RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ

15.01.2011 Эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ

Эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫСоциаль хеҙмәткәр. Был өлкәлә эшләүселәрҙең эше иң тынғыһыҙ, тиһәм, һис яңылышмам. Хәйер, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүселәр­ҙең хеҙмәте электән дә тынғыһыҙ һаналды. Сөнки ул өлкә йәмғиәтебеҙҙең, көнкүрешебеҙҙең иң «ауыртҡан» ере булып тора. Был йәһәттән ҡырмыҫҡалы районында хәлдәр нисек икән? Хәбәрсебеҙ һорауҙарына хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы начальнигы Рәсилә Нурулла ҡыҙы Мортазина яуап бирә.
– Рәсилә Нурулловна, социаль ярҙам күрһәтеүселәрҙең эше, кем әйтмешләй, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Ул элек тә йәмғиәтебеҙҙең «ауыртҡан» ере ине, хәҙер ҙә был тармаҡта көсөргәнешлек һүрелмәне шикелле.
– Эйе, бигерәк тә иҡтисади көрсөк ваҡытында социаль хеҙмәткәрҙең эше баһалап бөткөһөҙ. Яңынан-яңы ҡанундар, ҡарарҙар сығып ҡына тора. Береһен үтәү өсөн дә кешегә әллә күпме ҡағыҙ, белешмә юлларға кәрәк. Беҙ шуларҙың барыһын барлап, тейешенсә тултырып, халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтәбеҙ. Бөгөн 16 меңдән ашыу кеше төрлө кимәлдә аҡсалата түләүҙәр ала, уларға социаль ярҙам күрһәтелә. Бигерәк тә һуғыш ветерандарына һәм ғәриптәргә төрлөсә ярҙам итергә, ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, йыл башынан төбәк ташламалары менән файҙаланыусылар ай һайын 5045 һум күләмендә аҡсалата ярҙам ала. Шулай уҡ торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн аҡсалата компенсация рәүешендә кешенең кенәгәһенә, картаһына күсерелә.
– Район ярайһы уҡ ҙур ғына. Тимәк, төрлө кимәлдәге льготалар менән файҙаланыусылар ҙа күп. Бәлки, бер нисә һанға туҡталып үтер кәрәктер?..
– ҡырмыҫҡалы районында барлығы 52 194 кеше йәшәй. Шуларҙың 12 765-е – пенсионер. 123 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм уларға тиңләштерелеүселәр бар. Хәрби хәрәкәттәрҙә 407 кеше ҡатнашҡан. ҡыҫҡаһы, федераль льготасылар, дөйөм алғанда, 5168 кеше иҫәпләнә. Ә төбәктекеләр – 3805 кеше. Шуларҙың 316-һы – тыл, 2619-ы – хеҙмәт ветераны. Реабилитация­лан­ған­дар 18 кеше иҫәпләнә.
– Ғаилә именлеге – илдең төп нигеҙ ташының береһе. Уны һаҡлау – йәмғиәтебеҙҙең бурысы. Ошо йәһәттән ра­йонда ниндәй эштәр башҡарыла?
– Беҙ күберәк иғти­бар­ҙы күп балалы һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә бүләбеҙ. Районда 635 өс һәм унан күберәк балалы ғаилә бар. Тәүге кварталда, мәҫәлән, 263 ғаиләгә төрлө социаль хеҙмәт күрһәтелде. 172 ғаиләгә 1 млн 100 мең һум күләмендә пособие бирелде. 349 аҙ тәьмин ителгән ғаилә балаларына бушлай ашатыу ойошторолдо. Бөтәһе ете меңдән ашыу балаға айлыҡ пособие түләнеп килә, 12 ғәрип сабый Стәрлетамаҡ районында реабилитация үтте.
Әйтергә кәрәк, нин­дәй­ҙер пособие, аҡсалата ташламалар алыр өсөн әсәләргә күп белешмә ҡағыҙы йыйырға, уларҙы беҙгә килтереп тапшырырға тура килә. Аңлап торам, сираттар ҙа ҡайһы саҡ ҙур була. Ләкин беҙҙең ҡыҙҙар ҡулдан килгәндең барыһын эшләргә тырыша. Быны әсәләр аңлай тип уйлайым. Рәхмәттәр әйтеп, шатланып сығып китеүҙәре – беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс. Үҙеңде кемгәлер кәрәкле итеп тояһың, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙа алыуыңа шатланаһың.
– Бер кемгә лә сер түгел, йәмғиәтебеҙ бүлгеләнеп, төрлө ҡатлам кешеләре барлыҡҡа килде. Демо­график хәлде яҡшыртырға кәрәк, тибеҙ. Ләкин бөгөн нәҡ күп балалы ғаиләләр ауыр хәлдә ҡалды түгелме? Социаль хеҙмәт күрһәтеү йәһәтенән уларға ниндәй ярҙам күҙаллана?
– Районда ведомство-ара совет төҙөлдө. Уның составында, мәҫәлән, былтыр беҙ ике ай буйы алда һеҙ әйткән ғаиләләргә йөрөп сыҡтыҡ. Һөҙөмтәлә, 147 ғаиләнең хәле мөшкөл икәне асыҡланды. Шу­ларҙың 47-һе социаль хәүефле хәлдә, 94-е хәүефлелек һыҙығы алдында тора. Был ғаиләләр буйынса берҙәм мәғлүмәт базаһы төҙөлдө, социаль паспорт булдырылды. Идаралыҡ тарафынан пособиеларға, аҡсалата түләүҙәргә документтар әҙерләнде. Балаларына мәктәп формалары, башҡа кәрәк-яраҡ алып биреү өсөн сығымдар бүленде. Шулай уҡ беҙҙә бәләгә тарыу­сылар­ға ла ярҙам ойошторола. Былтыр, мәҫәлән, янғында ҡаза күреүсе ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Шулай уҡ социаль хәүеф һыҙығында тороусы 110 ғаиләгә аҡсалата ярҙам иттек. Быларҙың барыһы ла район хакимиәте тарафынан ойошторолған мәрхәмәтлек фонды аша бирелде. Бөтәһе 80 ғаиләгә төрлө кимәлдәге пособие алыр, льгота менән файҙаланыр өсөн документ йыйыштыҡ, ә күп балалы 21 ғаиләне торлаҡ сертификатын алыуға иҫәпкә ҡуйҙыҡ. Былтыр 333 ғаиләгә идаралыҡ тарафынан 298 мең һумлыҡ ярҙам күрһәтел­һә, быйыл 240 мең һумлыҡ аҡсалата түләүҙәр бирелде. Тағы шуныһын да әйтмәү мөмкин түгел: ведомство-ара комиссия эшһеҙлек буйынса ла әүҙем шөғөлләнә. Беҙгә ҡалһа иһә, кешенең эш хаҡын ваҡытында алыу-алмауы ҡыҙыҡһындыра. Берлектәге ултырыштарҙа ҡатнашып, тәҡдимдәр индерәбеҙ, урындағы ойошмаларҙың эшен тикшереп, тейешле ҡарар ҡабул итеүҙә үҙ һүҙебеҙҙе әйтәбеҙ.
– Рәсилә Нурулловна, хәҙер традицион һорау: бер генә эште лә тырыш, эшһөйәр коллективһыҙ башҡарып сығып булмай. Һеҙ коллективтан уңдығыҙмы?
– Эйе, тип әйтә алам. Идаралыҡты 1998 йылдан бирле етәкләйем. Шул арала беҙҙең коллектив бик күп эш башҡарҙы, сиселмәҫтәй мәсьәләләрҙе систек. Быларҙың барыһы ла кешеләрҙең үҙ-ара туғандарса мөнәсәбәтенә, электән йәшәп килгән матур традицияларға, уларҙы һаҡлай, нығыта барыуға бәйле. Кеше ярайһы уҡ ғүмерен эштә үткәрә. Уны нисек уҙғарыуың һәр кемдең үҙенән тора. Быны коллективта аңлайҙар, шуға ла эштәренә етди ҡарайҙар.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”