НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Төн бик “Ҡыҙыу” булмаҡсы!

Төн бик “Ҡыҙыу” булмаҡсы!


“Академ”дар театр һөйөүселәр өсөн махсус бүләк әҙерләй
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 12 сентябрҙә тамашасыһын үҙенең “аш-һыу бүлмәһе” менән таныштырмаҡсы. Кем дә кем ысын театр тормошон эстән белергә теләй, шулар өсөн махсус рәүештә “Театр төнө” үтәсәк.
Был төн бер юлы бер нисә майҙансыҡта барасаҡ, тамашасы төнгө театраль маршрутты үҙе һайлай ала. “Буратино-remake” әкиәте персонаждары флешмоб үткәреп кенә ҡалмаясаҡ, кескәйҙәр “Юл билдәләре – беҙҙең дуҫтарыбыҙ”, “Ут – ке­шегә дуҫ, тик бул һин һаҡ!” спектаклдәрендә ҡатнаша ала. Әйткәндәй, театр янындағы Балалар театр студияһына алдан яҙылыу барасаҡ, был мөмкинлекте ата-әсәләргә һис тә ҡулдан ысҡындырырға ярамай.
Ә инде грим бүлмәһендә һәр кем үҙенә грим һала, театр париктарын һәм мыйыҡтарын, костюм бүлмәһендә төрлө геройҙарҙың кейемдәрен кейеп ҡарай ала. Тамашасылар араһында хатта “театраль уҡыу йортона ҡабул итеү имтихандары” ла уҙғарыласаҡ икән! Шулай уҡ һеҙҙе шиғыр ятларға теләүселәр араһында конкурс, башҡа күңел асыу саралары, музейға экскурсия, реквизиттар һәм фотокүргәҙмәләр, театрҙың оркестры сығышы көтә. Ә “Театр буфеты”нда махсус меню һәм төрлө бәйгеләр, сюрприздар вәғәҙә ителә.
Бик күп йыр, репертуарҙағы спектаклдәрҙән музыкаль номерҙарҙан торған театраль концерт шоуы төп сәхнәлә ҡаралған. Төрлө йылдарҙа ҡуйылған пьесаларҙың тарихы, ролдәр һәм башҡа һорауҙар викториналарында еңеүселәрҙе тағы бик күп ҡыуаныслы бүләктәр көтә. Ҡыҙыҡһыныусан тамашасы шаршау артына ғына түгел, үҙ өйөндәге кеүек, репетиция залына ла уҙа ала, был төндө артистар Әлфис Ғаязовтың “Яңғыҙлыҡ ташы” пьесаһы буйынса асыҡ репетиция уҙғарасаҡ. “Академ”­дарҙың күстәнәстәре бының менән генә бөтмәй – Башҡорт дәүләт академия драма театры өсөн әҙерләнгән махсус курс (З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһы студенттары) төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтәсәк. Сара төнгө сәғәт 12-лә “Экспери­мент” спектакле менән тамамланасаҡ. Шулай уҡ М. Кә­рим исемендәге Милли йәштәр, Рус дәүләт драма, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары театрҙарында ла “төн“дәр үтәсәк.
Ҡыҫҡаһы, “Театр төнө”ндә ойоштороусылар театрҙың “дүртенсе стенаһы”н ҡолатырға саҡыра һәм, иң мөһиме, фотоаппараттарҙы онотмағыҙ, тип киҫәтә.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.

Сығыу ваҡыты 5-09-2013, 11:02 | Ҡаранылар: 905
|
  • "Оскар"? Юҡ, Арыҫлан Мөбәрәков!
  • Олоһо ла, кесеһе лә ҡәнәғәт ҡалды
  • Әгәр ҙә балағыҙ театр донъяһына битараф түгел икән
  • Яңы миҙгелгә яңы көс, дәрт һәм илһам менән!
  • Мәҙәниәт яңылыҡтары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM