НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Артистарҙы күреп, күңелебеҙ таҙарһын ине
Новости / Мәҙәниәт // 27-06-2016, 16:27


Артистарҙы күреп,  күңелебеҙ таҙарһын инеҺөнәрем буйынса иҡтисадсымын. Хаҡлы ялдағы хажиәмен. Йәшерәк саҡта концерттарға йыш йөрөй инем. Әле һирәгерәк барам, уның үҙенә күрә сәбәптәре бар. Бер мин түгел, башҡа таныштарым да фекер­ҙәрем менән килешеүен яҡшы беләм....

Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...
Новости / Мәҙәниәт // 24-05-2016, 10:21


Күңеле аша йыр-моңдо тойоп...
Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы егете Азат Исҡужин йырҙар яҙып, кешеләрҙе матурлыҡҡа әйҙәй

Кешегә үҙе күтәрерлек кенә һынау бирелә, тиҙәр. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы ауыр күреп, бар донъяға ҡул һелтәгәндәр ҙә осрай. Ә кемдер, киреһенсә, һәр һынауҙан сыныға, нығына һәм ошо көслөлөгө менән башҡаларҙа һоҡланыу тойғолары уята....

Киноға төшкән ағай
Новости / Мәҙәниәт // 19-05-2016, 13:53


Киноға төшкән ағайУчалы районының Өргөн ауылында йәшәүсе Рауил Мөхәмәтйәнов әрмелә сағында "Һуғыш һәм солох", "Яңғыҙлыҡ" һәм башҡа фильмдарҙың эпизодтарында ҡатнаша

Ауылдаштарым араһында үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, кешелеклелеге менән айырылып торған Рауил ағайҙы ниңәлер яҡын күрәм. Бер ваҡытта ла уның кеше араһында маһайып йөрөгәнен йәки берәй­һенә тауыш күтәргәнен күреп-ишеткәнем булманы. Үҙенең һөйөклө ҡатыны Миңйыһан еңгә менән ҡәҙимге ауыл тормошона сумып, күп итеп мал, ҡош-ҡорт тотоп, өй, баҡса тулы гөл-сәскәләр үҫтереп, инде һәр береһе үҙ аллы донъя көткән балаларының ул-ҡыҙҙарын ҡарашып, булғанына шөкөр итеп йәшәй....

“Насар уйлы кеше һәйбәт музыкант була алмай”
Новости / Мәҙәниәт // 28-04-2016, 11:51


“Насар уйлы кеше һәйбәт музыкант була алмай”Ул моң менән йәшәүселәрҙең береһе. Донъя классикаһынан тыш, башҡорт халыҡ көйҙәрен дә берҙәй оҫта, нескә тойомлау менән башҡарған, үҙен белә-белгәндән ҡулынан скрипкаһын төшөрмәгән таныл­ған музыкант, бик күп халыҡ-ара конкурс лауреаты Илшат МӨСЛИМОВ – бөгөнгө “Йәшлек” ҡунағы....

Аҡ күңелле ҡара малай
Новости / Мәҙәниәт // 21-04-2016, 12:09


Аҡ күңелле ҡара малайӘбйәлил районының Байым күп функциялы мәҙәниәт үҙәге директоры Марс Сәйетғәлин – үҙ тормошоноң төп режиссеры...

“Ләйсән” – беҙҙең байрам!
Новости / Мәҙәниәт // 18-04-2016, 12:13


“Ләйсән” – беҙҙең байрам!Өфөлә билдәле журналист Луиза Фархшатованың Учалы районының данлыҡлы бейеү ансамбленә арналған китабының исем туйы үтте

"Башҡортостан" дәүләт концерт залы һис ҡасан буш тормай – өфөләрҙе һөйөндөрөп, тамашалар бер-бер артлы даими үтә. Ә ошо көндәрҙә концерт залын Учалы районы халҡы баҫып алып, геү килтерҙе генә уны! Һәр хәлдә, Уральск ҡасабаһының яртыһы шунда күсеп барғайны шикелле. Сөнки баш ҡалала билдәле журналист Луиза Фархшатованың данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ бейеү ансамбле тураһында яҙған “Ләйсән” – беҙҙең байрам” (“Үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ...”) тигән китабының исем туйы үтте, һәм байрамғолдар (наурыздар, ишкендәр, иҫтамғолдар һ.б.) был саранан бер нисек тә ситтә ҡала алмай, тейәлешеп килеп еткәйне....

“Әсә” кинофильмының йәш геройҙары Йылайырҙа йәшәй
Новости / Мәҙәниәт // 12-04-2016, 12:41


“Әсә” кинофильмының йәш геройҙары Йылайырҙа йәшәйАта-әсә өлгөһө –тәрбиә нигеҙе
Такаловтар Йылайыр районында ғына түгел, ә республикала ла киң билдәле ғаилә. Ғаилә башлығы Илфат Ильяс улы һөнәре буйынса юрист, Рәсәй һаҡлыҡ банкының төбәк филиалын етәкләй. Район үҙәге һайлаусылары был абруйлы етәксе, өлгөлө ғаилә башлығы һәм яҡташтары өсөн ихтирамлы ир-азаматты бер нисә саҡырылыш рәттән, Йылайыр ауыл советына депутат итеп һайлай. 20 йыл элек үҙенә тормош юлдашы итеп һайлаған Айгөл Фәрит ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, бер аҙ уҡытыусы булып эшләп ала, хәҙер район ЗАГС бүлегендә баш белгес вазифаһын башҡара....

Йырсы бара үҙ юлынан
Яңылыҡтар таҫмаһы / Мәҙәниәт / Шиғырҙар / Медиа // 14-03-2016, 09:55


Йырсы бара үҙ юлынан
Хәйбулла егете Сәйет Билалов һәр кемдең зауығына тура килерҙәй йырҙар яҙа һәм башҡара

Әгәр ҙә мәгәр, карап һәләкәтенә тарап, һеҙҙе тулҡындар имен килеш кенә кеше аяғы баҫмаған утрауға сығарып ырғытһа, шул мәлдә ихлас күңелдән йырсы Сәйет Билаловтың да һеҙҙең менән бергә ҡотолоуын теләгеҙ. Сөнки, тулҡындар ҙа, икенсе карап-капитандар ҙа түгел, ә ул һеҙҙең төп ҡотҡарыусығыҙ буласаҡ....

Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк...
Мәҙәниәт / Махсус бит // 5-02-2016, 15:08


Балыҡ, бесәй, бал һәм емеш-еләк... Йәмил БАЙМЫРҘИН Мәләүез ҡалаһынан бүләккә бесәй ҙә алып ҡайтҡан икән. 3 декабрҙә, үҙенең тыуған көнөндә, тап ошо ҡалала концертта сығыш яһарға саҡырыу ала. Сәнғәт кешеһе өсөн иң ҡәҙерлеһе нимә? Әлбиттә, тамашасы! Шуға күрә ул шатланып риза була һәм юлға сыға. Яратҡан йырсыһының тыуған көнөн һәр кем белә. Йәмилде лә аҡ, ҡыҙыл роза сәскәләренә һәм бүләктәргә күмәләр. Нимә генә булмай улар араһында: көрөшкәләр, һөйөү һүҙҙәре яҙылған плакаттар, уйынсыҡтар һәм башҡалар! Йырсы “Аппағым, йомшағым” йырын башҡарып бөтөүгә, сәхнәгә ап-аҡ, йомшаҡ, матур ғына бесәй күтәргән ҡыҙ менә. Ул яратҡан йырсыһының 22-се тыуған көнөнә тап ошо бүләкте бирергә ҡарар иткән.
Йәмил, элекке ауыл малайы, йорт йәнлектәрен үлеп ярата икән. Бүләк өсөн шатлана, уны ҡәҙерләп кенә Өфөгә алып ҡайта. Уны һыйлар өсөн магазиндан иң ҡиммәтле колбаса, иң ҡуйы һөт, иң тәмле икмәк һатып ала башлай. Саф һауа һуларға сыҡҡанда аҡыллы ғына йөрөгән бесәйен йырсы, ваҡыты булмау сәбәпле, бер көн үҙен генә сығарып ебәрә. Шул көндө үк ул ғәйеп була. Тәүҙә үҙе генә, аҙаҡ дуҫтары менән бөтә йортто, ишек алдын, подвалдарҙы ҡарап сыға. Әммә бушҡа, бесәй табылмай. “Аҙашҡанына ышанмайым. Берәйһе урлағандыр тип уйлайым, бигерәк матур, һөйкөмлө, йомшаҡ ине бит”, – ти Йәмил....

Йырҙарың ҡалды, күңел әрнетеп...
Яңылыҡтар таҫмаһы / Мәҙәниәт // 30-01-2016, 09:37


Йырҙарың ҡалды, күңел әрнетеп...26 ғинуарҙа, меңәрләгән тамашасыһын хәсрәткә һалып, 36 йәшендә генә Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова яҡты донъя менән хушлашты... Икенсе балаһын тапҡандан һуң уға, өҙлөгөү сәбәпле, бер нисә операция кисерергә тура килә. Тик һаулығы ҡаҡшаған йәш ҡатынды табиптар ҡотҡарып ҡала алмай. Был юғалтыу – ике республика сәнғәте өсөн дә оло фажиғә.
Йырсының күп һанлы тамашасылары интернет селтәрендә был хәбәргә ышаныр-ышанмаҫ ҡына яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша. Ышанырлыҡ та түгел шул, сөнки ваҡыты-ваҡыты менән бындай хәбәрҙәр йыш булып торҙо. Йырсы уларҙы инҡар итеп, яңы йырҙар менән сәхнәгә сыҡты, концерттарҙа ҡатнашты. Тик, ҡыҙғаныс, был юлы ауыр хәбәр – әсе ысынбарлыҡ......


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM