НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө

Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө


Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслөЙомро ғына ерҙең сиге лә, сите лә юҡ. Уның һәр тарафында, үҙ телен һәм мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм традицияларын ҡәҙерләп һаҡлап, кешелек йәмғиәтендә үҙенең лайыҡлы урынын биләп, йөҙҙәрсә милләт вәкилдәре йәшәй. Ҡайсаҡ күреп, һиҙемләп еткермәһәк тә, һәр халыҡтың уңыштары һәм яңылышлыҡтары, һөйөнөс-көйөнөстәре, ғөмүмән, яҙмышы ниндәйҙер яғы менән булһа ла беҙгә лә ҡағылып үтә. Әгәр бөгөнгө һөйләшеүҙә беҙҙе тоташтырыусы юлдар, хеҙмәттәшлек ептәре, туғанлыҡ тураһында һүҙ алып барһаҡ, уны һәр кем күтәреп алыр төҫлө.
Күптән артта ҡалып, хәтерҙә инде тоноҡланды тигән йылдарға, хәл-ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтһаң, уҙған юлыңда, һине саҡырып, йәнә шәм ҡабынғандай тойола. Оноттом, юғалттым тигән шәхестәр, улар менән уртаҡ атҡарған эштәр зиһендең ҡайһылыр мөйөшөндә һаҡлана ла, ваҡыты еткәс, зарураты булғанда тауыш бирә икән. Бала саҡ тәьҫораттары, йәшлек осорондағы белгән-күргәндәр йылдар үтә килә икенсерәк төҫ, бүтәнсәрәк яңғыраш ала. Ниндәйҙер ваҡиғаларға һәм ғәмәлдәргә үҙеңдең ҡатнашлығың булыуға ҡайсаҡ ышанмай ҙа башлайһың. Ләкин үткән ваҡытта нисек кенә аҙашып йөрөмә, йәшәгән йылдарың һине бөгөнгө көнөң менән бәйләп, уҙғандары һиңә һабаҡ та бирә, кеше ғүмеренең баһалап бөтөргөһөҙ хазина булыуын да тәҡрарлай.
Тарих төпкөлдәренә төшөп, халыҡтар уҙған юлды буйлай башлаһаң, башҡа мең төрлө һорау килә. Ысындан да, халыҡтар һәм донъя яҙмышындағы бөтә серҙәрҙе лә астым, һәммә һорау­ҙарға ла яуап таптым, тигәндә лә, асылған сер яңыһын тыуҙыра. Һәр көн яуап көткән һорау­ҙар, тағатылмаған йомғаҡтар менән тыуа, тигәндәре дөрөҫтөр. Күпселек өлөшө бөгөн Волга ярҙарында, Көньяҡ Урал киңлектәрендә йәшәүсе татарҙар менән башҡорттарҙың тыуған төйәктәре ғүмер баҡый шулар булғанмы? Әгәр шулай икән, башҡорт менән татарҙы ниндәй елдәр донъяның дүрт тарафына ла һибеп таратҡан? Ғөмүмән, кешене ил гиҙергә мәжбүр иткән, халыҡтарҙы бер-береһенә тарт­ҡан көс нимәнән ғибәрәт икән?
Әгәр башҡорт илгиҙәре:
Ҡарҙар ятһа һыртта, төлкө сапмаҫ,
Арҡаларға икмәк тә сәселмәҫ;
Ир танымаҫ егет – ил танымаҫ, – тип йырлаһа, татар мосафиры:
Утырдым да чагыл, ай, төбенә,
Коела да сары яфрак.
Кайтыйм да дисәм, кайта алмыйм –
Әллә тарта микән туфрак, – тип аһ-зарын түккән.
Халыҡ борон-борондан, ата-бабалары көн иткән илдә тамырланып йәшәүҙе оло мәртәбә һанаһа ла, донъя гиҙеү, яҡын-алыҫ ерҙәрҙе танып белеү зарурлығын да аңлаған. Әҙәм балаһын, бәлки, мал табыу маҡсатынан тыш, юғарыраҡ ниәттәр ҙә юлға саҡыралыр?
Донъя гиҙеүсе һәр кемгә үҙ иле ғаләмдең кендеге булып тойола. Ер шарының әллә ҡайһы яғында, ете диңгеҙ һәм етмеш тау аръяғында ятһа ла, уның ғына иле донъяның нәҡ уртаһында һымаҡ. Хәйер, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар өсөн был хәл фараз итеү генә түгел, бәлки ғәмәли факт. Ошо ерҙә бик боронғо ҡәбиләләр, ахыр килеп, төрки телле башҡорт халҡы булып формалашҡанға ҡәҙәр, тағы кемдәрҙер йәшәгән. Урал тауҙарын үтеп, Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим һәм Әй йылғаларын кисеп, күсмә тормош көткән кешеләр ҙә, яуҙар ҙа, сәйәхәттәр ҙә, алыш-биреш итеүселәр ҙә үткәндер. Беҙҙең далалар, урман һәм күлдәр боронғо мосафир­ҙар юлына ла тура килгән. Монах һәм сәйәхәтсе Виллем Рубрук, француз короле Людовиктың фарманы менән ХIII быуатта монгол ханы Менгуға китеп барышлай, элек башҡорттар йәйелеп йәшәгән ерҙәрҙе тәү мәртәбә картаға һыҙған, уларҙың күсмә тормошта, әммә Иҙел Болғарстаны менән күрше булып йәшәүен тәстиҡ иткән.
Тураһын әйтергә кәрәк, бихисап быуат башҡорт йәшәгән иркен ерҙәр йә халыҡтарҙың үтеп китеү урыны, йә яу яланы булып хеҙмәт иткән. Ошо ерҙәрҙә хаким булыу, байлыҡтарынан файҙаланыу өсөн татарҙар менән ҡалмыҡтар, нуғайҙар менән ҡаҙаҡтар араһында барған оҙаҡҡа һуҙылған көрәш урындағы халыҡтың етештереү көстәрен, мәҙәниәтен үҫтереүгә, тупланған милләтен, дәүләтселеген булдырыу­ға булышлыҡ итмәгән. Быға тарихҡа күҙ һалып та ышанып була. Шул уҡ ваҡытта Иҙел Болғарстаны – Бөйөк Болғар менән ут күрше булыу башҡорттарҙы ислам диненә генә түгел, ғөмүмән, цивилизация юлына яҡынайтҡан. Нуғай, Себер ханлыҡтары аҫтында булыу башҡорт еренең көньяғын һәм көнсығышын үҫештә ныҡ тотҡарлаһа, Ҡаҙан ханлығы аша, ул хакимлыҡтың да ифрат ҙур ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан, көнбайыш һәм төньяҡ башҡорт ҡәбиләләре мәғрифәткә, һөнәрселеккә, сауҙаға – халыҡтың эске тормошон ойошҡаныраҡ һәм мәҙәниерәк итеүгә тиҙерәк килгән. Ә болғар сауҙагәрҙәре, мәғлүм булыуынса, Владимир-Суздаль рус кенәзлектәре, Хорезм менән һатыу-алмашыу эштәрен алып барған, Сулман, Волга буйы урмандарына сауҙа экспедициялары ойошторған, башҡорт ҡәбиләләре менән сауҙа-мәҙәни бәйләнештәр булдырған. Әгәр ошо дәүләт артабан да йәшәһә һәм уның күршеләре менән мөнәсәбәттәр үҫә килһә, был факттың Башҡортостан тарихына, халҡының цивилизациялы милләт булараҡ формалашыуына ниндәй йоғонто яһау ихтималын төҫмөрләү ауыр түгел.
Халыҡтарҙың аралашып, бер-береһенә ярҙам итешеп, һөнәр күрһәтеп, шағир әйтмешләй, тел үә лөғәт алмашып йәшәүе – электән килгән һәм һәр кемдең үҫеүе өсөн тайпылыш­һыҙ зарурат. Бөйөк Туҡайҙың йөрәген ярып сыҡҡан һүҙҙәрендә:
...Әй ҡәрҙәштәр, ҡул тотошоп алға барайыҡ,
Башҡа милләттәрҙең хәлен ҡарап ҡарайыҡ;
Мәҙәниәт майҙанында урын алайыҡ, –
Йығыла-тора алға табан атлайыҡ инде, – тип саҡырыуында ижтимағи күтәрелештең фәҡәт бергә атлауҙа ғына мөмкин булыуы тәҡрарлана. Башҡортто, татарҙы – ғөмүмән, бер төбәктә ойошоп йәшәүсе төрки, уғыр-фин халыҡтарын рус, донъя мәҙәниәтенә тиҙерәк яҡынайырға саҡырып, Туҡай: «Пушкин илә Лермонтовтан үрнәк алам, әкрен-әкрен юғарыға үрләп барам...» – тип тә өҫтәгән.
Бөгөнгө хәленә Башҡортостандың ниндәй даръялар кисеп, күпме уттар үтеп килгәнлеге хәҙер һәр кемгә мәғлүм. Бер нәмә лә был тормошта рәхәтлек аша килмәй. Тарихсылар Башҡортостан уҙған юлды йә бер осонан, йә икенсе яғынан тәфсирләп теүәлләһә лә, ул тикшеренеүҙәр, нигеҙҙә, мәғлүм нәмәләрҙе ҡабатлауға йә бер аҙ үҙгәртеүгә генә ҡайтып ҡала.
Башҡорт ерҙәренә тәү мәртәбә аяҡ баҫҡан кеше кем һәм уның маҡсаты нимәлә булған? Йәки башҡорттар сит-ят яҡтарға сығып йөрөгәндә ҡайһы тарафтарға барып еткән? Урында беренсе туҡыманы кем туҡыған? Һорауҙар, күрәһегеҙ, күп һәм уларға яуаптар ҡыҙыҡ өсөн генә эҙләнмәй. Улар аша халыҡтарҙың үҙ-ара бәйләнеш сығанаҡтарына сығырға һәм тарихи юлдарҙың уртаҡлығын төҫмөрләргә мөмкин. Иң мөһиме – халыҡтарҙың тарихын бер-береһенән айырып өйрәнергә, бер яҡлы ғына һығымта яһарға ярамай.
Ә хәҙер, әйтелгән фекерҙе аныҡ миҫал менән нығытып, ғәзиз атайсалым – Әбйәлилгә әйләнеп ҡайтайым. Миңә Халыҡтар дуҫлығы орденлы «Урал» совхозының балҡып күтәрелгән, күкрәп йәшәгән йылдарын күреү бәхете тейҙе. Районымда башҡорттар, рустар һәм татарҙар ҡатнашып донъя көткән ауылдар күп. Иҙел башы тауҙарынан күсеп, Оло Ҡыҙыл буйы, Ирәндектән көнсығышҡа ҡараған далаларға һибелеп ултырған Гусев, Михайловка, Селивановка, Борисов, Маркин ауылдарында рустар уҡмашып, урындағы халыҡтан тәүге мәлдәрҙә генә айырымыраҡ йәшәгән. Тора-бара донъя ихтыяждары рустар менән башҡорттарҙы бер-береһе менән тәүҙә знакум, белеш, ә инде йәшәй бирә дуҫ, ҡәрҙәш, туған яһаған.
Фәлсәфәүи фекер юлын артабан дауам итергә бик ынтылһам да, ошо мәҡәлә алдына ҡуйыл­ған маҡсат әлеге «Урал»ға йәнә тарта. Илле дүртенсе йылдың ҡышы менән яҙы араһында Магнитогорск станцияһына килеп төшөп, барлыҡ мөлкәтте трактор саналарына тейәп, Оло Ҡыҙылдың һул яҡ ярынан совхоздың буласаҡ үҙәк усадьбаһы өсөн урын һайлаған саҡта ҡағыҙҙа ғына төҫмөрләнгән хужалыҡҡа Иван Тимофеевич Митяев етәкселек иткән. Ай-һай, дәртле лә, ҡыйыу ҙа, алдағыны уйлап фекерләй торған кеше булған ул! Уйлап ҡарағыҙ, сиҙәмселәр ғәмәлдә ҡола яланға килеп төшкән. Йылғаның ҡаршы ярында Буденный исемендәге колхоздың үҙәге – боронғо башҡорт ауылы Әлмөхәмәт, арттараҡ Булат ауылы. Иркен урын булһа ла, был тирәләргә башҡорттар ихлас ултырып бармаған. Төпләнгәндәре лә, ер һөрөүҙән бигерәк, мал көтөүҙе хуп күргән. Шул уҡ ваҡытта сиҙәмгә ҡәҙәр ошонда эшләп килгән колхоздарҙың, «Красная Башкирия», «Йәнгел» совхоздарының яңы эште йәйелдереп ебәреүҙә ҙур терәк булыуын да инҡар итеү мөмкин түгел.
Йылдар үтә, әллә нисәмә ҡәүем вәкилдәренең бер хужалыҡта татыу, ығы-зығыһыҙ йәшәүенә миҫал кәрәк булһа, әйләндек тә «Урал»ға барҙыҡ. Егерме туғыҙынсы йылда республикала тәүгеләрҙән булып ойошторолған «Красная Башкирия» совхозында ғүмер баҡый рустар, башҡорттар, татарҙар йәшәүе уйыбыҙға инеп тә сыҡмаған. «Красная Башкирия»нан бүленеп, айырым хужалыҡ булып эшләүсе «Йәнгел» совхозында ла рус кешеһе генә төпләнмәгән. Тимәк, кемдең ниндәй телдә һөйләшеүе, ҡайһы ғәҙәттәргә өҫтөнлөк биреүе күршеләренең күңелен ҡытыҡламай, тартындырмай һәм кәмһендермәй. Һәр хәлдә, әллә гел яратып яҙғанға, «Урал»да мин ун биш телле милләт вәкилдәре араһында бер проблема ла күрмәй торғайным.
Төптәнерәк фекерләй китһәң, шул тормош үҙе бер һабаҡ булған икән дә баһа. «Урал», бер саҡ ныҡлап ҡеүәтләнеп китеп, район етештергән бөтә игендең сиреген бирә башланы. Хужалыҡҡа ҡаты ҡуллы, шул уҡ ваҡытта кеше күңелле Миңнислам ағай Мирсаяпов етәкселек итә. Сиҙәмгә ул Мәләүез районының Айтуған ауылынан килгәйне. Әллә рус ҡыҙына өйләнгәнгә, Миңнислам Нурислам улы башҡортса һирәк һөйләште. Хәйер, күп милләтле хужалыҡта ҡайһы телдә аралашыу мөмкинлеге һәр беребеҙгә мәғлүм. Районыбыҙҙағы тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы, күрше ауылыбыҙ Амангилделә тыуып үҫкән Вафир ағай Тайсиндың уландары «Урал»да йә рус, йә башҡорт, йә немец ҡыҙҙарына өйләнеп бөттө. Дүртөйлөнән килеп, сиҙәмдә иң данлыҡлы комбайнсы һәм шофер булып киткән Рәзих менән Фәнәүиҙең ғаиләләрендә лә шундай уҡ хәл. Мин бөгөн рус кешеләре Николай Азапов менән Николай Карповты, татар егете, сая һәм шаян баш агроном Наил Ҡорбановты, украин, ғаиләбеҙҙең яратҡан знакумы, тракторсы Сергей Музыканы, немецтар Генрих Вильдейс менән Яков Тейхребты, мордва Кузьма Комаровты хөрмәт менән хәтергә алам. Байрамдар етһә, Сиҙәм ҡасабаһы урамдарында хәҙер нисәмә халыҡтың моңдары яңғырамай, ниндәй генә милли ризыҡтарҙың тәме ашъяулыҡ янына саҡырмай...
Был ерҙең уртаҡ тир менән һуғарылыуын һәм алтын йондоҙҙарға лайыҡ батырлыҡ менән яҡтыртылыуын раҫларлыҡ миҫалдар күп. «Урал» совхозында сиҙәмдең тәүге яҙында беренсе бураҙнаны ярырға ваҡыт еткәс, ул бәхет Әбйәлил егете Сафа Истамғәлин менән ситтән килгән тракторсы Павел Мокроусовҡа тәтегән. Башҡорт менән рус механизаторҙары был эште, әлбиттә, ябай задание тип ҡабул иткәндер, әммә осраҡлыҡта ла законлылыҡтың булыуы хаҡ.
Икенсе хәл Кузьма Комаровтың улы Савелий менән булды. Ул, комбайнын ремонтлағанда ҡазаға осрап, бер аяғынан яҙғайны. Нишләйһең, бәлә ағас башынан йөрөмәй, әҙәм балаһының кемлеге шундай мәлдәрҙә һынала. Һүҙ һөйләүе генә еңел, яҙмышыңа яҙылғанды күтәреү ауыр. Савелий иһә протез менән йәнә комбайнға ултырҙы, Рәзих Ғабдрахманов кеүек арыҫландар менән тиң йөрөнө. Артабан, институт тамамлап, совхозда инженер булып эшләне.
Әбйәлилемдә йәшәүсе халыҡтың туҡһан процентҡа яҡыны башҡорт. Шул уҡ ваҡытта уның тарихында, хужалығының һәр тармағын үҫтереүҙә бүтән халыҡтың телен, ғөрөф-ғәҙәтен үҙенеке иткән меңдәрсә кеше ҡатнашты. Һәм әле лә шулай. Ләкин мин хәтерем төпкөлдәрен яҡтыртып торған кешеләрҙе айырыуса яҡын күрәм. Рустар Иван Дмитриевич Суворов менән Георгий Филиппович Орлов икеһе ике хужалыҡты алып барҙы. «Красная Башкирия» совхозы директоры Суворов йөҙөндә мин ифрат аҡыллы һәм киң күңелле рус кешеһе образын күрәм. Иван Дмитриевич үҙ заманынан уҙыбыраҡ атлаусы етәксе ине шикелле. Бер мәл, уҡытыу эшенә һәр ваҡыт иғтибары өсөн, Суворовҡа «Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы» тигән исем бирҙеләр. Игенсе булһа ла, Иван Дмитриевич ысын мөғәллим дә булған. Орловтың абруйы ла яҡташтарым араһында, өҫтөнөрәк булмаһа ла, Суворовтыҡынан кәм йөрөмәне. Ул күп йылдар рәйеслек иткән «Путь Ленина» колхозының хәҙер, ел-дауылдар хәтһеҙ генә ҡаҡҡылаһа ла, хужалыҡ итеү формаларын эҙләй торғас, Орлов исемендәге ауыл хужалығы етештереү берекмәһе булып эшләп ятҡан көнө. Шөкөр, һыр бирмәйҙәр.
Уйлай китһәң, нисәмә ҡәүем кешеләре, бер ергә ерегеп, тел һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе уртаҡлаштырып, хәүеф-хәтәрҙәрһеҙ ғүмер кисергәнбеҙ икән. Рус Алексей Ишутин «Йәнгел» совхозында директор булһа, Дәүләт ауылында – татар Азат Хәйеров, Гусевта – немец Исаак Пеннер колхоз рәйесе. Был ағайҙарҙың һәр береһе тураһында китап яҙырлыҡ.
Хәйер, рәхмәт әйтеү бер ҡасан да һуң булмай. Беренсе мөғәллимәм, татар милләтле күршебеҙ Хафаса Мөхәмәҙиә ҡыҙы Усманова, артабанғы синыфтарҙа үҙемә һабаҡ биргән уҡытыусыларым Әминә Кирәева, Мәйсәрә Ильясова апайҙарым онотолорлоҡмо һуң? Башҡорт төбәгенә килеп, улар, беҙҙең бәхеткә, ташлап китмәне.
Берҙәм булыу халыҡҡа берәгәйлек бирә, татыулыҡ ризыҡтарыбыҙҙы татлы итә. Туғанлыҡтың төҫтәре лә, тәмдәре лә шуларҙан бар булалыр. Донъя байлығы килә лә китә, бергә йәшәү бәхетенә генә үлсәүҙәр юҡ.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Сығыу ваҡыты 8-02-2011, 10:27 | Ҡаранылар: 1706
|
  • «Һәр ҡайтыуым тыуған ергә булған мөхәббәтте ҡабат яңырта…»
  • Беҙ нисәү, нисек йәшәйбеҙ?
  • «Милли баҡсаларыбыҙҙы кәртәләмәйек», –
  • Әхмәтзәки Вәлиди һәм бөрйән ырыуы башҡорттары
  • Типтәрҙәр тарихына бер ҡараш
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • Олатай иҫтәлеге
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM