RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе

18.01.2011 Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһе

Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһеАсҡын районының Әүәзәй ауылында йәшәүсе оҫта ҡуллы өлгөр хужабикә Рәмилә Ғәлинур ҡыҙы Әбүбәкерова ҡаҙ өмәһе үткәрергә тәҡдим иткәс, уны ҡубыяҙ ауыл хакимиәте башлығы М. Фәйзрах­манов менән клуб директоры З. Фәтихова ла хуплай. Боронғо йоланы һаҡлап, өмә-байрам үткәреү уларҙың да күптәнге хыялы була. Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, ҡаҙ үҫтереүсеһе лә ниндәй бит! Уңғандың да уңғаны, ҡулынан килмәгән эше юҡ! Рәмилә апай бәйләгән бейәләй-ойоҡбаштар кемдәр­ҙең генә аяҡ-ҡулын йылытмай ҙа, ул сиккән мендәр тыштары, ҡулъяулыҡтар ҡайһы ғына һылыуҙың бирнәһен биҙәмәй икән?!
Ә ҡаҙҙарға килгәндә инде, Рәмилә Ғәлинур ҡыҙының ҡаҙ үҫтермәгән йылы һирәк. Быйыл ул 27 себеш ҡарап үҫтергән.
Әүәзәй ауылы һигеҙ генә йорттан торғанға, ҡайһы йортта икән өмә, тип баш ватырға тура килмәне. «Беҙҙә бөгөн – ҡаҙ өмәһе» тип яҙып эленгән йыйнаҡ ҡына йорттоң ҙур ҡапҡаһы шар асыҡ, хужабикә үҙе ихатала өмәселәргә кәрәк буласаҡ ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе хәстәрләп йөрөй. Өй эсендәге яҫтыҡ-юрғандары элеккесә күпертеп йыйыштырылған карауат өҫтөндәге сигелгән мендәрҙәр, шулай уҡ стеналарҙағы сигеүҙәр хужабикәнең бай күңелле ижади кеше икәнлеген күрһәтә. Рәмилә апай менән бер ни тиклем аралаш­ҡас: «Бәләкәй генә ауылда йәшәп, шундай байрам үткәрергә ҡайҙан көс-дәрт алдығыҙ? Ниндәй ҡөҙрәт менән был ауылдың «уты» һүнмәй?» – тигән һорауҙарыма, ниһайәт, яуап таптым. Хужабикәнең һәр хәрәкәте, һүҙе уның сабырлығы, тормошто һөйөүе, рухи камиллығы тураһында һөйләй. «Байлыҡ та, дәрәжә лә – яҙмыш һынауы. Булған бәхетебеҙҙе юғалтмайыҡ, ҡәҙерен белеп йәшәйек. Тормош асылын аңлаһаң, йәшәү – үҙе ҙур бәхет», – ти ул. ҡайһы берәүҙәр тормошта ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙендәге йылылыҡты, наҙҙы башҡаларға өләшә алмаһа, тормоштан биҙә, үҙ-үҙенә бикләнә. Улар, мейестә янған яңғыҙ утын кеүек быҫҡып ятҡансы, дөрләп яныуҙы хуп күрә. Рәмилә Ғәлинур ҡыҙы ла тап шундайҙар затынан, күрәһең. Хужабикә йортона бер нисә ауылдан туғандары, яҡындары йыйылыуына ҡарап, улар араһында күҙгә күренмәҫ туғанлыҡ, дуҫлыҡ хистәренең ни тиклем көслө икәнлеген дә аңлайһың.
Ҡаҙ өмәһе – муллыҡ билдәһеӘүәзәйҙә бөгөн оло йәштәгеләр – сабыр һәм намыҫлы быуын вәкилдәре генә ҡалған. Улар ғүмер буйы тир түгеп, фиҙакәрлек менән Ватаны­быҙҙы күтәргән. Шуға һәр береһе өсөн төҙөгән донъялары, тыуған тупраҡтары изге, ҡәҙерле.
Өмә-байрамды ҡубыяҙ ауыл клубы директоры Зөлфирә Фәтихова үҙенең матур һүҙҙәре, шиғырҙары менән асты. Артабан дин әһеле Асаф бабай Рәжәпов аят уҡып, донъялар­ҙың имен булыуын, иҫәнлек-һаулыҡ, хәләл ризыҡтар теләне. Хакимиәт башлығы Мөхәмәтйән Мәүлимйән улы быйыл халыҡтың ҡаҙ-өйрәктәрҙе күпләп үҫтереүе, етеш тормошҡа ынтылыуы, борондан ҡаҙ өмәләренең ауылдаштарҙы берләштереүе, йәштәрҙең тап ошонда ололарҙан эшкә өйрәнеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ йола үтәүсе хужабикәнең тырышлығын, балаларын тәрбиәле итеп үҫтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уға артабан да сәләмәтлек, йәшәү дәрте теләп, хеҙмәте һөҙөмтәһе булған ҡаҙҙарының ите тәмле булып, ризыҡҡа яҙһын, тине. Рәмилә апай, үҙ сиратында, хөрмәт итеп өмәгә килеүселәрҙең бөтәһенә лә рәхмәтен еткерҙе.
Беренсе ҡаҙҙы, «Аллаһу әкбәр» тип доға ҡылып, еңел ҡулдан Асаф бабай Рәжәпов салғандан һуң, эш башланып китте. ҡатын-ҡыҙҙар һуйылған ҡоштарҙың муйындарын бәйләп ҡуйып, ҡайнар һыуҙа тотоп алғандан һуң, берәм-берәм ҡаҙ йолҡоусыларға тапшыр­ҙы. Ә улар­ҙың етеҙ ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәне. ҡайһы берәүҙәр ҡаҙ йолҡоп ҡына ҡалмай, ҡубыяҙ ауыл клубының «Әхирәттәр» фольклор төркөмөнә ҡушылып йырланы ла. Өмәгә килеүселәр бөтәһе лә эш менән мәж килде: берәүҙәр йолҡон­ған ҡаҙҙарҙың эсен алды, кемдер башын таҙартты, икенселәре ҡаҙ түшкәләрен йыуыр алдынан өтөп, ап-аҡ ҡар менән ыуҙы.
Өмәселәрҙең ҡаҙҙар­ҙы көйәнтәләргә элеп, Тоҙло шишмәгә барыуы матур һәм күңелле күренеш булды. «Әхирәттәр»ҙән Фәнүрә Йосопова, хужабикәгә мал, ҡош-ҡорт ҡото теләп, юлға ҡаҙ ҡауырһындары һипте. Юл буйы йырҙар йырланды, теләктәр теләнде, ҡайһы бер апайҙар ошо ауылға килен булып төшөп, Тоҙло шишмәгә һыу юлына төшөүҙәрен хәтерләне. Әйткәндәй, Рәмилә апай шишмәне үҙ ҡулдары менән таҙартып тәрәнәйтһә, улы Флүр яйлы итеп баҫма һалып ҡуйған.
Эш бөткәс, өмәлә ҡатнашыусылар өҫтәл артына ултырышты. ҡаҙ майы менән майланған ҡоймаҡты, төрлө милли ризыҡтарҙы өмәселәр яратып ауыҙ итте. Йола буйынса, өмәлә һуйылған ҡаҙҙарҙың береһен бешереп, табынға ҡуйҙылар. Зөл­фирә Фәтихова, Рәфинә Сәлихова, Рәзилә Низамова, Эльвина Нурдәүләтова­ларҙың моңло йырҙары табынға тағы ла йәм өҫтәне.
Хужабикә өмәселәргә, йоланы башҡарып сығырға ярҙам итеүсе клуб хеҙмәткәрҙәренә ысын күңелдән рәхмәтен еткерһә, өмәселәр алдағы йылдарҙа ла ҡош-ҡорттарының ишле булып, ошондай күркәм байрамға тағы ла ауылдаштарын, яҡындарын йыйырға яҙһын, тип теләне.

С. ҒИЛМЕТДИНОВА.
Асҡын районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



«Бер ваҡытта ла бер кемгә лә оҡшарға тырышманым»

«Төрлө сағым була минең дә...»

05.10.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Төрлө сағым була минең дә...»


Шағирә, продюсер Светлана ШӘРИПОВА: “Тормош дауам итә!”

«Ғәфү ит мине,  әсәй!»

21.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Ғәфү ит мине, әсәй!»


«Тамашасы  ихласлыҡты күрә белә»

19.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Тамашасы ихласлыҡты күрә белә»


Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!

05.09.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Вайнер ҙа – туған тел һаҡсыһы!


Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...

25.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Күктә балҡый уның йондоҙсоҡтары...


Туйҙарҙа яралған мөхәббәт

24.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Туйҙарҙа яралған мөхәббәт


“Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”

17.08.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт “Ябай кеше булараҡ уңыш яулап ҡара...”


Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес ИСМӘҒИЛЕВ: “Һуғыш суҡмары булдым”

Ни өсөн Эльмира Юлдашеваны “Лунатик” тигәндәр?

“Драматургия – әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры”

«Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр

20.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Урал батыр»ҙы яттан һөйләнеләр


«Мәҙәниәт  хеҙмәткәрҙәре өсөн  ял юҡ»

15.06.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн ял юҡ»


"Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"

27.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт "Тормошҡа ашмаҫ хыялдар ҡормайым"


Йырсы менән бейеүсе –  шул тиклем пар килгәнсе

«Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»

16.05.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Талантың булмаһа, шоу яһау ярҙам итмәй»


Көтөүсе булырға теләмәһәң, бейеүсе булырға мөмкин

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА: «Күңелем  романтикаға тартыла»

“Тормошомда осраған  һәр кешегә рәхмәтлемен”

Театр ишеген асҡас...

30.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Театр ишеген асҡас...


Аҡыл менән хистәр береккәндә

25.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Аҡыл менән хистәр береккәндә


Йәштәр театры һөйөндөрә

23.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт Йәштәр театры һөйөндөрә


«Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы

15.03.2019 - Мәҙәниәт һәм сәнғәт «Бирешмә!» беренсе үҫмерҙәр премияһы