НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Йыр-моң осраштырҙы

Йыр-моң осраштырҙы


2011 йыл республикабыҙ Пре­зи­денты тарафынан Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде. Күптән түгел Ша­ран районында үткән эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең ХII үҙешмәкәр ижад фестивале лә милләттәр дуҫлығына бағышланды.
Илеш, Кушнаренко, Дүртөйлө, Баҡалы, Саҡмағош, Шаран райондарының эске эштәр бүлеге коллективтары БР буйынса Эске эштәр министрлығынан килгән мәртәбәле жюри ағзаларына һәм тамашасыларға 12 номерҙы үҙ эсенә алған бай концерт программаһы тәҡдим итте.
Илештән милиция майоры Илшат Фәррәхетдинов, юстиция лейтенанты Ринат Мөсәлимов, Рәйес Насретдинов, Гөлнара Ғабдуллина, Дүртөйлөнән милиция өлкән лейтенанты Салауат Сәйетгәрәев, Фидус Шәкүров, Айһылыу Мөсәлимова, Баҡалы­нан Вадим Мөслихов, Инсаф Ғәзизов, Саҡмағоштан Рәмил Мортазин, Вадим Бикмурзин, Шарандан Илдар Сафин, Елена Ғәбиҙуллина моңло йырҙары менән лауреат исеменә лайыҡ булды.
Һәр зонаның да вокал ан­самбл­дәре ҙур оҫталыҡ менән сығыш яһаны. Бынан тыш, дуэт, трио жанрҙары ла үҫеш алған. Илеш районы эске эштәр бүлегенән Ландыш һәм Рәмил Ғабдул­линдарҙың ғаилә дуэты, иң уңышлыһы тип билдәләнеп, лауреат дипломы һәм иҫтәлекле бүләк менән бү­ләкләнде. Әйтергә кәрәк, Ғабдул­линдар район күләмендә уҙғарылған мәҙәни сараларҙың да йөҙөк ҡашы булып тора. Шулай уҡ халыҡ уйын ҡоралдары ансамблдәре, нәфис һүҙ оҫталарының сығыштары ла юғары баһаланды. Һәр райондың эске эштәр бүлегенең бейеү ансамблдәре өҙҙөрөп бейеүе менән һоҡландырҙы. Хор коллективтары араһында Илеш, Шаран райондары буйынса эске эштәр бүлектәре бай репертуар менән сығыш яһаны.
Шаран мәҙәниәт йорто фойеһында милиция хеҙмәткәр­ҙәренең ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолдо.
Бай йөкмәткеле концертты ҡарағандан һуң, жюри тарафынан Илеш районы буйынса эске эштәр бүлеге коллективы иң яҡшыһы тип табылды һәм гран-приға эйә булды. Мәртәбәле жюри бындай фестивалдәрҙә илештәрҙең һәр йылда ла иң юғары баһаға лайыҡ булыуын билдәләне. Дүртөйлө, Шаран бүлектәре – беренсе, Баҡалы­ныҡы – икенсе, Кушнаренко, Саҡмағош коллективтары өсөнсө урынды яуланы.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.

Сығыу ваҡыты 22-02-2011, 09:51 | Ҡаранылар: 1352
|
  • Иң шәп бейеүселәр ҡайҙа? Борайҙа!
  • Халыҡ менән йәнле аралашыу бара
  • Республикала – яңы эске эштәр министры
  • Республиканың Эске эштәр министрлығы – яҡшы иҫәптә
  • Заман мәктәбе үҫеш юлында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM