RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Дуҫлыҡ ептәрен нығытып

13.09.2011 Дуҫлыҡ ептәрен нығытып

Дуҫлыҡ ептәрен нығытып
Башҡорт халҡының музыка ҡоралы – ҡурай үҙебеҙҙән башҡа кемдәрҙең һушын ала, әсир итә? Был риторик һорауға Нурғәле ҡайыҡбирҙиндың яуабы әҙер: әлбиттә, бөтә төрки донъяһы халыҡтарын!
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт дәүләт университеты Cибай институтының музыка кафедраһы уҡытыу­сыһы, профессор Нурғәле Мирғәле улы ҡайыҡбирҙин менән килешмәү мөмкин түгел: һуңғы йылдарҙа ғына ла ҡаҙаҡтар уны алты тапҡыр үҙҙәрендә уҙғарылған музыка фестивалдәрендә ҡатнашырға саҡыртып алған.
– Барыһы ла 2007 йылда башланды. 90-сы йылдарҙа Тәлғәт Муҡышев исемле ҡаҙаҡ егете Өфө сәнғәт институтында ҡурай бүлегендә уҡып сыҡҡайны. Башҡорт халҡының ҡурайына ғашиҡ булған был егет студент йылдарын әрәм итмәне: Башҡортостан буйлап сәфәр ҡылып, билдәле ҡурайсылар менән танышты, уларҙан дәрестәр алып, тәжрибә тупланы. ҡаҙағстанға ҡайт­ҡас, башҡорт ҡурайы һәм ҡаҙаҡ һыбыҙғыһы буйынса фәнни диссертация яҡлаған. Шул Тәлғәт, 14 йыл ваҡыт уҙғас, мине, курсташын, табып алып, үҙҙәрендә уҙасаҡ халыҡ-ара төрки музыка фестиваленә саҡырҙы.
«Мәңгелек сарын» (беҙҙеңсә «Мәңгелек моң») Алматы ҡалаһында уҙҙы. Фестивалдә бөтә төрки халыҡ вәкилдәре лә ҡатнашты. Шулай уҡ монгол ҡаҙаҡтары, ҡытай ҡаҙаҡтары һәм башҡалар – ер шарының төрлө төбәктәрендә йәшәп тә, үҙҙәренең мәҙәниәтен һаҡлап ҡала алған ҡаҙаҡтар килгәйне.
2008 йылдың майында ҡаҙағстанға тағы барырға насип булды. Был юлы Тараз ҡалаһында «Бөйөк ебәк юлы» исемле төрки халыҡтары музыка фестиваленә Азия ғына түгел, Европа илдәренән дә вәкилдәр саҡырылғайны. Немецтарҙың, поляктарҙың төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, йыр-моңона ниндәй иғтибар, ҡыҙыҡһыныу менән ҡарағанын белер өсөн, ошондай фестивалдәрҙә күрешергә кәрәктер, моғайын.
Тараздан ҡайтып, ул-был итеүгә, ошо уҡ йылдың сентябрендә ҡаҙағстан тарафтарынан тағы ла саҡырыу килеп төштө. Был юлы Астанала «Оло дала моңо» исеме аҫтында халыҡ-ара төрки фольклор музыкаһы фестивале уҙасаҡ икән. Тағы ла сәфәргә юлландым.
2008 йылдың октябрендә тағы ла, инде бер йылда өсөнсө тапҡыр, ҡаҙаҡ дуҫтарға саҡырылдым: «Mәңгелек сарын – 2» халыҡ-ара төрки музыкаһы фестивале Алматы ҡалаһында уҙҙы.
Дуҫлыҡ ептәрен нығытып
Быйыл ҡаҙаҡтар тағы ла бер-бер артлы ике халыҡ-ара фольклор көйҙәре фестивале ойоштороп, унда миңә саҡырыу ебәрҙе. Июлдә «Астана-Арҡау» исемле фестиваль уҙҙы, августа иһә «Алтай – төрки донъяһының алтын бишеге» исеме аҫтында бик ҙур йыйын йыйҙылар. Тәүге фестивалдәр нисектер ҙур ҡалаларҙа, бик булмаһа, яҡын тирәлә уҙһа, «Алтын бишек»те Алтай тауҙарында ойошторҙолар. Усть-Каменогорск ҡалаһынан автобус­тарҙа 12 сәғәтлек сәфәр ҡылып, тайга уртаһына барып индек.
– Йылына икешәр уҙғарылып килгән был фестивалдәрҙең ниндәй маҡсатты эҙәрлекләүен асыҡлап үтһәгеҙсе. Ойоштороу кимәле нисегерәк? Туйҙың өсөнсө көнө һымағыраҡ булмағандыр ҙа?
– Ысынлап та, был фестивалдәрҙән, тәү ҡарашҡа, сығымдар­ҙан башҡа бер ниндәй ҙә файҙа юҡ һымаҡ күренә. Әммә, ҡасан ғына барһам да, ҡаҙағстан Республикаһы хөкүмәте тарафынан ойошторолған сараларҙың юғары кимәлдә уҙғарылыуына иғтибар иттем. Теге йәки был дәүләттән, элекке СССР составындағы республикаларҙан вәкил булып килеүселәрҙе ҡаҙаҡтар саҡырып ҡына ҡалмай, юл сығымдарын да ҡаплай, бушлай йәшәтеп, туҡландыралар, ул ғына түгел, командировка сығымдарын да түләйҙәр. ҡара иҫәп менән иҫәпләгәндә лә, бер миңә генә ҡаҙағстан хөкүмәте 300 000 һумлыҡ сығымды күтәргән ошо алты фестиваль сиктәрендә, ә минән дә алыҫыраҡ төбәктәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар күпме?
Ойоштороу гел юғары кимәлдә була. ҡалала уҙһа ла, далала уҙһа ла, ҡунаҡтар өсөн тирмәләр ҡуйыла, эҫе һәм һыуыҡ һыу, канализация селтәре һалына, яҡтыртыу һәм байрам иллюминацияһы ойошторола. Ошондай ваҡ-төйәк тә, дөйөм алғанда, ойоштороусыларҙың был фестивалдәргә ниндәй иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләй ҙә инде.
Саҡырылған ҡунаҡтарҙың, башлыса, сәнғәт вәкилдәре генә түгел, педагогтар, фольклорсы ғалимдар булыуы ла күпте аңлата. Йәғни был фестивалдәр йыр-моң, уйын-көлкө генә түгел, төрки донъяһының мәҙәниәтен, уртаҡ рухи ҡомартҡыларын пропагандалауҙы күҙ уңында тота. Һәр фестиваль барышында ошо һорауҙарға арналған фәнни-ғәмәли семинарҙар, конференциялар уҙғарыла, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса методик материалдар йыйынтыҡтары баҫылып сыға, ҡунаҡтарға таратып бирелә. Ул ғына түгел, ҡаҙаҡ халҡының фольклор сәнғәте өлгөләре яҙылған, зауыҡ менән биҙәлгән дискылар тупланмалары таратыла. Әлбиттә, был саралар ҡаҙаҡ, башҡорт, төркмән, ҡырғыҙ, Алтай халыҡтары һәм башҡа төрки халыҡтарының уртаҡ тамырҙарын, ҡәрҙәшлек ептәрен нығытыуға, бер-береһенең мәҙәниәтенә иғтибар бүлеүгә, ошо юл менән бер-береһен етемләтмәҫкә этәрә.
– Һеҙҙән башҡа был мәҙәни сараларҙа тағы ниндәй яҡташтарыбыҙ ҡатнашҡаны бар?
– Азат Айытҡолов, Белорет районының Шығай ауылында йәшәүсе Мөхәммәт Түләбаев, ҡурайҙы донъя кимәлендә пропагандалаусы музыкант Роберт Юлдашев, Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы Илшат Ишморатов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһының элекке ректоры Ишмөхәмәт ағай Ғәләүетдинов һәм башҡа яҡташтарыбыҙ саҡырыла бындай сараларға. Аҙаҡҡы фестивалдә иһә Иҙрис Ғәзиев менән күрешеп, унан «Илсе Ғайса»ны йырлатырға насип булды.
– ҡаҙаҡтар һәм уларҙың башҡорттарға мөнәсәбәте хаҡында нимә әйтә алаһығыҙ?
– ҡаҙаҡтарҙы әҙәпле, итәғәтле халыҡ тип иҫемдә ҡалдырҙым. ҡалалары таҙа, һәм был таҙалыҡ, бөхтәлектең ҡунаҡтар килеү айҡанлы ойошторолған өмә һөҙөмтәһе түгел, ә даими күренеш булыуы күҙгә ташлана. Оло-оло ҡаҙаҡ фольклор ғалимдары, башҡорт икәнеңде ишетеп ҡалһа, «О-о-о, алаш азаматы!» – тип йылмайыша. Аңлауымса, был боронғо замандарҙа ҡаҙаҡтың һәм башҡорттоң дошманға ҡаршы бергә яу сабыуына ишара яһай.
Тағы ла ҡаҙаҡтарҙың башҡорт ҡурайына ихтирам менән ҡарауын әйтмәй булмай. Уларҙың үҙҙәренең һыбыҙғыһы бар, әммә, кемеһен генә алма, ҡурайҙы мөкиббән китеп тыңлай, һәм был әҙәплелек билдәһе генә түгел, ысын хистәр икәне күҙгә ташлана. ҡурай менән сағыштырғанда һыбыҙғының көйө тоноҡ яңғырай шул! Ғөмүмән, башҡа милләттәр­ҙең дә беҙҙең ҡурай менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы шатландырҙы. ҡыҙыҡһы­налар, өйрәнәләр, үҙҙәренекендәй күрәләр – ҡыҙғана биреп тә ҡуям ваҡыт-ваҡыты менән!
–– Тимәк, бындай фестивал­дәр­ҙә ҡатнашыу – файҙалы эш, тип әйтәһегеҙ?
– ҡайһы саҡта, беҙҙең халыҡ йыр-бейеү менән артыҡ мауыға, тигәнерәк һүҙҙәр ишетергә тура килә. Тик ҡаҙаҡтарҙың миҫалын ҡараһаң, йыр-моң бер ҙә артыҡ булмай икән. Йыр-бейеү, милли музыка ҡоралдары – быларҙың барыһы ла беҙҙең мәҙәниәтебеҙ бит, тимәк, милләттең яҙмышы. ҡаҙаҡтар, быны төшөнөп алып, милләтте ҡайғырта, хөкүмәт кимәлендә уның киләсәгенә тос ҡына өлөш бүлә икән. Үҙебеҙгә килгәндә, был юҫыҡта айырым шәхестәр күберәк тырышлыҡ күрһәтә. Шулай, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов, ҡаҙаҡтарҙан күпме саҡырыу килһә, һәр береһенә командировкаға ебәрә, һөҙөмтәләр хаҡында белешә. Баймаҡ ҡалаһынан эшҡыуар Вилүр Зиннәтулла улы Рәхимғолов етәкләгән «Баймаҡ» һөнәрселек үҙәге шундай матур башҡорт еләне тегеп бирҙе – күҙҙең яуын алырлыҡ. Әлбиттә, дөйөм тырышлыҡ менән йөрөп ҡайтҡас, был хаҡта студенттарға еткерергә, тәжрибә уртаҡлашыр­ға кәрәк, шунһыҙ булмай.
Илшат ҡАНСУРИН әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы