НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йыл буйына мөхәббәткә төрөнөп
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:44


Мөхәббәт тураһындағы һүҙҙәр күптән әйтелеп бөткәндәй күренһә лә, кинонан да, үҙ тормошобоҙҙағы миҫалдарҙан да һөйөүҙең бөтә нескәлектәрен белеп бөткән кеүек булһаҡ та, күңел үҙенән-үҙе мөхәббәтле фильмдарға, тамашаларға тартыла. Матурлыҡ эҙләпме, бәхетеңде тағы ла нығыраҡ аңлар өсөнмө, йә һөйгәнеңде иҫкә алып, күҙҙәрҙе сылатыр­ғамы – нисек кенә булмаһын, мөхәббәт темаһын яратабыҙ инде беҙ. Ғашиҡтар көнө яҡынлашып килгәндә был тағы ла нығыраҡ актуалләшеп китә. Сәскәләр, йөрәк төшөрөлгән бихисап открытка, кәнфит, мөхәббәт тураһындағы фильмдарға билеттар... Ошо бер көн эсендә үҙеңде кемгәлер кәрәк итеп тойоу, яҡындарыңдың, дуҫтарыңдың йылы һүҙҙәрен ишетеү шундай рәхәт. Хатта әллә нисәмә ай буйы күрешмәгән, бәлки, хатта иҫтәренә лә төшөрмәгән кешеләр ҙә ҡотлай. Һөйгәндәр был көндө бер-береһенә айырыуса иғтибарлы. Әммә мөхәббәт бит ошо бер көнлөк байрам ғына түгел. Ә йыл буйы ниңәлер беҙ был турала артыҡ уйланырға яратмайбыҙ....

Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:27


Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслөЙомро ғына ерҙең сиге лә, сите лә юҡ. Уның һәр тарафында, үҙ телен һәм мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын ҡәҙерләп һаҡлап, кешелек йәмғиәтендә үҙенең лайыҡлы урынын биләп, йөҙҙәрсә милләт вәкилдәре йәшәй. Ҡайсаҡ күреп, һиҙемләп еткермәһәк тә, һәр халыҡтың уңыштары һәм яңылышлыҡтары, һөйөнөс-көйөнөстәре, ғөмүмән, яҙмышы ниндәйҙер яғы менән булһа ла беҙгә лә ҡағылып үтә. Әгәр бөгөнгө һөйләшеүҙә беҙҙе тоташтырыусы юлдар, хеҙмәттәшлек ептәре, туғанлыҡ тураһында һүҙ алып барһаҡ, уны һәр кем күтәреп алыр төҫлө....

«Яңыса»һы оҡшап етмәй...
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:23


«Яңыса»һы оҡшап етмәй...Башҡортостан юлдаш телеканалы программаһын яңырттылар. Һәммә яңылыҡтан матур нәмә өмөт итәһең бит инде. Тик бына яңы форматтағы БСТ халыҡ файҙаһына булманы, буғай. Беренсенән, иртән тапшырыуҙарҙы Баш­ҡортостан гимны менән башлап ебәреү ҙә һәйбәт булыр ине, юҡһа әлеге лә баяғы – бөтөнөһө лә ялҡып бөткән реклама «фатиха» бирә. Рубрикалар көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлана, алып барыусылар хәҙер икешәрләп эфирға сыға башланы. Көн дә, көн дә бер үк нәмә ҡабатлана. «Истории», «Орнамент» кеүек тапшырыу­ҙарҙы анонслағанда ҡайһы төбәктән, кемдәрҙе күрһәтеүҙәрен дә әйтһәләр, яҡшыраҡ булыр ине. «Бауырһаҡ»та ла йыш ҡына бер үк нәмә ҡабатлана...

Милли ихаталар күргәҙмәһе
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:14


10 февралдә Өфөнөң Конгресс-холында 10 милли ихата күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Унда республика халыҡтарының торлаҡтары, йорт йыһаздары, кейем-һалымы, сувенирҙары һәм милли аш-һыу күрһәтеләсәк.
Конгресс-холда башҡорт тирмәһе лә урын аласаҡ, «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәр­ҙәре милли кейемдәрҙәге гипстан яһалған фигуралар әҙерләгән. Биҙәлгән өҫтәлдә традицион башҡорт ашамлыҡтары – бауыр­һаҡ, бал һәм ҡымыҙ буласаҡ....

Халыҡтар дуҫлығы йортона – иң күркәм бина
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:11


БР Халыҡтар дуҫлығы йортона яңы бина эҙләү мәсьә­ләһе бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне инде.
Быйыл, республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы иғлан ителгәс, был бурысты үтәү – намыҫ эше. Президент Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Дуҫлыҡ йорто концерттар, лекторий, күргәҙмәләр уҙғарыу өсөн дә уңайлы булған монументаль бина булырға тейеш. Шундайҙар иҫәбенә Конгресс-холл да инә, уның ҡайһы бер бүлмәләре буш та тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, февралдә бина һайланған булырға тейеш.
Шулай уҡ тиҙҙән республикала милләт-ара берлек тураһында баҫма ла донъя күрә башлауы, дөрөҫөрәге, тергеҙелеүе (элек «Согласие» журналы сығып килгән) ихтимал.
Президенттың милли йәмәғәт ойошмалары менән осрашыу ваҡытында билдәләүенсә, йәштәр өсөн төрлө этнос вәкилдәре араһынан лидерҙар эҙләү мотлаҡ. Республикала геройҙар күп, улар нилектәндер онотолған....

Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағыла
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:01


Башҡортостанда күп милләтле Рәсәй сағылаРеспубликабыҙҙа 150-нән ашыу милләт көн итә. 60-тан ашыу милли-мәҙәни үҙәк, шул иҫәптән 8 милли-мәҙәни автономия эшләп килә. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Башҡортостан татарҙары конгресы, Рустар Соборы, БР сыуаштары канашы халыҡ мәнфәғәттәрен, бөгөнгө проблемаларҙы хәл итеүҙә әһәмиәтле роль уйнай....

Беҙ – бер бөтөн!
Новости / Мәҙәниәт // 8-02-2011, 10:00


Марат КӘРИМОВ
Ата-баба киҫәтеүе
Шулай һаҡлай үлемдәнме:
«Айырылғанды айыу ашар,
Бүре ашай бүленгәнде»....

Халыҡ радиоһы
Новости / Мәҙәниәт // 5-02-2011, 13:21


2010 йылдыœ февралендº «Ашšа´ар» радиоžы асылƒас, таƒы бер милли канал барлыҡҡа килеүгә шатланып, уны бик šы´ыšžынып тыœлай башланыš. Бер йыл эсендº ул ү´ен бик матур итеп халыššа танытып та µлгµр´µ. Башта йышлыšтарын күп кешегº табыу мµмкинлеге юšлыƒы хºүефлºндерº ине. Әммº «Ашšа´ар» бер ´º туšтамай, тºүлек ºйлºнºžенº эшлºй, тыœлаусылары кµндºн-кµн арта ƒына бара. Эфир киœлектºрендº күп тармаšлы, тºрºн мºƒºнºле, халыšта иленº, теленº, мº´ºниºтенº ихтирам уятырлыš радио эшлºүенº šыуанысыбы´ хаттин ашšан. Диктор´ар´ыœ о¾та, дµрµ¾, матур º´ºби телдº žµйлºүе, ƒалимдар, я´ыусылар, артистар, тµрлµ µлкºлºге белгестºр´еœ сыƒыштары, šы´ыšлы тапшырыу´ар иƒтибар´ы йºлеп итº. Шуƒа ла «Ашšа´ар» бе´´еœ µй´ºргº, күœелдºргº алšынып килеп инде лº, унда о´аššа урынлашты....

«Моң» студияһынан – яңы дискылар
Новости / Мәҙәниәт // 1-02-2011, 10:43


«Йәш йүнәлеш» йәштәр йыйынтығы сыҡты. Ул – МР-3 форматында. Диск «Йәш йөрәктәр» һәм «Йәш йүнәлеш» төркөмдәренең берҙәм эшен сағылдыра. Унда Радик Юлъяҡшин, Dany, Zindan, Илгиз Абдрахманов һәм бүтән йәш йырсыларҙың йырҙары тупланған. «Музыкаль фишка», «Моңдаръя» МР-3 дискылары ла йәштәрҙең күңеленә хуш килер. «Йондоҙло футбол» йыйынтығы республикабыҙҙың төрлө йәштәге халҡы яратып тыңлаған йырҙарҙан тора. Унда Өфөнөң «Динамо» стадионында журналистар менән ярышып футбол уй­наған йырсы­лар­­ҙың шәп йыр­­ҙары туплан­ған. Шулай уҡ проекттың DVD-диск варианты ла бар.
Ғәзим Ильясов­тың «Бәхетлемен» тип исемләнгән альбомы һәм шундай уҡ исем аҫ­тында DVD-дискыһы донъя күрҙе....

Йырҙары йәнгә дауа
Новости / Мәҙәниәт // 1-02-2011, 10:43


Мин боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын яратам. Иң яратып тыңлаған йырсым – Рамазан Йәнбәков. Сөнки уның кеүек аҫыл, моңло тауышлылар юҡ. Йырҙар тыңлап ултырғанда, ҡасан ошо оло йырсының сығышын күрһәтәләр инде, тип көтәм. Әгәр күрһәтмәһәләр, телевизор алдынан күңелһеҙләнеп тороп китәм. Тауышы, йырҙары – йәнемә дауа. Шуға уға оло рәхмәтемде гәзит аша еткергем килә. Уға һаулыҡ, оҙон ғүмер, телевизорҙан йыш йырлатыуҙарын теләйем. Ғөмүмән, оҙон башҡорт йырҙарын йырлаусыларҙың барыһына ла рәхмәт.
Гөлниса ҠОТЛОҒУЖИНА.
Күгәрсен районы....


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM