НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Зәйнетдин ҡайҙа ашҡына?
Новости / Мәҙәниәт // 15-03-2018, 17:26


Зәйнетдин ҡайҙа ашҡына?
Бөгөнгө көн геройы Заһир ЗӘЙНЕТДИНОВТАН сабыйҙарса ихласлыҡ, башҡорт егеттәренә генә хас көс-дарман, мең кешегә етерлек тырышлыҡ, талант, мөләйемлек урғыла. Шуға ла сәхнәгә сығыу менән тамашасылар күңелен “һә” тигәнсе яулайҙыр ул. Күп яҡлы таланты менән халҡына хеҙмәт итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был йәш егеттең киләсәген күҙаллауы ауыр түгел: сәхнә! Дүрт йәшендә Өфө сәхнәһендә бейеп, республика башлығы ҡулынан бүләккә милли кейем алған кеше тап шулай булырға тейеш тә....

“Урал”, “Шүрәле”, “Тамъян”
Новости / Мәҙәниәт // 15-03-2018, 08:00


“Урал”, “Шүрәле”, “Тамъян”
йәки Был егеттәр ҡайҙан?

Хәтерегеҙҙәме, элек совет мәктәптәренең һәр береһендә тиерлек бай ассортименттағы спорт инвентары һәм музыка ҡоралдары була торғайны. Ҡыҙҙар скакалка, обруч менән мәж килә, ә малайҙар гер күтәрә, ҡул көрәштерә, теннис уйнай. Ә музыка бүлмәһендәге гитаралар өсөн һәр ваҡыт талаш. Сөнки улар ғүмер-ғүмергә егеттәрҙең “ҡоралы” булды. Малайҙар килмәгәндә генә беҙгә гитара ҡылын сиртеп, синтезатор телдәренә баҫып ҡарау бәхете татыны. Ә инде был ҡоралда уйнаған йәки төрлө төркөм ойоштороп, йырлап йөрөгән егеттәр бөтә мәктәп ҡыҙҙарын ғашиҡ итә ине. Һеҙҙең мәктәптә лә шулай булғандыр, эйеме?...

“Айыҡ аҡыл менән йәшәйем”
Новости / Мәҙәниәт // 14-03-2018, 09:56


“Айыҡ аҡыл менән йәшәйем”
Гәзитебеҙҙең 10-сы, 9 мартта сыҡҡан һанында Әхәт Мотаһар улының тормош юлдашы Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА тураһында мәҡәлә сыҡҡайны... Шуны иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.
Тәнзилә Абдулла ҡыҙы бөгөн тыуған көнөн билдәләй... Ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика хөкүмәт премияһы лауреаты Тәнзилә ҮЛМӘҪБАЕВА:
1) Күңелем менән йомшаҡ, нескә булһам да, уны күрһәтмәйем, тыштан ҡаты, талапсан кеше булып ҡалам. Бала саҡтан интернат һалған тәрбиә был. Тыуған ауылымда (Күгәрсен районының Әлмәс ауылы) башланғыс мәктәп кенә булыу сәбәпле, 4-се кластан алып Мораҡ интернат-мәктәбендә уҡыным. Бер бүлмәлә егермеләп ҡыҙҙың йәшәүе, атай-әсәйҙән айырым сит мөхиткә өйрәнеп китеүе бик ауыр булды. Һәр бала өсөн психологик һыналыш осоро ине ул. Һынмайынса, иҫән-һау мәктәпте тамамлауыма шатланам. Класташ егет-ҡыҙҙар менән һаман да аралашып йәшәйбеҙ, бала саҡ дуҫтарым менән бәйләнеш өҙөлмәй....

Талпынған тауға менер
Новости / Мәҙәниәт // 14-03-2018, 07:00


Талпынған тауға менер
йәки шиғри күңелле бейеүсене яңы шөғөлгә – сыбыртҡы үрергә нимә мәжбүр иткән?

Марат Яҡупов бар күңелен һалып, ашыҡмай ғына сыбырт­ҡы үрә. Уның хәрәкәттәре һалмаҡ кеүек, ләкин тилбер бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, ә йөҙөн әленән-әле йылмайыу яҡтырта. Илаһи бер мәл, сөнки ул яттан шиғыр ҙа һөйләй – һөйөү һәм һағыш, ҡыуаныс һәм наҙ, тоғролоҡ һәм кешелеклек тураһында......

“Беҙҙе музыка бәйләне”
Новости / Мәҙәниәт // 11-03-2018, 06:00


“Беҙҙе музыка бәйләне”
йәки “неформат” ҡыҙҙың үҙ-үҙен эҙләүе

Рузилә ЙӘМИЛЕВА тигән талант менән “Ҡош юлы” проектында таныш­ҡайным. Уның Өфө дәүләт сәнғәт академияһында уҡыуын ишетеп, башҡорт эстрадаһында сағыу бер “йондоҙ”ҙоң мотлаҡ ҡабынасағына ышанып йөрөнөм. Ысынлап та, ул үҙенсәлекле тауышы һәм башҡаларҙы ҡабатламаҫ йырҙары менән “Башҡот йыры” проектында һәм “Төнгө ултырыш” концерттарында үҙ тыңлаусыларын таба башлағайны инде. Тик балҡып өлгөрмәгән “йондоҙ” юҡҡа сыҡты һәм... “Бәйләнештә” селтәрендә уның “Диңгеҙгә” тигән өр-яңы клибын күреп, ҡабат ҡабынды, тип әйтергә баҙнат итәм. Ябай клип, тик Рузиләгә генә хас моң, үҙенсәлекле аранжировка. Ниһайәт, тигән уйҙар менән йырсының үҙен әңгәмәгә саҡырҙым....

“Атай-әсәйемә рәхмәтлемен”
Новости / Мәҙәниәт // 9-03-2018, 07:30


“Атай-әсәйемә рәхмәтлемен”
йәки Ни өсөн Таһир Әсәҙуллин теннис буйынса чемпион булмаған?

Башҡортостандың атҡаҙанған артистары – йырсы Рәфисә һәм бейеүсе Марат Әсәҙуллиндарҙың ғаиләһен белмәгән кеше һирәктер. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләп, улар республиканы ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе үҙҙәренең таланты менән һоҡландырҙы, хайран итте. Әлшәй һандуғасы тип нарыҡланған Рәфисә апай ниндәй хужабикә? Бала саҡтан бейеү сәнғәтенә мөкиббән булған Марат ағай улының бейеүсе булыуын теләгәнме? Был турала ике сәнғәт әһеленең улдары – йырсы, башҡорт эстрадаһының сағыу “йондоҙ”она әүерелгән Таһир ӘСӘҘУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ....

Буйға ҡарағанда уй матур
Новости / Мәҙәниәт // 3-03-2018, 06:30


Буйға ҡарағанда уй матур
Интервью алыу – журналистиканың үҙенсәлекле жанры. Башлыса публицистика өлкәһендә яҙышҡас, минең өсөн интервью – мәшәҡәтле лә, әллә ни ҡыҙыҡ та булмаған нәмә. Уның өсөн тейешле герой килеп сыҡһа ла, төрлө һылтау-сәбәп табып, баш тартам. Әммә был геройым, минән йәшерәк булһа ла, ниндәйҙер бер сихри көсө менән үҙенә тартып торҙо. Уны осратһам, гел генә бер-ике һүҙ ҡушып китә инем. Башҡаларҙан ҙур кәүҙәһе менән айырылып торған был башҡорт ир-егетенең күңелендә ниндәй уйҙар ятҡанын асыҡлау минең өсөн бик ҡыҙыҡ тойолдо.
...

"Ҡурай даны" республика телевизион премияһы
Новости / Мәҙәниәт // 1-03-2018, 13:58


 "Ҡурай даны" республика телевизион премияһы
«Ҡурай-ТВ» - башҡорт телен һаҡлау һәм пропагандалау, халыҡ традицияларын үҫтереү маҡсатында ойошторолған Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берҙән-бер музыкаль һәм күңел асыу каналы. Эфирҙа тәүлек әйләнәһенә өр-яңы клиптар, сағыу тамашалар, тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар, телевидениеның алтын фондында һаҡланған ретро йырҙар, спектаклдәр һәм телесериалдар бара....

Йәшлек дәрте – улар күңелендә
Новости / Мәҙәниәт // 28-02-2018, 07:00


Йәшлек дәрте – улар күңелендә
Өфө авиация техникумы студенттары Салауат Хәбибуллин менән Таһир Айытбаев уҡыуҙа ла һынатмай, башҡорт эстрадаһына ла юл яра

Йәшлек мәле ғүмерҙең иң күңелле, дәртле һәм һөҙөмтәле йылдары ул. Тап шул йылдарҙа алған белем, тәжрибә, аҡыл киләсәк тормоштоң нигеҙен билдәләй. Ә студент кеше өсөн йәшлек икеләтә матур. Өфө авиация техникумының 4-се курс студенттары Салауат ХӘБИБУЛЛИН менән Таһир АЙЫТБАЕВ шуны аңлап, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, спортта ла алдынғылыҡты бирмәй, техникумдың төрлө сараһында ла ҡатнашып өлгөрә. Был ике егет йырсы булараҡ та башҡорт эстрадаһын яулай башланы.
Таһир Бөрйән районында уҡытыусы ғаиләһендә тыу­ған, бала сағы Учалы райо­нының Ураҙ ауылында үткән. Мәктәп йылдарында шиғыр яҙыу менән мауыҡҡан, тәүге ижад емештәре балалар йыйынтығында ла, ваҡытлы матбуғатта ла донъя күргән. Тағы ла баскетбол уйнарға ярата. Тәүҙә йыр менән ҡыҙыҡһыныуын етди ҡабул итмәгән. Ауылға эшкә ҡайт­ҡан Илнур Ғәйфуллин (МС Инсан), Таһир менән аралаша башлағас, уға рэп стилендә эшләргә кәңәш биргән. Хәҙер егет был йүнәлештә ярайһы ғына билдәлелек яулаған да инде, күптән түгел хатта Екатеринбург ҡалаһында сығыш яһау бәхете тейгән. Сабина Кучаева, Артур Солтанов менән бергә йырҙар яҙҙырып, бергәләп сығыш яһай....

Эх, бейеүҙәре, күҙ теймәһен үҙенә!
Новости / Мәҙәниәт // 18-02-2018, 09:00


Эх, бейеүҙәре, күҙ теймәһен үҙенә!
Саҡмағоштоң талантлы ҡыҙы яҡташтарына ҙур теләк менән башҡорт бейеүҙәрен өйрәтә

Һәр ауылдың үҙ артистары була. Өфө артистарына “зәңгәр экран” аша ғына ҡарап һоҡланған ауыл халҡы өсөн барыбер үҙҙәренең араһында йәшәгән, тормошон, көнкүрешен белгән, көн һайын аралашып, хәл белешеп йөрөгән үҙ таланттары яҡын була. Шуғалыр ҙа бөтә төбәктә лә мәҙәниәт йортонда үткән байрам концерттары, кисәләр, ҡуйылған спектаклдәр тулы зал менән үтә. Был йәһәттән уларға хатта дәүләт театрҙары, филармониялары көнләшә....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM