НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Үкенесле ғүмер юлдарым

Үкенесле ғүмер юлдарым


Көҙгө оҙон кистәр ҙә, ҡышҡы күңел­һеҙ көндәр ҙә үтеп китте. Яҙғы таңдар ата. Өйҙә япа-яңғыҙым. Дәрестәремде хәстәрләп бөттөм дә, ҡулыма бәйләмемде алдым. Бәйләм тотоу менән генә еңел булһа икән дә ул. Юҡ! Көн дә шул уҡ бер нәмә: матур иртәләрҙе яңғыҙ ҡаршылау, өҫтәл артында бер үҙең сәй эсеү, оҙон ҡара төндәрҙе яңғыҙың үткәреү... Яңғыҙлыҡтың нисек ауыр икәнен белһәгеҙ икән!
Бесәйем йомғаҡты бүлмә буйлап таратып уйнай башланы. Күҙ алдымдан, һүтелгән йомғаҡ кеүек, әҙме-күпме йәшәлгән тормош юлым үтте. Уйлап-уйлап та, уйҙарымдың осона сыға алмайым: тормош юлымдың ҡайһы боролошонда яңылыштым, нимәне дөрөҫ эшләмәнем, нишләп шулай яңғыҙ ҡалдым?
... Мин күмәк балалы ғаиләлә үҫтем. Атай-әсәйем – һуғыш осоро балалары. Ете класты тамамлағас, уларға артабан уҡырға яҙмаған. Ҙур белем алмаһалар ҙа, яҡтыға ынтылыусы кешеләр ине. Ғүмер буйына колхоздың, райондың алдынғы эшселәре булдылар, фотоһүрәттәре Почет таҡтаһынан төшмәне, ауылдаштары араһында ла ҙур хөрмәт ҡаҙандылар.
Ауылдағы мәктәпкә уҡырға төшкәс тә, мин бик яҡшы уҡыусы булдым, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, районда мәктәптең данын яҡлаусы булып танылдым. Өйҙәге эштәрҙе башҡарырға ла, туғандарымды ҡарашырға ла, фермала әсәйемә ярҙам итергә лә өлгөрә инем. Мәктәп йылдары бик тиҙ үтеп китте. Балалыҡ осоро педагогия училищеһында уҡыу менән алмашынды. Училищела дүрт йыл уҡыу осоронда (маҡтаныуҙан әйтмәйем) уҡытыусылыҡ серҙәре миңә бик еңел бирелде. Алдынғы уҡыу­сы, әүҙем комсомолка, спортсы, бөтә саралар­ҙы ойоштороусы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ, уҡытыу­сыларым хәтерендә ҡалғанмындыр, тип уйлайым.
Юллама менән үҙебеҙҙең районға ҡайтып, күрше ауылдың аҙ комплектлы мәктәбендә дәртләнеп эш башланым. Ошо диплом яҡлаған яҙҙың бер көнөндә минән бер класс алда ғына мәктәпте тамамлаған ауылдашым, күрше урам малайы армиянан ҡайтҡайны. Йәш ваҡытта тышҡы матурлыҡ ҡына күҙгә салына, ә эске матурлыҡты күрә белеү тормош тәжрибәһенән киләлер инде. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле Хәмиткә бер ҡарауҙан ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине. Тәүге мәлдә Хәмит, ял итәм тип, өйҙә ятты, шунан уны ауыл клубына художество етәксеһе итеп эшкә алдылар. Уның эше клубты асып ябыуҙан ғибәрәт ине. Ә клуб директоры булып минең ике туған апайым (минән ике йәшкә ҙур) эш башлағайны. Ял һайын күрше ауылдан ҡайтып, уйындар ойоштороп йөрөй торғас, нисектер Хәмит менән яҡынданыраҡ аралаша башланыҡ. Бик һөйләшеп бармаған йомоҡ ҡына егет ине ул. Бөтә инициатива минән сыға торғайны, сөнки уға үлеп ғашиҡ булдым, күҙҙәремде томан ҡаплағандай ине. Атай-әсәйемдең әрләүенә лә ҡарамай, ҡулында бер төрлө һөнәре лә юҡ икәнен дә уйламай, берҙән-бер көндө мин уға бирелдем һәм уны үҙемә өйләндерҙем. Мин төҫкә-биткә бит матур түгел (ысынлап та, һипкелле, ерән сәсле, табаҡ битле, нәҙек оҙон буйлы ҡыҙ), Хәмит мине, ысынлап та, яратамы икән, тип әҙерәк уйларға булған да бит. Ҡайҙа инде ундай ваҡытта ундай һығымталар яһау...
Йәшлек йәшлек инде, күп нәмәне күрмәгәнмен, күп нәмәне аңламағанмын йәки һиҙмәгәнмен. Хәҙер инде үҙемде, тома һуҡыр булғанмын, тиһәм дә, яңылышмаҫмын. Өйләнеш­кәндең тәүге көнөнән үк ҡәйнәм мине яратманы, күрә алмағанын аҙым һайын белдереп торҙо. Өс ай ҙа бергә торманыҡ, бөтә ауыл­ға мыҫҡыл итеп, ҡәйнәм беҙҙе ҡыуып сығарҙы. Хәмит менән мин эшләгән ауылға барып тора башланыҡ. Шул ваҡыттарҙа тормош бағаналарым ҡаҡшаны, ахыры. Ошоларға йыл буйына ауырға ҡала алмай йөрөүем дә ҡушылды. Клубта киске уйындарҙа Хәмиткә ҡыҙҙар аҫылына ине. Мине ҡайтарып ебәреп, ҡыҙҙар янында тороп ҡалыу­ы ла, ҡул күтәреүе лә күп булды инде. Бер нәмәгә ҡарамай, уның менән көсләшеп кенә йәшәгәнмен икән.
Икенсе йылына улыбыҙ тыуҙы. Шул ваҡыттар­ҙа уҡ уның сит, бер яратмаған кешеһе булғанмын икән. Ул мине, дөрөҫөн генә әйткәндә, тамсы ла яратмаған (быҙау кеүек эйәреп йөрөгән, тип әйтһәм дә, дөрөҫ булыр). Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тигән боронғолар. Баҡһаң, ул бит апайымды – клуб директорын яратҡан. Эштәре ҙурға китә башлағас, мин белеп ҡалыр типтер инде, апайым төн эсендә һис тә дуҫлашып йөрөмәгән кешеһенә кейәүгә сыҡты. Яҡын апайым бит, тип, иремде етәкләп, уны-быны уйламай, туйҙарына ҡотларға барҙым. Иремдең шул ваҡытта уларға ҡарап йәшләнгән күҙҙәрен күреп, бер аламалыҡ та уйламаным. Нишләп шул ваҡытта ла бер нәмә һиҙмәгәнмен, бер нәмә аңламағанмын?
Йәшәүебеҙҙең рәте-сираты булманы. Йәшәгән урынды ла алмаштырып ҡараныҡ, кире ҡайттыҡ. Ҡыҙым тыуғас, үҙгәрерме әллә, тигән уйҙар ташламаны. Юҡ, беҙҙең тормошта алға китеш булманы. Законлы айырылышып, йылдан ашыу айырым да торҙоҡ, кире ҡушылдыҡ. Кешегә һыр бирмәнем, донъя көтөргә тырыштым. Бер киҫелгән икмәк кире йәбешмәй, тип бо­рон­ғолар юҡҡа әйтмәгән икән. Әле уйлайым-уйлайым да, бер-беребеҙҙе яфалағанбыҙ ғына икән.
Үҙем бик сәмле, ғәрсел ҡатынмын. Мин кемдән кәм?! Кешеләрҙән ҡалыш­ҡы килмәне. Иҫке фатирҙа тороуыбыҙға ла ғәрләнә инем. Сәмләнеп, бура һатып алып, өй төҙөргә тотондом (эйе, тотондом, тиһәм дә, дөрөҫтөр, сөнки ул өндәшмәй генә, эйегә – эйе, юҡҡа – юҡ тип, эйәреп йөрөнө, банкынан кредит-ссудаларҙы мин үҙемә юллап алдым). Өй һалған йылдарҙа (әлеге лә баяғы сәм бит инде), эшемдә белемем етмәгәнлеген һиҙеп, ауырлыҡтарға ла ҡарамай, юғары уҡыу йортона ситтән тороп уҡырға индем.
Хәмит бер ҡайҙа ла йүнләп эшләмәне (беренсенән, теләге лә булманы, икенсенән, 10 класс белем менән алыҫ китеп буламы ни?). Ҡаҙанлыҡҡа оператор-ҡарауылсы итеп урынлаштырҙым, бер миҙгел дә эшләмәне, эсеп, ҡыуылды. Бурысҡа аҡса алып, Себер тарафтарына эшкә ебәрҙем, ике вахтаға ла сыҙамай, ташлап ҡайтты. Бәй, ҡатын бит күп эш хаҡы ала, йәшермәй-йыймай. Кәрәкме-кәрәкмәйме, ирем минең аҡсаны иркен тотондо, шым ғына ҡатын-ҡыҙҙар менән йөрөнө, эсеп ҡайтып туҡманы. Милиция юлында ла күп йөрөргә тура килде. Тик мин бер ваҡытта ла үҙемдең дөрөҫлөгөмдө иҫбат итә алманым, гел үҙемде ғәйепле ҡалдыр­ҙы. Кеше ауыҙына сүбәк тығып булмай шул. Ауылдаштар араһында: «Хәмит яҡшы ул, Резеда үҙе ғәйепле», – тигән һүҙҙәр йөрөнө. Ул оялманы: ҡайҙа ғына бармаһын, кемгә генә инмәһен, Резеда балаларҙы ҡарамай, эсеп ята бит ул, йыумай-таҙартмай, тип һөйләнеп, кешеләрҙе ышандырып йөрөнө. Уның низағлашыу­ҙарын күрмәһен тип, улымды Өфөгә интернатҡа уҡырға ебәрҙем. Улымдың ситтә 12 йыл уҡыу осоронда (хәҙер инде ул юғары белемле белгес) бер тапҡыр ата-әсәләр йыйылышына барманы, бер тапҡыр машина эҙләп, ҡаршы алманы, илтеп ҡуйманы. Ә бит беҙ район үҙәгенән 40 саҡрым алыҫлыҡта торабыҙ.
Нишләп шулай мөхәббәтһеҙ, ҡотһоҙмон икән, әллә ата-әсәйем фатихаларын бирмәгәнме, мин тыуғас та, аҡ биләүҙәргә биләп, бәхет теләмәгәндәрме, тигән уй көнө-төнө башымдан сыҡмай.
«Әсәй, ниңә миңә бәхет теләмәнең?» – тип әсәйемдән күп тапҡыр һорағаным булды. Күрәһең, мин уларҙың иң ярат­ҡан балалары булмағанмындыр (ата-әсәнең дә яратҡан-яратмаған балалары була икән ул!). «Үҙең шәп булдың бит», – тип йомола ла ҡуя. Мин әле лә уның эштәремде хуплағанын, фатиха биреп, шатланып баһалағанын ишеткәнем юҡ. Юҡҡа ғына йырҙа: «Һаҡлай мине, яҡлай мине әсәйем доғалары», – тип йырламайҙарҙыр. Әсә фатихаһы шул тиклем көслө булалыр, тип һис тә уйлағаным юҡ ине.
Институтты бөткәс, эшемдә миңә директор урынбаҫары вазифаһын йөкмәттеләр. Ирем көндән-көн үҙгәрҙе, көнләшеүен асыҡтан-асыҡ белдерә башланы. Ауылда миңә яҡмаған, таҡмаған бер ир-ат та ҡалманы. Эсеп ала ла мине мыҫҡыл итә, һүҙ менән еңә алмағас, ҡулдар эшкә күсә. Илай-илай, аңлатып та ҡараным, көйгә килмәҫме тип, бергә ултырып эскеләштереп тә ҡараным, аяҡ аҫтарында аунаным, тик Хәмит кенә үҙгәрмәне.
«Нишләп милицияға мөрәжәғәт итмәнегеҙ?» − тигән һорау тыуыр гәзит уҡыусыларында. Эйе, яҙҙыҡ, барҙыҡ, тик, был ҡоро һүҙҙәр, иҫбатлаусы дәлилдәр юҡ, тинеләр. Участка милиционеры, беҙҙән көлөп, видеокамера ҡуйҙырырға ҡушты. Ҡыҙым, мине ҡурсалап, икебеҙҙең арала булды. Улыма ла, ҡыҙыма ла бер-бер артлы һуҡыр эсәктәренә бер генә тапҡыр түгел (табип хатаһы арҡаһында), икешәр операция яһауҙары ла уны уйландырманы, дауахана юлын барып та күрмәне. Һалҡын көҙгө көндәрҙә мин саптым дауахана юлына йәйәүле-атлы. Түҙгәс-түҙгәнмен икән! Аттың арбаһына күпме йөк һалһаң, шул саҡлы тарта, тиҙәр. Мин дә үҙемде бахыр ат хәлендә тойҙом.
Хоҙай тағы ла бер һынау әҙерләгән икән. Иремдең аҙаҡҡы мәлдәрҙә ҡотороуы, үлтерәм, тип янауы көсәйҙе. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙымдың сиргә һабышыуынан ҡурҡып, бер көндө кейем-һалымдарҙы ғына алдыҡ та, өйҙө ташлап сығып киттек. Оят булһа, булды инде. Бөгөн мине һөйләрҙәр ҙә иртәгә туҡтарҙар әле, тип ныҡлы бер уйға килдем. Әлдә йәйге ваҡыт ине. Иҫке генә иҙәнһеҙ фатирҙың тәҙрәләренә полиэтилен ҡағып, ҡыҙым, каникулға ҡайтҡан улым менән шунда йәй үткәрҙек. Унда ла ул беҙҙе тыныслыҡта ҡалдырманы: мине бурға сығарып, өйөмдән әйберҙәремде урланы, тип, ҡара төндө милиция хеҙмәткәрҙәрен килтереп, һорау алдырҙы.
Уҡытыусы кешегә ғәрлеге ни тора! Уныһына ла түҙҙем. Бер нәмәгә ҡарамай, ҡиммәт хаҡҡа иҫке генә фатир һатып алып, ҡышҡылыҡҡа шунда күстек. Ҡайҙа бараһың инде төйөнсөктәр, балалар менән? Кем беҙҙе көтөп тора? Ҡыҙым менән тынысланып ҡына йәшәй башлауға, беҙҙе мөйөштән тағы бәлә һағалаған икән: бер йыл эсендә ҡыҙыма Өфө балалар дауаханаһында ике тапҡыр ҡатмарлы операция яһанылар. Уларҙан һуң ҡыҙымдың наркоздан уяныуын көтөп ала алмауҙарым, уның, ауыртыу-һыҙланыуҙарына түҙә алмай: «Әсәй, мине үлтермә!» – тип илауҙары бөгөн дә күҙ алдымда. Төн буйы керпек тә ҡаҡмай баш осонда һаҡлап ултырыу­ҙарым, аҙаҡ ҡиммәтле дарыуҙарҙы алыр өсөн аҡса эҙләп ҡаңғырыуҙарым, ваҡытлыса ғына булһа ла инвалидлыҡ бирегеҙ, тип район табиптарына ялыныуҙарым эҙһеҙ үтмәне: сәсем ағар­ҙы, йөҙөмдө йыйырсыҡтар баҫты, әллә нисә йылға ҡартайғандай тойҙом үҙемде ( ә бит миңә әле 45 йәш кенә!). Үҙемә лә 4 − 5 тапҡыр операция үткәрергә тура килде, наркоздың ниндәй ҡамау икәнен белмәүселәр ҙә барҙыр, бәлки. Кем ҡарғышы һуң был, нишләп миңә генә, тип күңелем әсенде.
Тирә-яғыма ҡарайым да аптырайым: мин бит ҡола яланда үҫкән япа-яңғыҙ бер ағас (улым менән ҡыҙым хәҙер инде ситкә китте). Эйе, яңғыҙ ағас. Ауыр ваҡыттарымда туғандарым да ярҙам ҡулын һуҙманы, хәлебеҙҙе лә белмәнеләр, иремдең туғандары ла, исмаһам, бала хаҡын да һаҡламаны (ә бит үҙем бик алсаҡ кеше, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙырға әҙермен, йомоштары менән генә миңә киләләр ине бит...). Ауылдаштарым ситтән генә күҙәтте, кемдәрҙер шатланып сәпәкәй итте, аҫтан ғына көлдө, кемдәрҙер ауыр көрһөндө, юҡ-барҙы ғәйбәт итеп һөйләнеләр. Ә бит, уйлап ҡараһаң, минең сер уртаҡлашыр, ҡайғы-шатлыҡтарымды бүлешерҙәй дуҫтарым да, таяныс эҙләрлек ғаиләле иптәштәрем дә юҡ икән. Илаған, керпек тә ҡаҡмай сыҡҡан төндәрем күп. Был һынауҙар нишләп миңә генә? Атай-әсәйемдең донъяға яратмай тыуҙырған емешеме әллә мин? Ата-бабаларҙан ҡалған ҡарғыштар беҙгә төбәлгәнме? Бөтәһенә лә үҙем ғәйеплеме? Бер һорауыма ла яуап таба алмайым.
«... Юҡтырһың да, Алла, әгәр булһаң...» – тип М. Ғафуриҙың шиғыр юлдарын күп тапҡыр ҡабатланым. Бер минут та йәшәгем килмәй. Эшемдең дә ҡыҙығы ҡалманы. Һуңғы ваҡытта кеше араһында ла, ауылдаштарым янында ла үҙемде кәм итеп тоям, үҙем өсөн дә, Хәмит өсөн дә, балаларым алдында яҡшы әсәй була алмағаным өсөн дә оялам.
Ниндәй көслө, түҙем, сәмле булмайым, мине тормош һынауҙары бөктө, бер нәмәгә ышанысым да, өмөтөм дә ҡалманы. Минең артабан тормош ағымына ҡаршы торорлоҡ көсөм дә, теләгем дә юҡ. Миңә нимә эшләргә? Үҙ-үҙемә ҡул һалһам, бәлки, миңә генә түгел, кешеләргә лә еңел булып ҡалыр кеүек тойола.
Ауылдың урам башында ҡотһоҙ ҡарасҡы булып, ялан кеүек өйөбөҙ ултыра. Хәмит бер ҡайҙа ла эшләмәй. Әллә күп эсеүҙән, әллә боҙом-маҙар булды инде, ул, зомби кеүек, теләһә ҡайҙа, теләһә кемдә йөрөй, балалары менән ҡыҙыҡһынмай. Улына өйҙө лә биргеһе килмәй, минең менән һөйләшеү түгел, күҙенә лә күрһәтмәй.
Хөрмәтле редакция! Күңелем әрнеүҙәренә түҙә алмай, эс-серҙәремде гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашмаҡсы булдым. Бәлки, кәңәш биреүселәр булыр, гәзит аша психологтар уйҙары менән бүлешер? Билдәле сәбәптәр арҡаһында исемдәрҙе үҙгәртеп алдым, ғәфү итерһегеҙ тип уйлайым…

Резеда.
Белорет районы.

Сығыу ваҡыты 28-05-2011, 12:04 | Ҡаранылар: 1953
|
  • Бер хатаның тарихы
  • «Уйнаш, тип йөҙөмдән алдың...»
  • Мөхәббәтем нәфрәт булып йөрәгемде яндыра
  • Беҙ балаларға кәрәк һәм терәк
  • Ирҙәргә күңелем ҡалды
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM