НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Милләт-ара татыулыҡ – республикабыҙ йөҙө

Милләт-ара татыулыҡ – республикабыҙ йөҙө


Республикабыҙ етәкселеге республикала милләт-ара татыулыҡ урынлаштырыуға айырыуса иғтибар бүлә. Ниндәй генә милләт вәкилдәре йәшәмәй беҙҙә!
Республика етәксеһе алмашынғас, ошоно файҙаланып, ҡайһы берәүҙәр быуаттар төпкөлөнән йәшәп килгән татыулыҡты юҡҡа сығарыуға, башҡорт менән рус милләтен ыҙғыштырыуға йүнәлтелгән сығыштарын интернет селтәре аша халыҡҡа таратып ята. Кешегә нимә етмәй икән?
Әммә республика башлығы Рөстәм Хәмитов аҡыллы сәйәсмән булып сыҡты. Ул республиканың милли-мәҙәни үҙәктәре етәкселәре менән осрашҡанда бик урынлы фекерен белдерҙе: "Беҙҙең халыҡтар, иңгә-иң терәп, быуаттар буйы татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Әммә берҙәмлекте боҙорға теләгән "бәндәләр" бар, башҡаса уларҙы атап булмай. Улар арабыҙҙа яуызлыҡ сәсә. Халыҡтар араһында хәлде киҫкенләштерергә теләүселәргә ҡарата ҡаты эш итәсәкбеҙ. Яла яғыу, милли ыҙғыш менән шөғөлләнеүселәр мәрхәмәтлелек көтмәһен. Беҙ уңыштарға ирешеүебеҙ һәм халыҡтар берҙәмлеген нығытыуыбыҙ тураһында әллә күпме һөйләй алабыҙ, тик ошондай бер "бәндә"нең бөтәһен дә боҙоуы бар". Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы, интернетта ошондай милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыуға йүнәлтелгән мәҡәлә авторҙары үҙ эштәре өсөн яуаплылыҡ тоторға тейеш, тине.

Ә ябай халыҡ был турала нимә уйлай?

Владимир КРАСЕЛЬНИКОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған металлургы:
– Илдә тыныслыҡ булһын өсөн иң тәүҙә иҡтисади тотороҡлоҡ кәрәк. Халыҡ араһында ыҙғыш тыуҙырырға теләүселәр үҙ файҙаһын ҡайғырта. Минутлыҡ файҙа артында ил яҙмышы тороуын онота ундай бәндәләр.
Зилә СӘЙФУЛЛИНА, Шығай мәктәбе директоры урынбаҫары:
– Беҙҙең халыҡ элек-электән башҡа милләттәр менән татыу йәшәне, киләсәктә лә шулай булыр, тип ышанабыҙ. Республикабыҙҙың ер-һыуына ҡыҙыҡҡан әҙәмдәр милләт-ара татыулыҡты боҙорға уйлай. Беҙҙе, оло быуынды, башҡа милләттәр менән татыу йәшәргә кәрәк, тип тәрбиәләнеләр, әле лә мәктәптә балалар менән ошондай йүнәлештә эш алып барабыҙ. Халыҡ үҙенең телен һаҡлаһа, тарихын онотмаһа, бындай бысраҡ яғыусыларға ғына бирешмәҫ.
Республика тормошонда милли юҫыҡта сүп эҙләүселәр булды һәм әле лә бар. Әлбиттә, ундай «бәндә»ләрҙең эшмәкәрлегенә күптән сик ҡуйырға ваҡыт. Һәр кемдең тыныс һәм тотороҡло йәмғиәттә йәшәгеһе килә. Һуғыш та, ыҙғыш та булмаһын. Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!

Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.

Сығыу ваҡыты 19-02-2011, 12:14 | Ҡаранылар: 2023
|
  • Милли мәсьәлә дәүләт бөтөнлөгөнә хәүеф менән янаймы?
  • Дөйөм тәжрибәгә таяныу зарур
  • Ғаилә татыулыҡҡа нигеҙ һала
  • 2011 – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы
  • Ҡоролтайҙың бурыстары етди һәм аныҡ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM