НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

«Йәшлек-шоу»ға килегеҙ!
Новости / Мәҙәниәт // 11-12-2010, 13:46


15 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Йәшлек-шоу – 2010» республика йәштәре йыр-моң фестивале үтә.
Республика йыр-моң фестивале талантлы йәштәрҙе асыу, уларға эстрадаға юл ярыу маҡсатында ойошторола. Был сара беренсе тапҡыр 1991 йылда үткәрелә. Тәүге йылдарҙа уҡ ҙур популярлыҡ яулаған фестиваль бик күп йырсыларҙы танытты ла инде.
«Йәшлек-шоу» фестивалендә билдәле йырсылар менән бер рәттән йәш башҡарыусылар ҙа сәхнәгә сығасаҡ. Һайлап алыу туры 4 декабр­ҙә үтте, унда ҡатнашыусылар араһынан «иң-иң»дәр гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғын алды. Шулай итеп, быйыл үҙҙәрен күрһәтеп, емешле ижад итеп, популярлыҡ яулаусыларҙы билдәләү ваҡыты етте.
...

«Зәңгәр экран»да – «Тамыр» телеканалы
Новости / Мәҙәниәт // 11-12-2010, 13:40


«Зәңгәр экран»да –  «Тамыр» телеканалыҠайһылай ҙа оло шатлыҡ! Бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр өсөн күңел ҡыуана. Бынан ары «Тамыр»ҙар айырым телеканал булараҡ эшләһен әле... Шәп бит! Ошо әһәмиәтле ваҡиғаны тарих­ҡа теркәп, быға үҙ күҙҙәребеҙ менән шаһит булыу маҡсатында телеүҙәккә йүнәлдек. Өҫтәүенә, телеканал асылыуы айҡанлы, 2 декабрь Балалар телевидениеһы көнө тип тә иғлан ителгәйне.
...

Йәш «Каруанһарай» илде данлай
Новости / Мәҙәниәт // 7-12-2010, 12:17


11 декабрҙә «Каруанһарай» төркөмө Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыу уңайынан «Данлы юлдан атлай ғорур Башҡортостан!» концерт программаһын тәҡдим итә.
Программаны һәләтле һәм тамашасыны сағыу программалар менән ҡыуандырған йәш режиссер Илшат Фәхретдинов сәхнәләштерә. Йырсылар тамашасыларға лирик һәм патриотик йырҙар һәм ниндәйҙер сюрприз да вәғәҙә итә. Концертта сағыу бейеүҙәр ҙә буласаҡ. Киләсәктә программаны тулыландырып, репертуарҙарын ошо йүнәлештә тағы ла байытырға уйлай «Каруанһарай» егеттәре.
...

Күңелдәрҙе сорнар яҡты моң
Новости / Мәҙәниәт // 7-12-2010, 12:07


9 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ғәжәйеп тамаша – билдәле йырсы Гөлдәр Ишҡыуатованың ҙур концерты. «Моңом булып кил» тип исемләнгән программаны йырсы үҙенең матур юбилейына һәм сәхнәләге ижадына 15 йыл тулыуға арнай. Ысынлап та, Гөлдәрҙең яратҡан тамашасыһы менән уртаҡлашыр шатлыҡтары, яңы йырҙары етерлек. Ошо көндәр­ҙә генә ул йөҙ йырҙан торған өр-яңы диск сығарһа, әле «Ҡурай» каналында илһамланып ижад итеүе....

«Башҡортостан уҡытыусыһы» дуҫтарын йыйҙы
Новости / Мәҙәниәт // 7-12-2010, 12:05


Ошо көндәрҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында Уҡытыусы йылы, Республика йылы һәм «Башҡортостан уҡытыу­сыһы» журналының 90 йыллығына арналған матур осрашыу үтте. Осрашыуҙа БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов, мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, республика район-ҡала хакимиәттәренең мәғариф бүлеге етәкселәре, матбуғат ветерандары һәм уҡытыусылар ҡатнашты....

Мөхәббәтле кисәгә рәхим итегеҙ!
Новости / Мәҙәниәт // 4-12-2010, 14:29


Белеүебеҙсә, Өфөнөң Нефтселәр һарайында сағыу мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы проекттар үтеп тора. Яңыраҡ «Юлдаш» радиоһының юбилей концерты, «Дүрт йөрәк» реалити-шоу проекты менән һөйөндөрһәләр, бөгөн киске сәғәт 7-лә «Моңдан ярал­ған мөхәббәт, йәки ҡышҡы бер кистә...» тип аталған ҙур концерт үҙ тамашасыһын көтә.
Һеҙ яратҡан йырсылар Миңзифа һәм Артур Туҡтағоловтар, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Нәзифә Ҡади­рова һәм Ғәле Алтынбаев, Сулпан һәм Альберт Салауатовтар, Алтынай һәм Шәһит Хамматов, шулай уҡ Сибай, Нефтекама, хатта Татарстан­дан килгән йырсылар ҙа үҙ күстәнәстәрен тәҡдим итәсәк.
Тамашала танылған «Вираж», «Дива», «Ренессанс» бейеү коллективтары ҡатнаша.
Йәш таланттарҙы сәхнәгә сығарыу, башҡорт сәхнәһендә оҙаҡ йылдар эшләп килгән парлы «йондоҙ»ҙарҙы осра­штырыу ниәте менән үткәрелгән программаның авторы – Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры – Кинйә­бикә Исламғолова.
Килегеҙ, күрегеҙ, илһамланығыҙ!

Гөлдәр ҒАРИФУЛЛИНА,
БДУ студенты.
...

Төбәк артистарын мәскәүҙәр шефлыҡҡа аласаҡ
Новости / Мәҙәниәт // 30-11-2010, 20:29


Республикала ижади проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн грант төрөндә 5 миллион һум тирә­һе аҡса бүленәсәк. Был хаҡта БР Президенты Р. Хәмитов театр сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота үткәргән видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе.
Кәңәшмә субъекттар етәкселәре, федераль ведомстволар һәм театр берләшмәләре вәкилдәре ҡатнаш­лы­ғында үтте. Рөстәм Хәми­тов әйтеүенсә, тиҙҙән Башҡортос­тан Хөкүмәте менән Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк һәм документ ике яҡлап тәжрибә уртаҡлашыуға килтерәсәк. Союз республикаға үҙ белгестәрен – тәнҡитселәрен, режиссерҙарын ебәрәсәк, мастер-кластар, сәхнә телмәре, сәхнәлә хәрәкәт итеү һәм башҡа актер дисциплиналары бу­йынса уҡыуҙар, шулай уҡ Башҡор­тостанға «Et cetera» театры гастроле ойоштороласаҡ....

Театрҙарҙың Республика йылына бүләге
Новости / Мәҙәниәт // 30-11-2010, 12:34


Иртәгә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Республика йылына арналған башҡорт драматургияһы фестивале асыла

Фестивалдең репертуары бай булмаҡсы. Унда балалар өсөн әкиәттәр ҙә, тарихи драма ла, трагедия һәм комедиялар ҙа бар. Сәхнә әҫәр­ҙәрендә төрлө темалар сағылыш тапҡан, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында һүҙ бара. Алты көн буйына барған театр көндәрендә 11 театр коллективы үҙҙәренең оҫталығын күрһәтәсәк.
Фестиваль тантаналы рәүештә асылғандан һуң, тәүге көндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһы менән дауам итәсәк....

Таңға тиклем бейенек!
Новости / Мәҙәниәт // 30-11-2010, 12:32


Таңға тиклем бейенек!Бөгөн дә популяр, сәхнәләрҙе биҙәүсе йырсылар менән бергә, унар йылдар буйы сәхнәлә сығыш яһамаған төркөмдәрҙең ҡайтанан тупланыуын күреү бәхете тейҙе беҙгә. Баш ҡалабыҙҙың «Өфө уттары» күңел асыу комплексында ойошторолған «90-сы йылдар дискотекаһы» күптән көтөлгән, үҙебеҙсә, башҡортса бейеү һәм йырлау сараһы булды.
Дискотеканың афишаһын күргәс тә күңелгә йылы ингәйне – сарала башҡарыласаҡ йырҙар­ҙың һәр береһен яттан тиерлек беләбеҙ икән дә баһа! Нимә был – иң шәп, күңелгә ятышлы йырҙар­ҙы мәңгелеккә иҫтә ҡалдырыумы, әллә студент саҡта, ятаҡтарҙа рәхәтләнеп гөрләп йәшәгән ваҡыттарҙы һағыныу­мы? Моғайын, икеһе лә булғандыр. Һәр хәлдә, «Өфө уттары»на «Хәҙер иң шәп йырҙарҙы ишетәсәкбеҙ!» тигән уйҙар менән ҡанатланып килдек һәм, ысынлап та, рәхәтләнеп бейеп ҡайттыҡ....

БЕР башҡорт та беҙгә сит түгел
Новости / Мәҙәниәт // 30-11-2010, 12:29


БЕР башҡорт та беҙгә сит түгелБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында Башҡортостандан, Рәсәйҙән ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән эшләү буйынса комиссияның киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала илдең төрлө төбәктәрендә эшләгән башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре, республиканың төрлө министрлыҡ, ведомство белгестәре ҡатнашты.
...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM