НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Ҡаҙҙар түгел, ҡыҙҙар оса Донбасҡа
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 10:32


Һаумыһығыҙ, хөрмәтле «Йәш­лек» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә «Ленинсе» сағынан уҡ алдырып баҫманы уҡыусы Хәлил ағайығыҙ хат яҙа. Һеҙҙең гәзиттә баҫылған «Йырҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ» тигән мәҡәләне уҡығандан һуң, күп уйланып йөрөй торғас, «Шахта» йыры тураһында яҙып ебәрергә булдым. Ул йырҙа, гәзиткә яҙғанса, шәрә ҡаҙҙарҙың да, тере ҡаҙҙарҙың да бер ниндәй ҙә ҡатнашлығы юҡ. Ҡаҙҙар осһа ла, Донбасҡа осмай, йә көҙөн ҡош юлы буйлап көньяҡҡа ҡарай оса, йә яҙын кире тыуған илгә ҡайта....

Сәхнә матурлыҡты ярата, ти йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 10:29


Сәхнә матурлыҡты ярата, ти йәш йырсы Ғайсар МиңлеғоловЙыр-моң донъяһы ниндәйҙер бер сихри тартыу көсөнә эйә. Үҙе йырламаған кеше лә моңға тартыла, эстән генә көйләп йөрөй. Ә йырлай белгәне тормошон йырһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Бәләкәй саҡтан ашнаҡсы булырға хыялланған Ғайсарҙы ла йыр үҙенә әйҙәй. Һүҙем – сәхнәгә күптән түгел генә сыҡһа ла, алсаҡлығы, сибәрлеге, моңло, йомшаҡ тауышы менән йәш ҡыҙҙарҙың йөрәген йышыраҡ тибергә мәжбүр иткән йәш йырсы Ғайсар Миңлеғолов тураһында....

АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪ
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 10:01


Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылында башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса маҡсатлы эш алып барыла
АЛЛА БИРҺӘ, АЛЛАБИРҘЕЛӘР АЛДЫНҒЫЛЫҠТЫ БИРМӘҪЫрымбур өлкәһенә күптән юл төшкәне юҡ ине, унда барырға Башҡорт Аллабирҙеһе ауылында ойошторолған төбәк-ара семинар сәбәпсе булды. Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһенең Мәғариф министрлыҡтары, Ырымбур өлкәһенең Мәҙәниәт, ижтимағи һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге берлектә үткәргән мөһим сараның “Глобалләштереү осоронда башҡорт халҡының этномәҙәниәтен һаҡлау проблемалары” тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен уҡытыу буйынса был ауыл мәктәбендә бай тәжрибә тупланған....

Башҡорт бейеүенән башҡортлоҡ юғала бара
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 10:00


Башҡорт бейеүенән башҡортлоҡ юғала бараБашҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Нефтселәр мәҙәниәт һарайы менән берлектә «Бөгөнгө заман: милли мәҙәниәт үҫеше үҙенсәлектәре» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» ойоштороп, ошо сара сигендә филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәеваның «Башҡорт халыҡ бейеүе» (Г. Баймырҙина менән берлектә) китабының исем туйы ла үтте....

Халҡың етеш йәшәһен тиһәң, балаңды эшҡыуар итеп тәрбиәлә
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 09:59


Бөгөн, башҡорттар араһында эшҡыуарҙар күп түгел, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ни эшләйһең, был беҙҙең тәбиғәткә һалынмағандыр, бәлки. Шулай ҙа заманға яраҡлашырға ла кәрәктер ул. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында бизнес үҙәге барлыҡҡа килеү ҙә заман талабы булды....

Тарихыңды бел, бөгөнгөңдө һаҡла
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 09:57


Тарихыңды бел, бөгөнгөңдө һаҡлаБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарих, тел һәм рухи мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса комиссияһы Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында күсмә ултырыш уҙғарҙы. Унда һүҙ, дөйөм алғанда, башҡорттарҙың бай тарихына байҡау яһау, билдәле шәхестәре исемдәрен мәңгеләштереү, Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын барлау хаҡында барҙы. Ни өсөн сара тап бына ошо ауылда ойошторолдо һуң? Эш шунда: был ауылда тыуып үҫкән Юлай Аҡсулпанов атлы егет, зыяраттағы боронғо яҙыулы ҡәбер таштары хаҡында тарихсыларҙың, ғөмүмән, белгестәрҙең фекерен белергә теләп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына мөрәжәғәт итә. Етмәһә, Күсәрбайҙа башҡорт дворяндары нәҫеле лә йәшәй икән.
Ауылға килеү менән тарихсылар, ҡоролтай вәкилдәре зыяратҡа барып, ҡәбер таштарын ҡараны, уларҙы киләсәктә өйрәнер өсөн пландар ҡорҙо....

Һөйөнсө, Башҡорт киноһы – ЕВРОПА ФЕСТИВАЛЕНДӘ!
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2011, 09:51


22 майҙа Францияла донъяның иң һәйбәт кинофильмдарын йыйған, абруйлы халыҡ-ара Канн фестивале тамамланды. Бөтә донъя кино «йондоҙ»ҙары, билдәле кино сәнғәте әһелдәре ҡатнашҡан сараны тантаналы ябыу кисәһендә беҙҙең башҡорт егете, йәш кинорежиссер Айнур Асҡаров та ҡатнашты − уның «Башҡортостан» киностудияһында эшләнгән «Еңмеш» исемле ҡыҫҡа метражлы фильмы Канн фистиваленең Short Film Corner ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсында күрһәтелде....

«Бергә тибә беҙҙең йөрәктәр»
Новости / Мәҙәниәт // 21-05-2011, 11:08


Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының 72-се ижад миҙгелен ябыу концертының сценарийын төҙөүсе менән режиссер был исемде бик ҡулай һайлаған. Зал шығырым тулы тамашасының йөрәге, ысынлап та, концертта сығыш яһаған һәр йырсының, бейеүсенең, музыканттың йөрәге менән бергә типте – сәхнә менән зал араһында шундай йылы энергетиканан, әйтерһең дә, тирә-яҡҡа нур бөркөлдө. Артистар көслө алҡышлауҙар аҫтында сәхнәгә ҡат-ҡат сығып, тамашасыһына баш эйҙе. Тамашанан алған тәьҫораттан концерт бөткәс тә оҙаҡ ҡына сығып булманы: йырсыларыбыҙҙың моңо, бейеү ритмдары күңел төпкөлөнә ныҡлы инеп урынлашты....

Әлим ҠӘЙҮМОВ: «Опера хыянатты яратмай»
Новости / Мәҙәниәт // 21-05-2011, 10:50


Әлим ҠӘЙҮМОВ: «Опера хыянатты яратмай»Әлим Ҡәйүмовтың матур, көслө тауышы сәнғәт һөйөүселәр өсөн шул тиклем ҡәҙерле. Моңо, таланты, аһәңле йырҙары аша ул тамашасыһын татлы хистәргә сорнап, күңел төбөндәге иң нескә ҡылдарға ҡағыла.
Әлим Башҡортостаныбыҙға мәшһүр йырсылар бүләк иткән Учалы районының Бөйҙө ауылында тыуып үҫкән. Төбәктең әсир иткес гүзәл тәбиғәте егеттең йырсы булып китеүенә йоғонто яһағандырмы, юҡмы, әммә Ҡәйүмовтар – йыр-моңға ғашиҡ нәҫел. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, лирик тенорлы йырсы менән ойошторолған әңгәмәбеҙ – шул хаҡта....

Ҡулдарынан гөл тама
Новости / Мәҙәниәт // 17-05-2011, 10:26


Борай районының Борай ауылында йәшәүсе Алһыу Ғаязова – уңған хужабикә лә, яҡшы әсәй ҙә, шәп белгес тә
Ҡулдарынан гөл тамаУңған хужабикә, иң яҡшы әсәй, һөйөклө ҡатын, иң шәп белгес... Ошолай тип тасуирлап яҙған мәҡәләләр геройҙары менән, бер ҡараһаң, йыш осрашабыҙ кеүек. Ҡайһы берҙә хатта: «Шулай уҡ шәпме икән ни был ҡатын?» – тип уйлап ҡуяһың. Сөнки һәр береһенә өлгөрөр өсөн, ай-һай, ваҡыт күп кәрәк! Үҙемә ҡарата ла кемдер бер мәл шундай һөйләмде ҡулланырға уйлағайны: баш тарттым. Ундай уҡ түгеллегемде беләм. Миңә ҡалһа, һәр саҡ ҡайҙалыр, нимәгәлер өлгөрмәй ҡалам төҫлө, бигерәк тә балаларым менән күберәк аралашырға теләр инем....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM