RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Фестивалдә –халыҡ коллективтарының иң сағыу сығыштары

18.10.2011 Фестивалдә –халыҡ коллективтарының иң сағыу сығыштары

Фестивалдә –халыҡ коллективтарының  иң сағыу сығыштары
Башҡортостанда халыҡтарҙың мил­­ли мәҙәниәттәр телевизион фес­тиваль-марафоны үтә. Ул республикабыҙҙа иғлан ителгән Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала. Уны БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Баш­ҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, республика ҡала округтары һәм муниципаль район хакимиәттәре республика халыҡтарының милли мәҙәниәтен, халыҡ ижады жанрҙарын һәм үҙешмәкәр сәнғәтте һаҡлау һәм үҫтереү, Башҡортостан халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында ойоштора.
Фестивалде асыу тантанаһы Ар­хангел ауылында үтте. Унда Өфө ҡалаһы, Архангел, ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарының үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашты. Артабан фес­тиваль Көньяҡ Урал төбәгенә юл алды.
Сермән ауылына Белорет, Әб­йәлил, Бөрйән һәм Учалы райондарының фольклор коллективтары йы­йылды. Фестивалде ойоштороусылар исеменән унда ҡатнашыусыларҙы Респуб­лика халыҡ ижады үҙәгенең Неф­текама ҡалаһындағы фи­лиалы директоры Владимир Юрин сәләмләне.
Бөгөнгө форумда беҙ тағы бер тапҡыр Башҡортостандың ғорурлығы булған милли байлығыбыҙҙы күрәсәкбеҙ. Ул − республикабыҙҙың биҙәге булырҙай ижади коллективтар, − тине ул. Владимир Юрин, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла уңыштар теләп, фестивалде ойошторғандары өсөн Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаевҡа Маҡтау грамотаһы тапшырҙы.
Белорет районынан халыҡтарҙың милли мәҙәниәттәре телевизион фестиваль-марафонында дүрт халыҡ фольклоры коллективы ҡатнашты. Сермән ауылынан «Хәтирә» ансамбле башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. ҡағынан «Дубравушка» коллективы башҡарыуында боронғо ҡағы йырҙары яңғыраны. Ә Шығай ауылынан «Гөлнәзирә» ансамбле менән Үткәлдән «Үткәл» ансамбле башҡорт йолаларын күрһәтте. Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары коллективтарының сығыштары ла сағыу һәм матур булды.
Артабан эстафетаны Баймаҡ ҡалаһы ҡабул итте. Унда Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы коллективтары сығыш яһаны. Халыҡ таланттарына бай был яҡтарҙа ла фестиваль шаулап-гөрләп үтеп китте. 15 октябрҙә фестивалде Мәләүез һәм Стәр­лета­маҡ ҡалалары ҡабул итте. Кисә ул Кушнаренко ауылында, Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында уҙҙы, бөгөн – Бөрөлә, 21 октябрҙә Саҡмағошта, Раевкала һәм Бәләбәйҙә дауам итәсәк. Иң һуңынан, йәғни 22 октябрҙә мәсетлеләр сығыш яһаясаҡ. Дөрөҫөрәге, жюри был төбәктә яҡшы коллективтарҙы һайлап аласаҡ. Улар иһә 1 декабрҙә Өфө ҡалаһының Нефтселәр мәҙәниәт һарайында гала-концертта ҡатнашасаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы