НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Беҙҙең «беренсе»ләребеҙ хәҙер ҡайҙа?

Беҙҙең «беренсе»ләребеҙ хәҙер ҡайҙа?


Республикала етәксе алмашынды, уға ярашлы, ҡайһы бер министрҙар ҙа урынын бушатты. Барыһын да «Ә элеккеләр бөгөн ни менән мәшғүл икән?» тигән һорау ҙа ҡыҙыҡһындыралыр әле. «Комсомольская правда» гәзите уға яуап биргән.
Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ял итергә йыйынмай. Йәй көнө үк күҙалланыуынса, ул «Башнефть» компанияһының директорҙар советына инәсәк. Ә әле ул «Урал» хәйриә фондын етәкләй.
Элекке Премьер-министр Раил Сарбаев Мәскәүгә күскән. Ул – контроль-ревизия хеҙмәте етәксеһе һәм «Урал тау-металлургия компанияһы» холдингына ингән «Ростерминал»дың директорҙар советы рәйесе.
Уның урынбаҫары Айрат Ғәскәров та илебеҙҙең баш ҡалаһында сенатор булып эшләйәсәк.
Төҙөлөш буйынса элекке вице-премьер Хәмит Мәүлийәров бөгөн – РФ Президентының Контроль идаралығы департаменты начальнигы. Уға күптән түгел генә 3-сө класлы Рәсәй дәүләт советнигы чины бирелде. Әйткәндәй, был чин дәүләт хеҙмәтенең юғары вазифалы чиндары араһында «кесе звание» төркөмөндә иҫәпләнә (шартлы рәүештә генерал-майор менән сағыштырырға була).
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры булып бер нисә йыл эшләгән Гемань Әсәҙуллин шул тармаҡтан әллә ни алыҫ китмәгән – хәҙер Өфөнөң торлаҡ хужалығы идаралығында генераль директор урынбаҫары.
Элекке иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев уҡытыусылыҡ, фән эшенә кире ҡайтҡан. Евтушенко Өфө дәүләт нефть-техник университетында кафедраны етәкләй, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта, китап сығарырға әҙерләнә. Илдус Илешев – Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында кафедра мөдире.
БР Төҙөлөш министрлығының элекке башлығы Рауил Ибәтуллин иһә 2011 йылдың ғинуарынан ғына эш эҙләмәксе. Саҡырыуҙар, ҡыҙыҡлы проекттар бар, тигән ул. Өфөлә ҡаласағын да белдергән. Әлегә сәләмәтлеген нығыта.
Эске эштәр министрлығының элекке башлығы, вице-премьер Рафаил Диваев – пенсияла.
Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Ринат Зәйнуллин Октябрьскийға юлланған. Ул – тире эшкәртеү заводы директоры.
Т. АМАНОВ.

Сығыу ваҡыты 30-11-2010, 12:35 | Ҡаранылар: 1236
|
  • Ведомстволарға етәкселәр тәғәйенләнде
  • Республика Хөкүмәтенең яңы составы раҫланды
  • Таныш булығыҙ – яңы министр
  • Эрнст Исаев – БР хөкүмәте вице-премьеры
  • «Башнефть»тең директорҙар советы билдәләнде
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Балалар менән эшләүе оҡшай”
  • Башҡорт википедияһы йәштәрҙе көтә!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (20.04.2018)
  • Ҡарғыш алма, алғыш ал!
  • Көнбағышлы пакет
  • Ҡурайсы, актер, йырсы, етәксе
  • Гимндар төрлө була…
  • Ураҙа айы мөбәрәк булһын!
  • Ишекте бикләгәндәр...
  • Ремонт эшләүселәргә кәңәштәр



  • Радио Юлдаш FM