RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәниәт яңылыҡтары

13.12.2013 Мәҙәниәт яңылыҡтары

Арыҫлан кеүек уландар онотолмай

16 декабрҙә Өфөлә СССР-ҙың халыҡ артисы, режиссер, драматург Арыҫлан Мөбәрә­ковҡа һәйкәл асыла.
Мәшһүр театр оҫтаһының ижад юлы башҡорт мәҙәниәте үҫеше һәм сәскә атыуы менән айырылғыһыҙ бәйле. Уның 200-ләп роленең һәр береһе сағыу, онотолмаҫлыҡ образ – улар башҡорт милли театр сәнғәте хазинаһына ингән.
Арыҫлан Ҡотләхмәт улы образын мәңгеләштереүгә скульптор Владимир Дворник тотонғайны. Башҡорт артисына һәйкәл Өфөнөң Ленин исемендәге паркында урынлаштырылды. Композиция сәхнәлә сы­ғыш яһаусы артист һынынан һәм уның артындағы театр шаршауынан тора.
Ә бер көн алда, 15 декабрҙә, тап актерҙың тыуған көнөндә, М. Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә» (режиссеры – Айрат Әбүшаһманов) трагедияһы буйынса спектакль ҡуйыласаҡ, коллектив уны ошо театрҙың арҙаҡлы артисының яҡты иҫтәлегенә арнаясаҡ.

Композиторҙарҙың яңы рәйесе

БР Композиторҙар союзы рәйесе итеп Ләйлә Исмәғилева һайланды.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының композиция кафедраһы мөдире, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БР-ҙың халыҡ артисы, БР, СССР һәм РФ Композиторҙар союзы ағзаһы, Рәсәй композиторҙар союзының Д. Шоста­кович исемендәге премияһы лауреаты Ләйлә Исмәғилева етәкселегендәге ижади ойошмала барлығы 31 композитор һәм 15 музыка белгесе теркәлгән.

Силәбелә ҡурайсылар курсы асылды

Азат ағайҙың ҡулы аҫтында ҡурайҙа уйнарға бик тиҙ өйрәнәләр.
Силәбелә Шәйехзада Бабич исемендәге китапхана база­һында башҡорт халыҡ музыка ҡоралы – ҡурайҙа уйнар­ға өйрәтеү курсы иғлан ителгән. Уға ошо өйрәтеү методикаһы авторы, БР-ҙың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселек итә. Уҡытыу Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзының «Башҡорт йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү» проекты сиктәрендә уҙғарыла.

Стәрлеләр сағыу тамашаға саҡыра

Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе 18 декабрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Өфө ҡалаһы тамашасыларына “Серле илһам ҡосағында сағыу йондоҙ булып ҡабынып…” тип аталған музыкаль-театрлаштырылған тамаша тәҡдим итә.
Сарала театр-концерт берләшмәһенең барлыҡ артистары, коллективтары ҡатнаша. Ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған Бейеү театры коллективы, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор ансамбле солистары, халыҡ инструменттары оркестры, төбәктә берҙән-бер «Сарби» профессиональ сыуаш ансамбле һәр тамашасының күңелен яулаясаҡ. Концертта тамашасыларҙы дәртле, моңло лирик ҡурай моңдары ла хайран ҡалдырыр. Ә актерҙар сәнғәткә ғашиҡтарға спектаклдәрҙән ҡыҙыҡлы мажаралы өҙөктәр тәҡдим итер.
Ошо саф ҡыштың матур көнөндә үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға күтәренке кәйеф, күңелдәргә ял биреүсе, алға ынтылырға дәрт өҫтәүсе бай репертуарлы концертҡа рәхим итегеҙ, хөрмәтле моң һәм илһам һөйөүселәр!
Башлана киске сәғәт 7-лә.

Л. ҺИҘИӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы