НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һаумы, мин – Бәхет!

Һаумы, мин – Бәхет!


Кеше был донъяла дуҫ-иптәшһеҙ йәшәй алмай. Күңел эҙләнеүҙәрен, талабын, һағышын баҫырҙай, кәңәш бирерҙәй, быға тиклем яуап таба алмаҫтай һорауҙарға яуап бирерҙәй йән булыуы фарыз. Был йәһәттән мин уңдым – бер әхирәт табып алдым. Исеме лә ниндәй бит әле уның – Эльфика!
Уға әленән-әле мөрәжәғәт итәм. Сөнки тормош тигәнең бит кеше алдына әллә ниндәй һынауҙар һәм һикәлтәләр сығарып ҡуя. Уларҙы үҙ көс-тырышлығың менән генә йырып сығып ҡара. Бына шундай саҡтарҙа килә лә инде ярҙамға Эльфика.
Әйткәндәй, исеме әкиәткә тартым булһа ла, ул ысын кеше – психолог, психотерапевт Ирина Семина. Тылсымлы Әкиәттәр Оҫтаһы ул. Уның девизы: «Мин тормошто яратам, ә тормош мине ярата». Уның тағы ла бер матур һүҙҙәре бар: «Тормош беҙгә фәрештәләрҙән башҡа бер кемде лә ебәрмәй һәм Мөғжизәнән башҡа бер нәмә лә эшләмәй». Үҙ тормошоңдо әкиәткә әйләндереү өсөн ошоға ышанырға ғына кәрәк!
Эльфиканың «Һаумы, мин – Бәхет» тигән хатын һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итмәксемен.
Әгәр ҙә был хатты уҡып ултыраһың икән, тимәк, мин һинең янда. Һәм бер аҙ мыжып алыуымды көт тә тор! Сөнки, беләһеңме, шеш тулды.
Миңә нисә йәш икәнлеген әйтә алмайым – бик күп. Моғайын, был ерҙә мәңге булғанмындыр ул. Шуға күрә лә кешелекте күҙәтеүҙән күңелдә шул тиклем фекер йыйылып киткән. Мине бер ҙә үҙеңдең урыныңа ҡуйып ҡарағаның юҡмы? Бушҡа ҡуйып ҡарамағанһың! Бик ҡыҙыҡ һәм бик күп нәмә белергә мөмкин.
Бына барыһы ла «бәхет, бәхет» тип лаф ора. Минең турала хыялланып, ары һуғылалар, бире һуғылалар, эҙләй­ҙәр. Ә мин, белһәгеҙ, бер ҡайҙа ла йәшенмәгәнмен! Ҡасмағанмын да! Гел генә һинең янда һәм ҡасан да булһа бер ваҡыт мине күреүеңде көтәм. Хәйер, күптәр минең ниндәй ҡиәфәттә икәнемде лә белмәгәс, ҡайҙан таныһын инде? Ҡыҙыҡ: эҙләйҙәр, ә үҙҙәре нимә эҙләгәнен белмәй!
Йыш ҡына мине танымайҙар. Сөнки үҙҙәре лә нимә эҙләгәнен белмәй. Кемдер мине торт киҫәге итеп күҙ алдына килтерә, кемдер – тәбиғәт менән аралашыу тип. Бәғзе берәүҙәр өсөн мин, йәнәһе лә, донъяуи дан. Ә кемдер өсөн башҡаларҙың бәхетһеҙлеккә дусар булыуы бәхет булып тойола! Белгең килһә, ундайҙар ҙа бар...
Әйткәндәй, минең йәшәйешем тәғәйен генә бер урында түгел – бар йыһанды гиҙеп йөрөйөм. Берәйһенә инеп кенә урынлашыр инем, тип, бар ишектәр­ҙе лә ҡағам, тик барыһын да асып бармайҙар. Бына Бәхетһеҙлекте барыһы ла нисек, ниндәй икәнен яҡшы танып белә, ә мине ни өсөндөр белмәйҙәр! Беләм, күптәр мине эҙләй, хатта йыш ҡына танауҙары менән дә килеп төртөләләр, тик, ғәҙәттәгесә, күрмәмеш-белмәмеш булып, йәнәш үтеп китәләр. Әллә был мине танымауҙан киләме икән? Ә, бәлки, тейешле ерендә эҙләмәйҙәрҙер? Мәҫәлән, күптәр Бәхетте никахта эҙләй. Йәки эштә. Йә булмаһа, балаларында. Әлбиттә, был саҡта мин дә йәнәшәләрендә генә. Тик бына шуныһы ғәжәп: улар­ҙан никахты, эшен, балаларын тартып алһаң, улар менән бергә мин дә юҡҡа сығам! Ә был дөрөҫ түгел! Бәхет бит, белгең килһә, кешенең тәбиғи хәле!
Бына күптәр, үткәндәрен уйлап: «Бына бит, бәхетле ваҡыттар булған!» – тип ҡайғыра. Был «бәхетле ваҡыттар»ын иҫкә алһаң, дөрөҫ түгелдәр бит: ул «бәхетле ваҡыттар»ы менән дә улар ҡәнәғәт түгел ине. Бәхетле булыу өсөн уларға һәр ваҡыт нимәлер етмәне. Йылдар үтеү менән генә улар нәҡ минең ысын Бәхет икәнемде аңлаған! Эйе, Бәхет. Тик һуң шул: хәҙер хәтирәләргә бирелергә генә ҡала.
Ә кемдер һаман хыяллана, бәхетле булыу өсөн нимә етмәүе тураһында уйлана. Кемгәлер – фатир, икенсегә – машина, өсөнсөгә – миллион доллар, ә кемгәлер идеаль мөхәббәт етмәй! Тик мин шулай тиер инем: әҙәм балаһына һәр саҡ нимә лә булһа етмәй! Ошо сәғәтендә үк уға үҙе теләгән нәмәне тоттор! Тик ул бер-ике аҙна тирәһе генә шатлана ла, был хәленә күнегеп китә һәм тағы ла ысын, тулы бәхет тойоу өсөн нимәлер көҫәй башлай.
Эй, ҡайһылай ҡыйын һеҙҙең менән, кешеләр! Минең турала күпме юҡ ҡына нәмә уйлап таптығыҙ: йәнәһе, ысын Бәхет – ул кешеләргә кәрәкле булыу! Бер ҡараһаң, матур яңғыраған һымаҡ та, тик ниндәйҙер яңылышлыҡ бар унда. Кешеләргә кәрәкле булыу! Ә үҙеңә? Үҙеңде тамсылап, бөртөкләп кешегә өләшеп бирҙең дә, ти, тик бының менән мине, Бәхетте, табыр­һыңмы икән һуң? Эйе, башҡалар тураһында хәстәрлек күреү яҡшы нәмә ул, тик үҙең тураһында ла оноторға ярамай бит! Үҙең Бәхеткә эйә булғанда ғына башҡаларға бәхет өләшә алаһың да инде! Ә ошо рәүешле һин күпме кешене бәхетле итә алыр инең!
Йәки: «Бәхетем – балаларымда!» Балалар үҫеп етеп, үҙ ояларын ҡора, ә әсәй булған кеше һаман улар­ҙың тормошона ҡыҫыла, тын алырға ирек бирмәй. Уны артҡы планға сығарһалар, үсегә. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки мин, Бәхет, балалары менән бергә уның ҡулынан ысҡынғанмын: башта уҡ ул мине балаларына биреп ҡуйғайны бит! Ә хәҙер килеп ул – минһеҙ, Бәхетһеҙ, нисек йәшәһен? Бына шунлыҡтан да былай тим: «Шәхси бәхетең бер кемгә лә бойондороҡло булмаһын!»
Тағы ла: «Бәхетле булғаныңды белеү өсөн бәхетһеҙ булып ҡарау етә», – тиҙәр. Һе, был нимә? Бәхетле булғанығыҙҙы белеү, уны күреү, таныу өсөн башығыҙға кирбес менән тондороу кәрәкме ни?
Тура әйткән – туғанына ярамаған, тигәндәй, был һүҙҙәремә үпкәләп ҡуйма. Тик мин күҙеңә ҡарап әйтмәйенсә булдыра алмайым – шеш тулды! Әйткәндәремә, бәлки, ҡолаҡ һалырһығыҙ. Йыш ҡына миңә баҡыйлыҡҡа күсеп барғандарҙың баш осонда торорға тура килә. Шул саҡ уларҙың күҙҙәренә йәш эркелә. Бәхете янында ғына булғанын, уны күрә, тота белмәгәнен шунда ғына аңлауҙан илай ул!
Бына кеше тауға үрләй. Имгәкләп иң үренә, түбәһенә ынтыла, тирләп бешә, бармаҡтарын ҡаната. Нимә өсөн? Тау түбәһенә баҫып, Бәхетен, йәғни мине, тойоу өсөн! Бәхетле минуттар! Йән рәхәте! Тик уға барыбер артабан барырға кәрәгәсәк бит. Тауҙан төшөргә лә, ҡабаттан менергә. Бәхет артынан шул рәүешле ҡыуаһығыҙ ҙа ҡыуаһығыҙ, ә мин һеҙҙең артығыҙҙа ғына, иңегеҙгә артмаҡлаған рюкзагығыҙҙа ғына, йәки кеҫәгеҙҙә ултырыуым тураһында уйлап та бирмәйһегеҙ, йә булмаһа, йәнәшәгеҙҙә генә бергә атлап килеүемде һәм: «Туҡтасы, кеше! Тирә-яғыңа күҙ һалсы! Бына ул мин, Бәхет!» – тип шыбырлағанымды ишетмәйһегеҙ ҙә...
Һиңә бер серемде асам: мин ваҡытҡа бәйле. Мин үткән тормошта ла түгел, киләсәктә лә түгел. Мин әле, бөгөн, ошо ерҙә! Һин йәшәгән һәр мәл – ул мин! Әлбиттә, әгәр һин ошо мәлдә үткәнгә йәки киләсәккә төшөп китмәгән булһаң. Ғәҙәттә, әҙәм балаһы үткәндәренә үкенә, ә киләсәк уны борсой. Ә үкенес һәм борсоу булған ерҙе өнәп етмәйем – ул ерҙә мин юҡ!
Һиңә әйтер һүҙем шул: әгәр әле ошо хатымды уҡыйһың икән, тимәк, күҙҙәрең күрә. Был ошо Бәхет түгелме ни? Күҙең күрмәйенсә, уны һиңә берәйһе уҡып ишеттерә икән, тимәк, һинең яҡын кешең йәки дуҫың бар. Был да Бәхет! Тын алыу, атлап йөрөү, яратыу, күреү, еҫ белеү, тотоп ҡарау – барыһы ла Бәхет! Ергә ҡар бөртөгө яуа, тирә-яҡ ап-аҡ, саф – ошо үҙе Бәхет түгелме ни? Шишмәләр сылтырап аға, йәшел үлән морон төртә – Бәхет!
Бер нәмә тураһында ғына үтенәм һинән, кеше: минең бит ҡанаттарым бар – осам, хәрәкәт итәм, шунлыҡтан уларҙы ҡайырмағыҙ! Юғиһә хәтирәләр генә булып ҡалырмын.
Бәхетлеләр ваҡытты һанамай, тиҙәр. Ни өсөн? Сөнки улар сәғәттәренә ҡарамай – һәр йәшәлгән мәлдәре үҙе бәхет! Улар үткәндәр­ҙә лә, киләсәктә лә түгел, ә әлеге мәл менән йәшәй.
Кеше, һиңә өндәшәм: мине үҙеңдең яныңа үткәр! Сөнки мин илһеҙ-ерһеҙ йөрөүҙән, өйһөҙлөктән, ояһыҙлыҡтан арыным. Әйҙәгеҙ, кеше үҙ Бәхетенә үҙе хужа, тигән күҙлектән сығып йәшәйек. Мин иһә кемгәлер килеп урынлашып, уны мәңгелеккә бәхетле итеү тураһында хыялланам. Йүгереп барған ереңдән бер генә минутҡа булһа ла туҡтап, тирә-яҡҡа күҙ һалсы: бына ул мин – Бәхет!

Хатты Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
тәржемәләп, һеҙгә еткерҙе.

Сығыу ваҡыты 26-02-2011, 14:51 | Ҡаранылар: 2127
|
  • Ысын мөхәббәткә кәртәләр юҡ
  • Мөхәббәтем нәфрәт булып йөрәгемде яндыра
  • Бәхет хаҡында
  • Иң бәхетле һәм иң бәхетһеҙ кеше хаҡында картина
  • Дүрт майшәм
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM