RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һабаҡмы, һынаумы?

27.11.2010 Һабаҡмы, һынаумы?

йәки Бурҙар ҡорбан эҙләп кенә йөрөй
Һабаҡмы, һынаумы?
Совет осоронда тыуып һәм совет мәктәбендә тәрбиәләнгән быуын вәкилдәре бөгөнгө ҡырағай йәмғиәт шарттарына һис тә күнегеп тә, яраҡлашып та бөтә алмай. Бөгөнгө «кеше кешегә – бүре» тигән аҡҡа ҡара менән яҙылмаған, әммә йәмғиәтебеҙҙә тамырҙарын тәрән ебәреп өлгөргән йәшәү принцибы беҙҙең барыбыҙҙы ла һәр ерҙә итәк-еңебеҙҙе йыйып йөрөргә мәжбүр итә. Әммә әҙәм балаһының, бигерәк тә ауылда үҫкәндәрҙең тәбиғәттән бирелгән эскерһеҙлеге, ихласлығы, ышанып барыусанлығы үҙенә үк зыянға эшләй шул. Таныштарымдың үҙҙәре менән ошо көндәрҙә булған хәлдәр тураһында һөйләгәндәре еңел табыш артынан ҡыуыусылар­ҙың ниндәй генә этлеккә бармауҙарын дәлилләй.

Беренсе хәл. «Сәлдергәндәр...»
– Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә «Жуков урамы» туҡталышында маршрут ПАЗ-игына ултырайым тиһәм, кеше шығырым тулы, – тип һөйләп алып китте тәүге танышым. – Алғы ишектән инә алмағас, артҡыһынан барып индем. Туҡталышта бергә торған ике ирҙең береһе – 30 – 35 йәштәр тирәһендәге, бейек, мыҡты кәүҙәлеһе – минән алда, ҡураныс ҡына кәүҙәлеһе арттан инде. Мин улар араһында ҡалдым. ҡулымдағы сумкамды, бер ниндәй ҙә этлек ҡылыуҙары тураһында уйламайынса, аҫта тотоп барҙым. Эш урыныма барып еткәнсе ярты ҡаланы тип әйтерлек үтергә кәрәк. Үҙ туҡталышымда төштөм дә, эшемә килгәс, сумкамдан тараҡ алайым тип ҡараһам... ауыҙы асыҡ. Ул ғына ла түгел, аҡса янсығым да асыҡ, ә эсе... буп-буш! Бур булған ғына аҡсамды һыпырып алған да, янсығымды кире урынына һалған. Шуныһына иҫем китте: ҡараҡ яйлап, иркенләп эш иткән – аҡса янсығындағы бөтә булған карточкалар һәм квитанцияларымды, ҡарасәле, сумкама кире бушатҡан. Нисек телефоныма теймәгән?!
Бәғзе бер ҡала кешеләренең бер-береһенә ҡарата бүре икәнлеген ошо факт үҙе үк дәлилләй түгелме? Кешенең сумкаһында ҡутарынып торғандарын берәү ҙә күҙенә элмәгән, тип уйлайһығыҙмы? Шулай булып ҡуймағайы! Йәнәһе, миңә теймәһәләр, ҡалғанына төкөрәйем. Бына нәҡ ошондай битарафлыҡ үрсетә лә инде кеҫә, фатир, төрлө мөлкәт ҡараҡтарын.

Икенсе хәл. «Сәлдерә алманы...»
– ҡыш етеп килә, итек алайым, тип, баш ҡаланың Үҙәк баҙарына киттем. Бер бутикка инеп, оҡшаған итекте кейеп ҡарарға булдым. Уны-быны уйламай, сумкамды йәнәшәмә ҡуйҙым да, итектәрҙе кейеп ҡарай башланым. Шул саҡ һатыусы ханым миңә: «Сумкағыҙ үҙегеҙ менәнме?» – тип өндәште. ҡараһам – сумкам урынында юҡ! Мин аптыраһам да, һатыусы бер ҙә аптырап торманы, әйберҙәргә күҙ-ҡолаҡ булығыҙ, тине лә, сыҡты ла йүгерҙе. Ике минут та үтмәгәндер, сумкамды тотоп килеп инде. Ауыҙ асып һүҙ ҙә әйтә алмай торам. «Бер йәш кенә ҡыҙ килеп инде лә, абайлап ҡалдым, бер сумканы эләктереп тә тайҙы. Һеҙҙекелер тип уйланым да шул. Артынан ҡыуып ҡына етеп булһасы – баҫҡыстан түбән елдерә генә был. ҡыуып еттем дә, ҡулынан тартып алдым сумкағыҙҙы. Йәл, яҡын тирәлә һаҡсылар булманы – тапшыра инем ул ҡыҙҙы ҡулдарына», – тип ҡыҙып-ҡыҙып һөйләй ҡотҡарыу­сым. Бына ниндәй шәп ҡатын булып сыҡты һатыусым! Рәхмәт йөҙөнән алмаҫ итегемде алып сығып киттем инде.
Был донъяла бурҙар, уғрылар, мутлыҡ ҡылыусылар, алдаҡсылар менән бер рәттән, изге йәндәр ҙә булыуы күңелдә барыбер яҡшылыҡтың күберәк булыуына өмөт уята.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”