НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Телеңде йоторлоҡ

Телеңде йоторлоҡ


Ауылда иттең мул сағы. Гәзит уҡыусыларға унан әҙерләнгән төрлө ризыҡ тәҡдим итәм. Бешереп ҡарағыҙ. Бик тәмле килеп сыға.

Көршәк ашы
Итте, шаҡмаҡлап турап, майлы табала һуған менән ҡыҙҙырырға ла, көршәккә һалырға. Өҫтөнә кишер, картуф һалып, һыу ҡойоп, мейестә талғын ғына утта бешерергә. Табынға йәшел тәмләткестәр менән бирергә.

Запеканка
Үткәрелгән итте һуған, кишер менән бергә ҡыҙҙырырға. Бешерелгән дөгө ярмаһы һалып, өҫтөнә соус ҡойорға. Запеканканы бер сәғәткә мейескә ҡуйырға.
Соус әҙерләү өсөн 0,5 л һөт, 1 аш ҡалағы томат соусы, 100 г майонез, 1 – 2 йомортҡа , 100 г сыр кәрәк.

Өйрәк итенән манты

Итте ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап турайбыҙ. Картуф, һуған турап, борос, тоҙ һалып бутарға.
Мантыға ҡамыр билмән ҡамыры кеүек әҙерләнә. Эслек менән ҡамыр әҙер булғас, мантыларҙы эшләп, бер сәғәткә бешерергә ҡуйырға.

Ҡаҙ итенән бәлеш

Эслек өсөн 1 кг ҡаҙ ите, 1 кг картуф, 250 г аҡ май, ике баш һуған, тоҙ, ҡара борос кәрәк. Ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 200 г маргарин, ярты стакан һөт алына.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүлеп йәйергә лә, бер өлөшөн табаға һалырға. Уға эслекте һалып, икенсе өлөшө менән ҡапларға. Бәлеште, майлап, уртаса ҡыҙыу­лыҡтағы мейестә сәғәт ярым бешерергә. Бешергәндә эслеккә аҙ ғына һурпа ҡойорға.

Тауыҡ итенән кәтлит

500 г тауыҡ ите, 100 г аҡ май, 2 йомортҡа, 500 г көнбағыш майы, 100 г ҡаты сыр, тоҙ һәм тәмләткестәр кәрәк.
Тауыҡ итен ике тапҡыр ит турағыс­тан үткәргәндән һуң тоҙлар­ға, 1 йомортҡа һытырға, тәмләткестәр һибергә. Һуңынан түңәрәк йәймәләр яһап, һәр береһенең уртаһына ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән май ҡушып, кәтлит әүәләргә. Уларҙы туҡылған йомортҡаға манып, ваҡланған аҡ икмәк валсығында тәгәрәткәндән һуң ҡайнап торған майҙа ҡыҙҙырырға.

З. МИНҺАЖЕВА.

Сығыу ваҡыты 15-02-2011, 10:19 | Ҡаранылар: 2025
|
  • Телеңде йоторлоҡ!
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • “Тормоштоң төрлө мәле була”
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)



  • Радио Юлдаш FM