымаҫ ҡулдары, ныҡлы иңдәре ауыр йылдарҙы үткәрергә ярҙам итте. Һыйырҙарға ҡушылып әсәй-ағайҙың һабан тартҡанын, аслыҡтан нимә тотоп ашарға белмәй йөрөгән саҡтар­ҙы эске һыҙланыу менән иҫкә алам, – тип шағир бөгөн. – Иҫ белгәндән алып, беҙҙең өйҙә ҙур сепарат торғанын хәтерләйем. Ул олатайҙан мираҫ булып беҙгә ҡалған. Бөтә ауыл унан файҙалана торғайны. Бер осор колхоз фермаһына ла алып торҙолар. Оҙаҡ хеҙмәт итте ул. Һуңынан, Өфөлә йәшәгәнемдә, апайымдарға ҡайт­ҡанда уны таралған килеш күргәс, тамағыма төйөр ултырғайны. Бер оло иптәш, дуҫ юғалғандай тойолдо...
Тимерғәле Килмөхәмәтов бер осрашыуҙа, балалар йортона алырға килгәндәрен ҡәҙим һөйләгәндә үҙемдең дә күңелем тетрәнгәйне, тип әйткәйне. Әйткәндәй, Тимерғәле ағай үҙе лә ҡырҡ беренсе йылғы һәм атайһыҙ үҫкән оло шәхес.
Ысынлап та, шағирҙың әсәһенә, бәләкәстәреңде балалар йортона бир, тип уларҙы алырға ла киләләр. Хәфизә, Зиннур, ҡәҙим эштең ниҙә икәнен белгәс тә, Таналыҡ буйына ҡаса. Көнө буйы шунда булып, эңер төшкәс, һаҡ ҡына ҡайталар. Фәрхиямал апай ҙа, нисек кенә ауыр булмаһын, был уйҙан баш тарта, бауыр­ҙы ярып сыҡҡан балаңды тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булһын тип кенә нисек ят ҡулдарға тапшырмаҡ кәрәк? Күңеле бөтөн булмаҫ та...
Бер күҙ менән беҙ әсәйгә баҡтыҡ,
Бер күҙ менән – уттың күҙенә...
Киләсәккә ышанып йәшәгәс, тормош ауырлығы һиҙелмәй ул.

Мөнир ҡУНАФИН.
Хәйбулла районы.
Автор фотолары.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”