НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Киләсәктә Голливудҡа барырға йыйына

Киләсәктә Голливудҡа барырға йыйына


Киләсәктә Голливудҡа барырға йыйынаНефтселәр мәҙәниәт һарайының бәләкәй залы әле мәктәпкә лә йөрөмәгәндәрҙән алып төрлө йәштәге балалар һәм уларҙың ата-әсәләренең тауыштарынан гөрләп тора. Уларҙың иғтибары сәхнә янында күрһәтелгән фотоһүрәттәргә йүнәлтелгән, ә һөйләшеүҙәрендә бары тик бер генә исем йыш ишетелә. Эйе, һүҙ Арсен Еникеев хаҡында.
Был көндө даны Рәсәйҙә генә түгел, ә бар донъяға таралған 9 йәшлек Өфө малайының ижад кисәһе үтте. Сараға Арсенды белгән, уның һәләте, ижады менән ғорурланыусылар йыйылды. Тамашасыларҙың ҡайһы берҙәре йәш таланттың сығыштарын әле беренсегә күрергә ниәтләнә.
Сара «Премьера» моделдәр агентлығы тәрбиәләнеүселәренең сығыштары менән башланды. Араларында кескәй генәләре лә булған моделдәр сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотто. Ҡасандыр үҙенең тәүге аҙымдарын Арсен да улар менән бергә яһаған.
«Минең өсөн был ижади кисәгә килеү бик ҡыуаныслы, – тип башланы һүҙен «Премьера» моделдәр мәктәбенең етәксеһе Ирина Ковалева. – Арсендың карьераһы беҙҙең агентлыҡта башланды. Ул тәүге ваҡытта башҡалар­ҙан бер нәмәһе менән дә айырылманы, ләкин ундағы кеүек эшкә етди ҡарашты мәктәпкә тиклем йәштәге балаларҙа осратҡаным юҡ ине. Һәм был күренеш ҙур еңеүҙәргә килтерҙе. Арсен бөгөн моделдәр мәктәбе подиумында матур профессиональ дефиле генә түгел, ә шәхестең ижади үҫеше лә икәнлеген иҫбатлай».
Рәсәй, Европа бәйгеләре еңеүсеһе Арсен Еникеев үҙенең тәүге еңеүен – «Йыл джентльмены – 2008» титулын бынан өс йыл элек, алты ғына йәшендә яулай һәм был уға яңы үрҙәргә ынтылыуҙа беренсе аҙым булып тора. Ә артабан малай бер-бер артлы «ЮНЕСКО-ның гәлсәр тажы», «Рәсәйҙең Аҡ тажы», «Татарстандың гәлсәр тажы», «Татарстандың сапфир тажы», «Европа мистеры – 2009», «Европаның зөбәржәт тажы», «Уралдың гәлсәр тажы», «Донъяның гәлсәр тажы», «Донъяның алтын тажы» тигән һәм башҡа исемдәр эйәһе була.
Арсен шулай уҡ милли костюмдар конкурстарында ла еңгән. Кисәлә ул башҡорт кейемендә, биленә ҡурайын ҡыҫтырып, дәртле бейеү башҡарыуы менән күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитетының төп белгесе Людмила Богуславская уға «Милли мәҙәниәттәр популярлаштырыуҙа ижади уңыштары өсөн» диплом тапшырҙы һәм ҡурай бүләк итте.
Күп бәйгеләр еңеүсеһе Арсен Еникеев Лос-Анджелес ҡалаһында «Колибри» халыҡ-ара йәш таланттар конурсында ҡатнаша. Унда Рәсәй һәм БДБ илдәре өсөн сығыш яһап, еңеүсе тип табыла һәм Америка балалар академияһының актерлыҡ бүлегенә уҡырға алына. Ҡасандыр был мәктәпте уның кумиры – поп-музыка короле Майкл Джексон да тамамлаған. Арсен да үҙен сәхнәлә яратҡан йырсыһы кеүек тота. Сығыштарында ул «лунная походка»ға һәм яратҡан йырсыһының йырҙарын башҡарыуға төп урын бүлде. Хатта Америкала ла уны «Майкл Джексон» тип атап йөрөтәләр икән.
Арсен Еникеев, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, күп уңыштарға өлгәшкән һәм был уның карьераһының башы ғына әле. Киләсәктә малай Голливудҡа барырға йыйына. Уның менән ғорурланыуҙары хаҡында әлеге ваҡытта Арсен уҡыған 5-се мәктәптең уҡытыусылары үҙҙәренең сығыштарында әйтеп үтте.
Афарин, Арсен!

Самат ҠОТЛОЕВ.

Сығыу ваҡыты 19-02-2011, 16:19 | Ҡаранылар: 1896
|
  • Һитәһе лә витамин!
  • “Ләйсән” бейей-бейей оҫтара
  • Өфөлә – туған телдәр фестивале
  • Инициативаны ҡулға алып
  • «Янғантау»ҙа таланттар күп
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM