RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Стәрлетамаҡтар – Өфө сәхнәһендә

10.10.2014 Стәрлетамаҡтар – Өфө сәхнәһендә

Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһенең һәр тамашаһын халыҡ көтөп ала. Күптән түгел сираттағы миҙгелен асып, әүҙем эш башлаған театр труппаһы баш ҡалабыҙға гастролдәр менән килә. 10 – 12 октябрҙә Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары хөкөмөнә стәрлетамаҡтар иң сағыу һәм яңы спектаклдәрен сығара. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә барасаҡ тамашаларға рәхим итегеҙ!

Бөгөн классик әҫәр – Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы ҡуйыла. Тиҫтәләрсә йылдар элек яҙылған әҫәр бөгөн дә тамашасыларҙың зауығына тап килерлек итеп сәхнәләштерелгән. Бында режиссер, Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншиндың хеҙмәте ҙур. Әйткәндәй, баш ҡалала ҡуйыласаҡ бөтә спектаклдәр ҙә – уның ижад емеше.

Быйылғы миҙгелдең премьераһы – Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар...” драмаһы менән өфөләр 11 октябрҙә таныша ала. “Гәлсәр һандуғас” телепроекты лауреаты Резеда Әмәкәсова башҡарыуындағы көслө ҡатын образы һәр кемдең йөрәген тетрәндерер.

12 октябрҙә икенсе премьера – Альбер Камю әҫәре буйынса “Калигула” сәхнәгә сыға. Спектакль быйыл Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булды. Төп ролде театрҙың иң йәш, әммә өмөтлө актеры Вадим Ҡылысов башҡара.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Күңелле йәшәйбеҙ” телепроекты һәм “Бәхет ҡошо” телесериалы аша таныш булған яратҡан актерҙарыбыҙ менән осрашыу мөмкинлегенән мәхрүм ҡалмайыҡ. Башҡортос­тандың халыҡ артистары Рауил Ғәлин, Физәлиә Рәхимова, йәш таланттар Гилүс Минғазов, Ил­фир Баймырҙин, Рафиҡ Хәсәнов, Фәнил Толонғужин, Марат Зө­бәйеров башҡарған образдар һәр кемдең күңеленә хуш килер.

Ял көндәрегеҙҙе күңелле итеп үткәрергә теләһәгеҙ, тамаша­лар­ға рәхим итегеҙ.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы