НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Иңдәрендә – икеләтә яуаплылыҡ

Иңдәрендә – икеләтә яуаплылыҡ


Күптән түгел тағы ла бер матур, һоҡланғыс ғаилә барлыҡҡа килде. Башҡортостан сәхнәһен үҙ пародиялары менән әсир иткән Илнур Юламанов һәм «Гәлсәр һандуғас» проекты осорған һандуғастарҙың береһе Альбина Килдейәрова июль айында гөрләтеп туй үткәр­ҙе. Альбинаның «Беҙҙе яҙҙар осраштырҙы», «Йәшлек яҙы», «Оҙата барма», «Яныуҙарым һинең өсөн», «Ҡыр ҡаҙҙары» йырҙары тамашасы күңелендә үҙ урынын яулаған. Илнурҙың Николай Дроздов, Борис Ельцин, Мортаза Рәхимов һәм башҡа әллә күпме сәйәсмәнгә һәм артисҡа пародиялары, моңло йырҙары башҡорт эстрадаһын тағы ла байытып, төрләндереп ебәр­ҙе.
Улар менән һөйләшеүебеҙ күберәк ғаилә, тормош тураһында барҙы, сөнки артистар­ҙың ижады менән сәхнә аша ла танышбыҙ. Сәхнәлә шаян, юморист итеп күрергә өйрәнгән Илнур тормошта етдиерәк булып сыҡты, артыҡ күп һөйләргә лә яратмай. Ә бәләкәй сағынан уҡ тиктормаҫ, шуҡ булып үҫкән Альбинаның күҙҙәрендә әле лә шаян осҡондар балҡый. Бер нисә йыл элек «Йәшлек» гәзитендә бала табыу йортонда ҡыҙҙарҙың алмашыныуы тураһында яҙылып сыҡҡайны инде. Мәҡәләләге ҡыҙҙарҙың береһе лә ул булып сыҡты. Өс йыл буйы күршеләрен, атай һәм әсәй, тип йөрөгән ҡыҙ быға бер ҙә үкенмәй. Уның ҡарауы, икеләтә (хәҙер, Илнурҙың да ата-әсәһен иҫәпкә алһаң, өсләтә) ата-әсә һөйөүен тоям, ти.
Иңдәрендә хәҙер тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ тойған йәштәрҙең киләсәктә ижад өлкәһендә лә, ғаилә тормошонда ла пландары ҙур.

– Әбйәлил һылыуы менән Учалы егете ҡайҙа танышты икән?
Альбина: Беҙ бынан 10 йыл элек Магнитогорск ҡалаһының тау-техник университетында уҡып йөрөгән сағыбыҙҙа осраштыҡ. Мин беренсе курсҡа уҡырға килгәндә Илнур икенселә ине. Шул саҡта уҡ Илнурҙың күңеленә ятҡанмын, күрәһең. Бик оҙаҡ минең артымдан йөрөнө ул. Диктофонға яҙҙырылған пародиялары миңә лә оҡшай торғайны. Тик ул саҡта юлдар айырылды. Илнур, ситтән тороп уҡырға күсеп, Учалыға ҡайтып китте. Күп тә үтмәй, телевизорҙан уның йырҙары, пародиялары яңғырай башланы. Беҙ аптырап киттек. «Булдырған бит егет!» – тип уйланыҡ. Бер саҡ Магнитогорск ҡалаһына «Каруанһарай» төркөмө менән гастролгә килеп төштө ул. Баҡтиһәң, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә ингән икән. Илнурҙың килерен белмәй инем. Ҡыҙҙар менән урамда «Каруан­һарай»ға тип билеттар һатып йөрөп ҡайтып ингәйнек, китапхана мөдире Нәсимә Баязитовна: «Илнурың шылтыратты», – ти. Бик һәйбәт апай ул Нәсимә Баязитовна, әллә нисәмә парҙы ҡауыштыр­ған кеше. Илнурға шылтыратып, концерт алдынан күрештек. Шунан һуң ныҡлап осраша башланыҡ. Беҙҙең һөйөү телефон аша ғына булһа ла, ваҡыт һәм ара менән һынау үткән. Һирәгерәк булһа ла, күрешеп тора инек. Мин Өфөгә килгәнемдә ул сәскәләр тотоп ҡаршылай, баш ҡалабыҙҙы күрһәтә торғайны.
– Тимәк, егет күңелеңде әсир итә алған инде барыбер?
Альбина: Эйе. Бесән сабыуы менән дә аптыратты ул.
Илнур (көлөп): Альбина мине бесән саба белмәй тип уйлай ине.
Альбина: Юрый ғына ҡыланған булған икән. Салғы тотҡаным юҡ, тигән була ине тәүҙә. Бер саҡ ауылға ҡайтҡанда әсәйемдәр беҙҙе бесәнгә алып китте бит. Ҡараһам, Илнур кинәнеп бесән сабып йөрөй. Хатта атайымдан да уҙҙыра. «Хәтәәәәр!» – тип уйлап ҡуйҙыҡ әсәйемдәр менән.
– Яҙмыш һеҙҙе үҙе ҡауыштырған тиһәң дә була инде.
Илнур: Бәлки, улай уҡ та түгелдер. Беренсе мөхәббәт онотолмай бит.
Альбина: Былтыр август айында ни­кахҡа индек тә, быйыл гөрләтеп туй ҙа үткәреп ебәрҙек. Туй бик күңелле үтте. Байрамды Әбйәлил районы юморисы Марс Сәйетғәлин алып барҙы. Артист дуҫтар йыйылғайны, йырҙарын бүләк иттеләр, уларға ҡарап йән түҙә буламы – үҙебеҙ ҙә йырланыҡ. Яҡташтар, туғандар һоҡланып, рәхмәттәр әйтеп, күңелдәре булып ҡайтып китте.
– Һеҙ икегеҙ ҙә тау-техник университетында уҡыған кешеләр. Белемегеҙ сәнғәт менән бәйле лә түгел кеүек. Йыр-моң донъяһы һеҙҙең өсөн бала саҡтан килгән уй-хыялдарығыҙҙың сағылышылыр, моғайын?
Альбина: Илнур бәләкәй сағынан уҡ шаян булған. Иртүк тороп, олатаһы тауышы менән уҫал ғына итеп «Тороғоҙ, артығыҙға ҡояш төшкәнсе ни эшләп йоҡлап ятаһығыҙ», – тип, еҙнәләрен бесәнгә уятып йөрөгән. Пародияларға һәләте шунда уҡ һалынғандыр. Шулай уҡ бөтә балалар йәнһүрәт ҡарап ултыр­ғанда, ул атаһы менән яңылыҡтар ҡарарға яратҡан. Улдары берәй сәйәсмән булыр тип көткән ата-әсәһе, ә ул артист-пародист булып киткән.
Илнур: Университетта уҡығанда ла КВН-дарҙа ҡатнашып йөрөй торғайным, «Уездный город» командаһы составында сығыш яһаным.
Альбина: Ә мин Илнурҙы сәхнәлә күргәс: «Хыялын тормошҡа ашырған бит Илнур. Миңә нисек итеп артист булып китергә икән?» – тип уйлай инем. Нисек тәүге аҙым яһарға белмәй йөрөгәндә, «Гәлсәр һандуғас» ярҙам итте. Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-ағартыу техникумында уҡып йөрөй инем, сессияға китеп барған саҡ. Беҙҙең район үҙәгенә «Гәлсәр һандуғас»тар килгән икән. Һайлап алыу туры бара. Саҡырып алдылар ҙа, ҡатнашып ҡарарға тәҡдим иттеләр. Шулай, юлда китеп барышлай ғына инеп йырлап сыҡҡайным, конкурстан үткәнмен.
Илнур: Минең дә шулай килеп сыҡты. Магнитогорскиҙан ҡайтып барышлай Учалыла филармония барлығын ишетеп ҡалдым да, инеп сығырға булдым. Үҙемдең пародияларымды күрһәткәйнем, шунда уҡ профессиональ коллективҡа эшкә алдылар. Ярты йылдан концерт менән Өфөгә барҙыҡ. Унда Мортаза Ғөбәйҙулла улына ла пародиям бар ине. Тик номерымды төшөрөп ҡалдырғандар. Аҙаҡ концерттың икенсе өлөшөнә ҡуйҙылар. Залда Президент үҙе лә ултыра. Сәхнәнән иғлан яңғырай: «Хәҙер һүҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа бирелә». Беренсе Президентыбыҙ, көтөлмәгән хәлдән аптырап, урынынан күтәрелә башлағайны, сәхнә артынан мин килеп сыҡтым. Үҙенә күрә шулай сығыш яһауым ҡыйыу аҙым да булғандыр инде. Сығышымды оҡшаттылар һәм Өфөлә эшкә ҡалдырҙылар. Филармонияла Фәдис Ғәниев, «Далан», «Каруанһарай» төркөмдәре һәм тағы әллә күпме артист менән гастролдәрҙә йөрөп сыҡтым. Чебоксарҙа Бөтә Рәсәй сатира һәм юмор конкурсында дипломант булып ҡайтыу бәхете йылмайҙы.
– Бөгөнгө көндә төп шөғөлөгөҙ булып нимә тора? Һеҙ тулыһынса сәхнә кешеләреме әллә башҡа эштәрегеҙ ҙә бармы?
Альбина: Быға тиклем ҡайҙа ғына эшләмәнем – заводта ла, аяҡ кейеме тегеү фабрикаһында ла, художество етәксеһе вазифаһында ла, тик күңелем ятманы. Ә әле тормошта үҙ урынымды тапҡан кеүекмен. Йыр-моң, сәхнә һәр саҡ үҙенә тартып тора. Шулай уҡ вокал бүлегендә уҡытыусы булып та эшләп йөрөйөм.
Илнур: Минең төп эшем – таш эшкәртеү. Беҙҙең Учалы яҡтарының ата-бабаларҙан ҡалған төп кәсебе ул. Атайым менән Мансур ауылында «Мансурташ» тигән цех астыҡ, граниттан плиткалар, һәйкәлдәр эшләп һатабыҙ. Тауар үтемле, күҙ теймәһен. Өфө, Белорет, Магнитогорск ҡалаларынан килеп алалар.
Альбина: Үҙебеҙ өсөн эшләгәс, бөтә нәмәгә лә өлгөрөп була. Яңыраҡ ҡына «Туған тел» каналында «Юламания» тигән юморис­тик тапшырыу эшләгәйнек. Тамашасылар хәҙер уны йыш һорай, шуға артабан да дауам итергә ине. Әйткәндәй, шул тапшырыуҙан һуң беҙҙе урамда ла таныусылар артты. Күптән түгел БДПУ янында бер профессор Илнурҙы туҡтатып, рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.
– Алдағы пландарығыҙ, уй-хыялдарығыҙ ҙа сәхнә менән бәйлелер улайһа?
Илнур: Эйе. Халыҡ күңеленә яҡын, мәғәнәле һүҙҙәргә яҙылған ябай һәм аңлайышлы көйлө йырҙар, пародиялар тәҡдим итеп, тамашасы менән бәйләнеште өҙмәҫкә ине. Альбинаға ла альбом сығарырға кәрәк.
Альбина: Мин әлеге көндә «Аҡҡошом» йыры өҫтөндә эшләйем. Йырымды Илнурға бағышлайым. Тормошобоҙҙа наҙлылыҡ етмәгән кеүек миңә. Ә иркәләнеп, наҙланып йәшәүе үҙе бер бәхет бит ул. Шуны аңлаһын ине һәр кеше. Һөйөү, пар аҡҡоштар­ҙыҡы һымаҡ, наҙлы ла, саф та, тоғро ла булырға тейеш.

– Тап һеҙҙеке кеүектер, тигән уй килә башҡа. Артабан да шулай бер-берегеҙ менән аңлашып, ғаилә усағын һыуытмай, мөхәббәтегеҙҙән, бәхетегеҙҙән илһамланып, тамашасыларығыҙҙы өр-яңы ижад емештәрегеҙ менән ҡыуандырып торорға яҙһын.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА
әңгәмәләште.


Сығыу ваҡыты 21-08-2010, 16:10 | Ҡаранылар: 3682

14 апреля 2011 00:31 | Рамиль | Гости | ICQ: [icq]{icq}[/icq][not-icq]не указано[/not-icq]

Улар бит айырылыштырар уже
|
  • Их-х, миллион һум аҡса кеҫәлә тиерлек ине!
  • Илнурҙың үлеме буйынса енәйәт эше асылды
  • ИЛНУР БУЙЫНСА ТИКШЕРЕҮ ДАУАМ ИТӘ
  • Өфөлә Бөрйән егете һәләк булды
  • Альбина Килдийәрова менән Илнур Юламанов тормош үрҙәрен бергә яулаясаҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM