НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » «Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡ

«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡ


Учалы төбәгендә Белорет, Бөрйән, Межгорье рәссамдарын берләштергән ижади төркөм булдырылды
«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡҺәр бер йорттоң үҙ рәссамы бар – балаларҙы күҙ уңында тотам. Бала-саға үҫкән һәр өйҙә стеналар, хатта ҡайһы ваҡыт журнал-китаптар ҙа, йәш рәссамдың иғтибарынан ситтә ҡалмай – ҡайҙа булһа ла сыйғыслап, һыҙғылап, ул үҙенең эҙен ҡалдыра. Өлкәнәйә төшкән ҡыҙҙар дәфтәр­ҙәргә сәскә-күбәләк, принцессалар төшөрә, ә малайҙарҙың һәр дәфтәре артында тиерлек – самолет-танкылар ҙа автомат-машиналар... Һүрәт төшөрөргә яратмаған бер кескәй ҙә юҡтыр ул. Хатта бер йәшлек кенә сабыйҙың да ҡулына бумала тоттор, бер нисә минуттан ул ихласлап ҡағыҙҙы ла, үҙен дә, тирә-яҡты ла буярға керешә. Шунан ҡыуаныс-рәхәтлек ала. Тик үҫә килә, кемдер тәбиғәт биргән һәләтен камиллаштырып, рәсем төшөрөүҙе үҙенең булмышына әйләндерә, ә кемдер уйға батҡанда, күңелен өйкәгән уй-фекерҙәр йомғағын сисә алмай ҡаңғырғанда ғына, ҡулына ҡәләм алып, ҡағыҙҙа уҡтар, түңәрәктәр яһай, шулай итеп уйҙарын бер рәткә һалғандай була. Мин дә тап икенселәр сафында. Шуға ла рәсем сәнғәтендә үҙ булған кешеләргә ҡарап һәр саҡ һоҡланам, уларҙың ижады менән даими танышып барырға тырышам – күңел аҙығы һәр кемгә кәрәк.
«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡУчалы электән йырсы-бейеүселәр, шағир-яҙыусылар төйәге булараҡ танылған һәм һуңғы ваҡытта рәссамдарҙың да мәҙәниәт өлкәһендә берҙәм күтәрелеп-ҡалҡыуы – беҙҙең өсөн бигерәк һөйөнөслө күренеш. Гүзәл картиналары менән Башҡортостан, Рәсәйҙең рәсем сәнғәтен байытҡан һәләтлеләрҙең былтыр «Һамрау» тип аталған ижади төркөмгә берләшеп, шул айҡанлы Учалы музейында инде икенсе тапҡыр күргәҙмә асыуын да ошо ҡыуаныслы ваҡиғалар рәтенә индерергә мөмкин.
Төрлөһө төрлөсә ижад иткән, бер-береһенә әҫәрҙәре менән һис тә оҡшамаған Рим Юнысов, Зөфәр Ғизитдинов, Ильяс Юнысов, Салауат Яумбаев (Учалы ҡалаһы), Рәмил Иманғолов (Бөрйән районы), Ирина Аникина (Белорет ҡалаһы), Виталий Шаповалов (Межгорье ҡалаһы) – мәҙәниәт өлкәһендә үҙ урынын тапҡан рәссамдар. Әллә күпме күргәҙмәлә ҡатнашып, үрҙәр-исемдәр яулаған был оҫталар бер галереяла – Учалы крайҙы өйрәнеү музейында ижади эштәрен тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Унда төрлө жанр өлгөләре бар ине: портрет, натюрморт, пейзаж, сюжетлы картина... Рәссамдарҙың ижадында – уларҙың донъяға ҡарашы, шуға ла һәр һүрәт бик үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ.
– «Һамрау» исемле төркөмдөң ойошторолоп, фекерҙәштәрҙең берләшеүе рәссамдарға ижади аралашыу ҡыуанысын бирәсәк, бер-береһенә үҫергә ярҙам итәсәк, – ти төркөмгә нигеҙ һалыусы Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Рим Юнысов. – Башҡаларҙың эшен күрмәй тороп, үҙеңдең көслө һәм көсһөҙ яҡтарыңды баһалай алмайһың. Ә ижад кешеһе һәр саҡ үҫергә, камиллашырға тейеш.
«Һамрау», тимәк, фәлсәфә һәм башҡортлоҡКарапты нисек атайһың, ул шулай йөҙөп китә, тиҙәр. Төркөмдөң башҡорт мифологияһынан билдәле ҡош-батша исемен алыуы ҙур символик мәғәнәгә эйә. Рәсемдәре аша үлемһеҙлеккә ынтылған «һамрау»­ҙарҙы әүҙем ижади позиция, камиллыҡҡа ынтылыш айырып торасаҡ, бында, ысынлап та, һис бер шик юҡ. Йәштәргә практик күнекмәләр биреү, күргәҙмәләр ойоштороу, рәсемдәр буйынса фекер алышыу – ошондай ижади аралашыу оҫталар өсөн дә, өйрәнсектәр өсөн дә, ябай тамашасы өсөн дә тик файҙаға ғына буласаҡ. Быны шул факт та раҫлағандай: рәссамдарҙың картиналары кәрәкме, әллә XXI быуатта фотоһүрәттәрҙең булыуы ла еткәнме, тигән һорауға социологтар күпселектә, рәссамдарҙың һүрәттәре кәрәк, тигән яуапты ишеткән. Тимәк, матурлыҡҡа ихтыяж бар саҡта, ижадсылар мотлаҡ гүзәл әҫәрҙәре менән беҙҙе бик күп тапҡыр һөйөндөрәсәк әле. Һәм «Һамрау» ижади төркөмөнөң күргәҙмәләре учалыларҙың ғына түгел, ә башҡа ҡала-райондарҙа йәшәүселәрҙең дә күңелен байытыр, хистәр тулҡынына ҡойондороп, хыял диңгеҙендә йөҙҙөрөр. Сөнки май айында күргәҙмә Сибайҙа ойоштороласаҡ (крайҙы өйрәнеү музейында), июнь – июлдә – Өфө ҡалаһында («Ижад» галереяһында), октябрҙә – Белоретта. Һуңынан рәссамдарҙың эштәрен Силәбе өлкәһенә алып барыу ҡарал­ған.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

Сығыу ваҡыты 23-04-2011, 12:51 | Ҡаранылар: 1762
|
  • Йәйғор төҫтәренә мансылған тормош юлы
  • Балалар уйындарының талисманын бергәләп билдәләйек
  • Башҡортостан – Евразия ынйыһы Төркиәнең баш ҡалаһы Анкарала ошо исемдә альбом-китап сыҡты
  • «Берҙәмлек – 2011» ҡунаҡтар йыясаҡ
  • Ижад донъяһына ишектәр һәр саҡ асыҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM