НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Эй Моңланды наҙлы ҡурай

Эй Моңланды наҙлы ҡурай


Эй Моңланды наҙлы ҡурай
Нарыштау итәгендәге гүзәл ҡала Башҡортостандың төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Мари иленән килгән һәүәҫкәр музыканттарҙы, талантлы ҡурайсыларҙы ҡабул итте.
Ҡала мәҙәниәт йортоноң сәхнәһенән ике көн буйы илаһи ҡурай моңо яңғыраны. Ҡурайсылар ан­самблдәре һәм айырым башҡарыу­сы-солистар танылған профессионалдар алдында һынау тотто. Аб­руйлы жюри составында Баш­ҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Айытҡолов, Башҡортостандың ха­лыҡ артисы, Рәсәй Федерация­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов, Сибай институтының музыка кафедраһы профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәли Ҡайыҡбирҙин, киң билдәле ҡурайсылар, төрлө йылдарҙа үткәрелгән ҡурай байрамында гран-при яулаған Әнүәр Шафиҡов һәм Илшат Солтангәрәев, республика халыҡ ижады үҙәгенең бүлек мөдире Эльвира Әхмәтйәнова бар ине.
Тәүҙә сәхнә түренән халыҡ көйҙәрен йәш башҡарыусылар яңғыратты. Уларҙың сығышына конкурста ҡатнашыусы иң өлкән музыкант, Йошкар-Ола ҡалаһынан килһә лә, сығышы яғынан Баймаҡ районынан булған Муса ағай Нурдәүләтов яҡшы баһа бирҙе.
Эй Моңланды наҙлы ҡурай
– Мин үҙем ҡурайһыҙ йәшәй алмайым, – тине ул. – Яҙмыш елдәре сит яҡтарға ташлаһа ла, Башҡортостан менән бәйләнеште өҙгәнем юҡ. Мари Илендә ҡурай моңон бик йылы ҡабул итәләр, концерттарҙа сығыш яһарға саҡыралар. Октябрьскийҙағы бәйгенең кимәле юғары ғына. Йөмһү­риәтебеҙҙә күркәм ҡурай байрамдарының үткәрелеүе ‒– бик тә яҡшы күренеш. Бындай саралар милләтебеҙҙең рухын байыта, телебеҙҙе, быуындан-быуынға күсә килгән изге йолаларыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итә. Балаларҙың кон­курс­та күп ҡатнашыуы, матур сығыш яһауы күңелдә яҡты тойғолар уята. 8, 9, 10 йәшлек башҡарыусылар ҡурай тартыу серҙәренә өйрәнергә өлгөргән. Тимәк, башҡорт ҡурайын ышаныслы ҡулдарға тапшырабыҙ. Боронғо уйын ҡоралы – халҡыбыҙҙың юлдашы, яуҙашы ул, шатланғанда ла, ҡайғыр­ғанда ла беҙ ҡурай моңонан айырылмайбыҙ.
Эй Моңланды наҙлы ҡурай
Жюри ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә, Октябрьскийҙағы ошо фестивалдең әһәмиәтен билдәләп:
– Халҡыбыҙҙың боронғо музыка ҡоралын беҙ киләсәк быуынға еткерергә, ҡурай сәнғәтен артабан үҫтерергә тейешбеҙ. Республикала үткәрелгән ижади конкурстар араһында Октябрьскийҙағы ҡурай байрамы айырым урын алып тора. Был төбәктә мәҙәниәтле халыҡ йәшәй. Уларҙың ҡунаҡсыллығы беҙҙең ҡурайсыларға тик ҡанат өҫтәй. Элек бит бындай бәйгеләрҙә еңгән оҫта башҡарыусыларға йылҡы бүләк иткәндәр. Ә октябрьскийҙар иһә гран-при яулаусылар­ҙы “тимер ат”ҡа атландыра – уларға “ВАЗ” автомобиленең асҡысын тапшыра. Шуға был фестивалдең офоҡтары ла киңәйә бара. Быйылғы бәйге шул яғы менән дә әһәмиәтле – ул Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап үткәрелә. Ошондай конкурстар, халыҡтың рухын күтәреү менән бергә, йәш таланттарҙы табырға ла ярҙам итә. Хәҙер республиканың көнбайыш төбәгендә лә һәләтле ҡурайсыларҙың һаны артҡандан-арта бара. Күп район­дар­ҙа йәш башҡарыусыларҙы үҙенә йыйған матур ансамблдәр барлыҡҡа килде. Бына быйыл дүртөйлөләр бик һәйбәт сығыш яһаны. Баймаҡ районында тыуып үҫкән егетебеҙ Рәмзин Әбсәләмов байтаҡ йылдар инде Туймазы һәм Октябрьскийҙа музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Ул ошо төбәктә ҡурай сәнғәтен тергеҙеүгә, йәш башҡарыусыларҙы боронғо музыка ҡоралында уйнарға өйрәтеүгә күп көс һәм тырышлыҡ һала. Ул етәкләгән ансамбль һәр ваҡыт еңеүселәр исемлегендә. Уның тәрбиәләнеүсеһе Альберт Лотфуллин көслө ҡурайсылар сафын тулыландырмаҡсы. Быйылғы бәйгелә ул балалар төркөмөндә хаҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы, – тине.
Шәмбелә ҡурай байрамы ҡаланың Ленин исемендәге майҙанына күсте. Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм театрлаштырылған тамашаны ҡарарға килгән халыҡҡа йылы ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала хакимиәте башлығы Сергей Молчанов, БР Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов һәм Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов мөрәжәғәт итте.
Эй Моңланды наҙлы ҡурай
– Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе хөкүмәт исеменән тәбрикләргә рөхсәт итегеҙ, – тине үҙенең сығышында Салауат Тәлғәт улы. – Ҡурай сәнғәте башҡорт халҡының рухи байлығын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Октябрьскийҙа үткәрелгән бәйгенең профессиональ кимәле юғары, шуға ул киләсәктә танылған ҡурайсы, үҙенең башҡарыу оҫталығы менән республикабыҙҙан ситтә лә тамашасыларҙы таң ҡалдырған, ҡурайсыларҙың яңы быуынын тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән Ғата Сөләймәновтың исемен йөрөтәсәк.
Ҡыуаныслы был хәбәрҙе майҙан алҡыштар менән ҡаршы алды.
Гала-концертта һәләтле башҡарыусылар, иң яҡшы ансамблдәр һәм бейеү коллективтары сығыш яһаны. Ћуңынан инде бәйгелә еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. 16 йәшкә тиклемге балалар төркөмөндә I – II дәрәжә дипломдар Миәкә, Дәүләкән, Учалы райондарынан килгән ансамблдәргә бирелде. Ә беренсе урынды Сибайҙан “Ирәндек” ансамбле яуланы. Өлкәндәр төркөмөндә Көйөргәҙе районының, Учалы, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларының ижади коллективтары лауреат булып танылды.
Йәш башҡарыусылар араһынан лауреат исемен Өфөнән Әлмир Сурин һәм Айназ Низаметдинов, Илештән Айбулат Ғиләжетдинов, Йылайырҙан Рөстәм Йәләев, Учалынан Таһир Ғайсаров, Благовещендан Алмас Вәлитов, Сибайҙан Заһир Сәлихов, Туймазынан Альберт Лотфуллин алды. Өлкәндәр араһында бындай хөрмәткә Дыуандан Ринат Нурмөхәмәтов, Учалынан Фәйез Шәрипов, Дүртөйлөнән Инсур Йосопов, Ейәнсуранан Артур Ғайсаров, Өфөнән Таһир Хәмитов һәм Юнир Ћағынбаев, Бла­говещендан Айнур Назаров лайыҡ булды.
Байрамда бәйгенең иң йәш башҡарыусыһы – Учалынан Иштимер Йосопов махсус приз менән бүләкләнде. Конкурста ҡатнашып, ул тамашасыларҙың оло һөйөүен яуланы. Әле 8 йәшен дә тултырмаған Иштимер үҙешмәкәр сәнғәттә атаһының юлын һайлаған. Ғөмүмән, быйылғы бәйгегә Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан өмөтлө йәш ҡурайсылар килгәйне.
Фестивалдең иң оло бүләге – гран-при дипломы һәм “ВАЗ” автомобиленең асҡысы Өфөнән Венер Йылҡыбаевҡа тапшырылды. Ул сығышы яғынан Ейәнсура районының Сәғит ауылынан. Телгә алыуынса, ҡурай моңона бала сағынан ғашиҡ. Әле Венер Рәжәп улы Өфө сәнғәт академияһында уҡыта, үҙе йәш ҡурайсыларҙы тәрбиәләй.
– Был минең һөнәри сәнғәттә тәүге ҙур еңеүем, – тине гран-при эйәһе. – Ул ижадыма яңы илһам бирәсәк тип уйлайым. Ошондай күркәм байрамдар яңы таланттар­ҙы, яңы исемдәрҙе асһын, тылсымлы ҡурай тауышы киләсәктә лә күңелдәребеҙҙе байытып торһон.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Октябрьский ҡалаһы.
Автор фотолары.

Сығыу ваҡыты 25-05-2012, 10:21 | Ҡаранылар: 1537
|
  • Аманатҡа һаҡлап тоғролоҡ
  • Рухлы ир-егеттәр булғанда,тынмаҫ башҡортомдоң ҡурайы!
  • Бәүелделәр ҡурай моңонда
  • Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ...
  • Яңғыраһын ҡурай моңдары
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM