НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ түгел

Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ түгел


Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ түгелБашҡортостан Респуб­ли­каһы Президенты Рөстәм Хә­митов Юл хәрәкәте хә­үеф­һеҙлеге буйынса хөкүмәт комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Ул Дәүләт автоинспекцияһы һәм профилле ведомстволарҙан республика юлдарында тәртип урынлаштырыуҙы талап итте. Бының өсөн юлдарҙағы проблемаларҙы комплекслы һәм системалы хәл итеү кәрәк.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, былтыр ғына республикала биш меңдән ашыу юл фажиғәһе теркәлгән, һәләк булыусыларҙың һаны 658-гә еткән, төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар – алты меңдән ашыу. Был иҫ киткес һандар. Күпселек осраҡта бәләгә тарыусыла­р­ҙы балалар һәм 40 йәшкә тиклемге кешеләр тәшкил итә. Кеше ғүмере өҙөлөүе иң ҙур ҡайғы булһа, фажиғәләр арҡаһында матди зыян да килә. Эксперттар иҫәпләп сығарыуынса, юл-транспорт ваҡиғалары республика бюд­­­жетына йылына ике мил­лиард һумлыҡ зыян килтерә.
Әлбиттә, юл хәүефһеҙлеге мәсьәләһе кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап итә. Бөтә хаталарҙы ла төҙәтеү өсөн бик күп ваҡыт талап ителәсәк. Әммә был юҫыҡта эште бөгөндән башларға кәрәк.
Юлдарҙың именлегенә бик күп фактор йоғонто яһай. Үткән биш йылда республикала теркәлгән автотранспорт 240 меңдән артып китте. Ә инде водителдәрҙең машина менән идара итеү мәҙәниәте бик түбән кимәлдә билдәләнә. Республика етәксеһе юлда боролған ваҡытта ҡағиҙәләр боҙолоуын, ҡайһы бер водителдәрҙең светофорҙарҙы артыҡ ашығып үтеүен билдәләне.
Йәйәүлеләр ҙә гонаһһыҙ түгел. Теләһә ҡайһы урында юлды аша сығып, авариялар яһауға булышлыҡ итәләр.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ниндәй генә алымдарҙы файҙаланып ҡараманылар. Бөгөн шул асыҡ билдәле: ғәйеплеләргә ҙур штраф һалып ҡына проблеманы хәл итеп булмай. Водителдәр һәм йәйәүлеләр­ҙең эске мәҙәниәте үҫмәй тороп, бер ниндәй ҙә хәүефһеҙ юл тураһында хыялланып булмай.
Автомагистралдәр селтәрен модернизациялау ҙа талап ителә, юлдар камил булмаған осраҡта унда авариялар кәмемәйәсәк. Юлдар киңәйтелгән урындарҙа кешеләрҙең, светофорҙың ҡыҙыл уты янғанға тиклем өлгөрөргә тырышып, юл аша йүгерә-йүгерә сығыуы, йүнле билдәләр булмауы кеүек проблемаларҙы хәл итеү өсөн аҡса етерлек бүленгән. Әммә эште еренә еткереп башҡарыу­сылар ғына юҡ. Рөстәм Хәмитов ошо проблемалар хәл ителмәгән саҡта саралар күрәсәген хәбәр итте.
Юл фажиғәләренән һуң табиптар килеп еткәнгә тиклем күрһәтелергә тейешле медицина ярҙамының насар ойошторолоуы бәкәлгә һуға. Республиканың был ярҙамды камиллаштырыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, вертолеттарҙы, авиацияны ҡулланырға була. Бәләкәй вертолеттар юлда дежурлыҡ иткән осраҡта юл ҡорбандарының күбеһен ҡотҡарып булыр ине. Ғөмүмән, водителдәр ҙә, ЮХХДИ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә тәүге медицина ярҙамын күрһәтә белергә тейеш.
Юлдарҙа тәртип урынлаштырыу мотлаҡ. Бының өсөн яуаплы кешеләр һәм саралар бар.

Л. СОЛТАНОВА.

Сығыу ваҡыты 26-03-2011, 16:01 | Ҡаранылар: 1528
|
  • Программа бар. Ташҡыны булырмы?
  • ЭСКЕСЕЛӘРГӘ – ЯРТЫ МИЛЛИОН ҺУМ ШТРАФ
  • “ӘЛШӘЙ ҠЫҘҘАРЫ – БИК ШӘП ВОДИТЕЛДӘР”, – ти подполковник Салауат Ҡотлоев
  • Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләһе нисек хәл ителә?
  • Улар беҙҙе юлда сәләмләй
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM