НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һеҙ ниндәй хужабикә?

Һеҙ ниндәй хужабикә?


1. Фатирығыҙҙы йы­йыш­тыра башлағас ҡына көтмәгәндә ҡунаҡтар килеп инде, ти.
а/ Бөтә эшегеҙҙе ташлап, өҫтәл әҙерләй башлайһығыҙ /1 балл/;
б/ Улар менән һөйләшә-һөйләшә эшегеҙҙе дауам итәһегеҙ /2/;
в/ Бүлмәләге тәртип­һеҙлек өсөн ғәфү үтенәһегеҙ һәм аҡлана башлайһығыҙ /3/.
2. Тормош иптәшегеҙҙе эшкә иртәнге аш менән оҙатаһығыҙмы?
а/ Эйе. Был минең бурысым /3/;
б/ Юҡ. Мин эшкә һуңыраҡ барыу сәбәпле, ул үҙе ашап-эсеп китә /2/;
в/ Ҡасан нисек була инде /1/.
3. Икегеҙ араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡҡанда балаларығыҙға һиҙҙерәһегеҙме?
а/ Юҡ. Был балалар­ға ыңғай йоғонто яһамай /2/;
б/ Һирәк кенә улар ҙа һиҙә /1/;
в/ Эйе. Ҡайһы ваҡыт уларҙы яйлар­ға балалар ҙа ярҙам итә /3/.
4. Тиҙҙән балағыҙ тыуасаҡ, ти. Ирегеҙ һайлаған исем һеҙгә оҡшамай.
а/ Уның теләген ҡабул итәм. Иң мөһиме – бала һау-сәләмәт тыуһын /3/;
б/ Үҙем һайлаған исемде ҡуштырам /2/;
в/ Туғандар һәм дуҫтар менән кәңәшләшәм /1/.
5. Ғаилә кассаһы кем ҡулында?
а/ Уртаҡ /1/;
б/ Иптәшем хужа /2/;
в/ Минең ҡулда. Бөтә кәрәк-яраҡты үҙем алам /3/.
6. Асыуланышҡандан һуң тәү башлап кем һүҙ башлай?
а/ Күберәк үҙем /2/;
б/ Ҡайһыбыҙ үҙен ғәйепле хис итә, йышыраҡ шул башлай /1/;
в/ Ир-ат булараҡ, күп осраҡта ул ғәфү үтенә /3/.

Һөҙөмтәләр
6 – 9 балл. Ялҡау һәм әрпеш булыуығыҙ күп мәшәҡәт тыуҙыра. Һеҙгә бер аҙ үҙгәрергә кәрәк. Ваҡытында ашарға бешереп, өйөгөҙҙә һәр ваҡыт тәртип булдырмаһағыҙ, ирегеҙ өйгә ҡайтыуын һирәгәйтергә лә мөмкин.
10 – 14 балл. Һеҙ алтын урталыҡты тәшкил итәһегеҙ. Төрлө ситуацияларҙа проблемаларҙы еңел сисә беләһегеҙ. Ирегеҙ һеҙҙең шундай хужабикә булыуығыҙҙан ҡәнәғәт.
10 – 18 балл. Һеҙ хужабикәләрҙең иң яҡшыһы. Өйөгөҙ һәр ваҡыт бөхтә. Ҡунаҡтарға йөҙөгөҙ асыҡ, бешергән ризыҡтарығыҙ телеңде йоторлоҡ. Тормош иптәшегеҙ бәхетле. Күптәр һеҙгә ҡарап һоҡлана.

Р. ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Сығыу ваҡыты 15-02-2011, 10:23 | Ҡаранылар: 1638
|
  • Мөхәббәтегеҙ көслөмө?
  • Һеҙ магазинға йөрөргә яратаһығыҙмы?
  • Мөхәббәтегеҙ көслөмө?
  • Ғаиләгеҙ ныҡлымы?
  • Һеҙ ысын ирме?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM