НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Замана талабымы был?

Замана талабымы был?


Кеше театрға нимәгә өмөт итеп бара? Рәхәтләнеп көлөр, уйланыр, ял итер, ҡул сабыр, матурлыҡ күрер өсөнмө? Бөтәһе лә барҙыр. Эйе, арып, бары тик ял итер, күңел асыр өсөн генә тип, комедияларға ла юлланған саҡтарыбыҙ була.
Әммә мәғәнәһеҙ көләмәстәрҙе, әллә ниндәй билдән аҫтағы юморҙы тыңлап, күреп ултыр­ғанда, минең, мәҫәлән, бер ҙә генә көлгөм килмәй. Йәнем көйә. Залдың бер өлөшө бот сабып көлгәндә, икенсе берәүҙәр артистар­ға аптырап та, сәйерһенеп тә баҡҡан – бөтә булдыра алғанығыҙ ошомо, йәнәһе. Хәйер, бында артистарға түгел, ә пьеса авторына, ҡуйыусы режиссерға төбәлгәндер тәнҡит һүҙе. Заманыбыҙҙы күрһәтергә теләп яҙылған булһа был русса ҡатыш башҡортса, билдәле яҙыусыларҙың цитаталары ҡатыш ярым һүгенеү һүҙҙәре – замана кешеләрен тағы ла түбәнерәк төшөрә түгелме автор­ҙар? Сәнғәттең маҡсаты юғарыраҡ, тип уйлай инем һәр саҡ.
Театрға билет алғанда, беҙ ниндәйҙер икенсе донъяға инеп сумырға теләйбеҙ. Матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ, ҡыҙғанысыраҡ донъяға. Йәки үҙебеҙҙе күрергә теләйбеҙ – кисерештәребеҙҙе, тормошҡа ашмаған хыялдарыбыҙҙы, ҡыуаныс­тарыбыҙҙы һәм хәсрәттәребеҙҙе актерҙар ролдәрендә еренә еткереп сағылдыра алһа, күңелебеҙгә барып етһә, уларҙы яҡын итеп ҡабул итәбеҙ. Күҙемә ике бөрсөк булһа ла йәш бәреп сыҡһа, сәхнәләге геройҙар тормошон үҙемдеке итеп ҡабул итеп, уларҙың хәсрәттәрен бүлешеүҙәнме, йә иһә уларҙың ысын, тормошсан ҡыҙыҡтарын күреп, рәхәтләнеп эс тотоп көлөүҙәнме – был, тимәк, уңышлы спектакль. Минең ҡарамаҡҡа шулай. Уйландыра ала, көлдөрә йә илата икән, режиссер ҙа, пьеса авторы ла ҡуйылған маҡсатына иреште, тигән һүҙ.
Яңыраҡ ҡына бер спектаклгә барғайным. Әлеге ҡәләмгә тотоноуымдың да сәбәпсеһе шул. Спектакль күңелдә берәй яҡты уй уятһасы! Юҡ. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ҡайттым. Уйландырманы түгел, уйландырҙы. Геройҙарға ҡарап, Алла һаҡлаһын бындай тормош менән йәшәргә, тип уйланым. Спектакль башында ярты сәғәтләп әрләшкәндәрҙер. Беҙ тормошта ла бындай ығы-зығыны күреп туймағанмы әллә? Ғүмер буйы бергә йәшәгән кешеләр, әбей менән бабай, эй, ғауғалаша бит. Уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен аңлау өсөн бер нисә минут ваҡыт та етте, әммә актерҙар йәмһеҙ һүҙҙәр менән әрләшеүен улай уҡ тиҙ туҡтатырға теләмәне.
Уйландырҙы. Артистарҙың тырышлығы йәл булды. Ошоноң өсөн һәләттәрен әрәм итергә кәрәк булдымы икән? Ауыл ҡыҙҙарын да матур итеп күрһәттеләр, тип әйтеп булмай. Спектакль мөхәббәт тураһында булырға тейеш кеүек ине, тик бер ысын һөйөү өлгөһөн дә күрмәнем. Ҡыҙҙар менән егеттәрҙең мөхәббәте бер күреүҙән ғашиҡ булыуға ла, ысын һөйөүҙән янып-көйөп йөрөүгә лә бәйле түгел төҫлө – ул йондоҙнамә буйынса тап килгәнлеккә һәм сараһыҙлыҡҡа бәйле кеүек (ауылда бүтән ҡыҙҙар юҡ). Минең, йәш кеше булараҡ, мөхәббәт тураһында ниндәйҙер актуаль һорауҙарыма яуап алғым, үҙемде, тиҫтерҙәремде сәхнәлә күргем килә бит.
Был бары тик бер миҫал ғына. Бөтә тамашалар ҙа ундай түгел, әлбиттә. Йөрәккә үтеп ингәндәре лә етерлек. Тимәк, тырышҡанда, тамашасының зауығын ҡәнәғәтләндерерлек потенциал бар. Ниңә театрға кимәле түбән әҫәр­ҙе ҡуйып, тамашасыларҙың ихтирамын кәметергә һуң?
Спектакль һәйбәт тамамлана. Һәр кем үҙ парын тапты, кемдәрҙер хатаһын таныны – идиллия. Әммә ысынбарлыҡтан йыраҡ кеүек. Нимә тип әйтергә теләгән һуң уны ҡуйыусылар? Замандаштарға был идеяны бүтән төрлө еткереү юлдары юҡмы ни?
Тамаша бөтөү менән артистарға баҫып ҡул сабабыҙ. «Афарин!» ҡысҡырыусылар ҙа бар. Ә минең йәнем көйә. Алғы рәттә баҫып торғас, артистар минең йөҙөмдө күрә кеүек. Уңайһыҙ, йылмайырға тырышам. Әммә яһалмалылыҡ менән кемде алдармын, тиһең. Үҙемде ғәйепле һымаҡ тоям. Театрға матур тамашаға өмөт итеп килгәнгә ғәйеплеменме икән?

Р. РИНАТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 1-03-2011, 11:23 | Ҡаранылар: 2090
|
  • Йәштәр театры заман менән бергә атларға тырыша
  • Театрға йөрөй беләһеңме?
  • Яр Саллылар беҙҙә миҙгел асты
  • Үҙ йөҙө, теле, моңо бар Сибай театрының
  • Йәштәр театрында – йәштәрсә тамаша
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM